+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Сентябрь 2020, 13:09

Хаҡ, тура юлды һайлаған башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы Илгиз АБДРАХМАНОВ:

Дингә килеүемдең тарихы былайыраҡ булды:

“Йәшәүҙең мәғәнәһе нимәлә? Был донъяға тыуыуын тыуғас, күпмелер ваҡыт үткәс, хушлашыу мәле лә етә бит!.. Унан һуң беҙҙе нимә көтә? Кеүек һорауҙарға яуапты оҙаҡ эҙләгәндән һуң тик Ислам динендә генә тулы яуап таба алдым! Һәм, Аллаға шөкөр, намаҙға 2007 йылда баҫтым.
Ә дингә килеүемдең тарихы былайыраҡ булды: белем һуҡмағымды тыуған ауылымда, йәғни Баймаҡ районының Ишей ауылында башлап, аҙаҡ Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернатҡа уҡырға килдем. Тап шул ваҡыттан алып минең өсөн тормоштоң хәтәр ҡыҙыҡ дәүере башланып китте. Мин бөтөнләй икенсе йәмғиәткә барып эләктем. Бер йыл ғына интернатта уҡыуыма ҡарамаҫтан, бында мин иң яҡын, иманлы дуҫтарымды таптым. Минең, дуҫтарыма эйәреп, беренсе тапҡыр мәсеткә барыуым, дин менән ҡыҙыҡһына башлауым да ошо осорҙа булды. Аллаһ Тәғәләгә икһеҙ-сикһеҙ рәхмәтлемен!”
Читайте нас: