– Миңзәлә, рок-музыка нимәһе менән ылыҡтырҙы һине?
– Ирекле рухы менән арбай.
– Ихласлыҡ. Заказ буйынсаяҙғаным юҡ. Йөрәгең аша үткәргән ысын ижад ҡына үҙ тамашасыһын таба.
– Хоҙайҙан бирелгән ҡөҙрәт.
– Һинеңсә, бөгөнгө көндә рокты ниндәй йәштәр тыңлай?
– Буйһонмаусан, заманса уйлай белгән, алдынғы ҡарашлы, ирекле кешеләр үҙ итә.
– Башҡорт рок музыкаһының киләсәге бармы?
– Хөкүмәт әлеге кеүек терәк-таяныс күрһәтһә, киләсәге өмөтлө булыр тип уйлайым.
– Минең остазым – ул сифатлы музыка, профессионал йәки тәбиғи һәләтле йырсы һәм музыканттар.
– Эште планлаштырыу ҡыҙығыраҡмы, әллә тормошҡа ашырыумы?
– Планлаштырыу – алдағы үрҙәргә артылыр өсөн ҡанаттар ҡуя.
– Кем менән сығыш яһарға теләр инең?
– Земфира һәм ҡыҙым менән бергә сәхнәгә сығырға хыялланам.
– Кешенең дан хаҡында хыялланыуы яҡшымы, насармы?
– Дан хаҡында хыялланыу – тәбиғи күренеш. Ләкин “мин-мин” тип өс тинлек осһоҙ абруй артынан ҡыуыу урынына бөйөк һәм саф ижад менән дан алыу хаҡында хыялланырға кәрәк.
– Һинеңсә, кешенең даны артҡан һайын уның азатлығы сикләнәме?
– Дан артҡан һайын яуаплылыҡ көсәйә. Ғөмүмән, һәр кемдең үҙе, балалары, дуҫтары алдында ҙур яуаплылығы бар. Шуға ла һин һәр яҡлап өлгө булырға тейешһең. Шәхсән мин үҙ өҫтөмдә ҙур эш башҡарам, асыуланмаҫҡа һәм түҙем булырға тырышам, насар ғәҙәттәрҙән арындым.
– Музыка ҡоралыңды 5 һүҙ менән ҡылыҡһырла әле.
– Минең гитарам моңло, уйсан, ирекле, рухлы һәм хулиган.
– Әгәр бер мәл йырлауҙы, музыка ҡоралдарында уйнауҙы тыйһалар, нимә эшләр инең?
– Хәрби булыр инем һәм илдә революция эшләр инем. Шаяртам, әлбиттә.
– Кешелә ниндәй сифаттарҙы хөрмәт итәһең?
– Кешелеклелекте ихтирам итәм.
– Башҡортҡа башҡорт булыу килешә. Беҙ тыйнаҡ, тәрбиәле халыҡ.
– Һине нимә тиҙ генә сығырыңдан сығара?
– Тупаҫлыҡ һәм эштәрен ихлас башҡармаған кешеләр көйөндөрә.
– Көндөҙ шәм яҡтыртып нимә эҙләр инең?
– Үтеп барған йәшлегемде.
– Үлемдән. Үҙемдең түгел... яҡындарым мәңге йәшәһен ине.
– Көндө бушҡа уҙғармай, берәй яңы нәмә өйрәнеп, нимәлер отоп ҡалырға кәрәк!