-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Сентябрь 2020, 19:36

Башҡортостандың халыҡ артисы Рəүис ЗАҺИТОВ:

“САМОЛЕТТАР ЯЛЛАП ОСҠАНЫМ БУЛДЫ”

Элек эш хаҡы аҙ саҡта, йәйге отпускы мәлендә “халтурный концерттар” менән йыш йөрөнөк. Бер саҡ Бөрйән районында концерттар тамамланғас, кистән арыу ғына ҡунаҡ булдыҡ та иртәгәһен ҡайтырға тип аэропортҡа килдек. Ул йылдарҙа Өфөнән, Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан кукурузниктар оса торғайны. Халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарған Ғилман Сәфәрғәлин район хакимиәте башлығы булып эшләй. Ул беҙҙе аэропортҡа оҙата килде. Өфөгә осоусы самолет тиҙҙән Сибайҙан Бөрйәнгә килеп етергә тейеш, тиҙәр. Ваҡытты бушҡа үткәрмәйек әле тип, урман араһынараҡ китеп, бер аҙ “баш йүнәтеп” алырға булдыҡ. Шул арала самолетыбыҙ килеп төшөп, осҡан да киткән. Беҙ тороп ҡалғанбыҙ. Нисек ҡайтырға белмәйбеҙ хәҙер. Стәрлетамаҡҡа оса торған самолетҡа ултырмай сара юҡ ине. Стәрлегә килеп төшөүен-төштөк тә бит, хәҙер Өфөгә ҡайтырға транспорт юҡ. “Бар, етәкселеккә инеп сыҡ әле, бәлки, самолет бирерҙәр, һин һөйләшә беләһең бит”, – тине юлдаштарым. Мин ни аптырап торманым, етәкселеккә инеп хәлде аңлатып, берәй самолет бирмәҫһегеҙме, тип һораным. Оҙайлы гастролдәрҙә йөрөнөк, йөгөбөҙ ҙур, өйҙә ғаиләләребеҙ зарығып көтә, йонсоноҡ, тим. Аэропорт етәксеһе, мине танып, хәлгә инеп, самолет тиклем самолет бирмәһенме!
Читайте нас: