+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
28 Август 2020, 17:00

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам ВӘЛИЕВ

Бөтә Рәсәйгә билдәле тенор, Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театрынан тыш күрше-тирәләге атаҡлы Екатеринбург, Силәбе, Пермь, Ҡазан ҡалаларының опера театрҙары менән хеҙмәттәшлек иткән, хатта Мәскәүҙең Ҙур театры һәм Петербургтың Мариинск театрҙары сәхнәләрендә лә йырлаған Илһам Вәлиевтың төп хеҙмәт урыны ҡайҙа? Өфөләме?

– Әлеге төп эш урыным Өфөлә, шулай уҡ Екатеринбург театрында ла йыш йырларға тура килә, дөрөҫөрәге унда күберәк тә йырлана, сөнки Екатеринбург театры репертуары Өфөнөкөнә ҡарағанда байыраҡ, унда мин электән йырлаған спектаклдәр ҙә һаман иҫән, яңы постановкаларында ла ҡатнашам. Шуға күптәр мине һаман Екатеринбургта тип аңлайҙыр. Эйе, һәр бер ҡаланың үҙ мәҙәниәте, һәр театрҙың да үҙ традициялары була. Ә инде бында бындай, тегендә тегендәй тип тамашасыны айырып булмай. Операға бит кеше алдан әҙерләнеп ләззәт алырға килә, музыка тыңларға, классик спектаклдәр ҡарарға, улар ҡайҙа ла бер иш. Эстрада тыңларға килгән тамашасы менән опера тыңларға килгән тамашасыны бына айырып була.
Читайте нас: