-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Август 2020, 17:51

Гөлли МӨБӘРӘКОВА: Ғүмеремдәге иң иҫтәлекле, иң ҡәҙерле бүләкте утыҙ йәшемә атайым алып килде.

Машина ла, алтын биҙәүес тә, затлы тун да түгел... Әсәйем уның өсөн ныҡ уңайһыҙланды.

Миңә утыҙ йәш тулған саҡ ине. Шунда яҡындарымды йыйып алырға булдым. Атайым менән әсәйем ул саҡта айырылышҡайны инде. Шуға ла, әсәйемә ҡыйын булмаһын тип, атайыма өндәшеп торманым. Йыйылыштыҡ. Ултырабыҙ. Ҡапыл кемдер ишектәге ҡыңғырауға баҫты. Йүгереп барып асһам – атайым баҫып тора. Йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Атайым алдында шул тиклем уңайһыҙ булды. Оялышымдан ҡыҙара-бүртенә уны ҡосаҡлап алдым да табынға саҡырҙым. “Дощенка”, “Гуля” тиер ине ул миңә. Әле лә шулай тине лә “мә, ҡотлайым үҙеңде” тип эшкәртелмәгән йүкә бәйләме тотторҙо. Әсәйем уның өсөн уңайһыҙланып: “Эй, әҙәм ҡыланмағанды ҡыланыр ҙа йөрөрһөң инде, кешеләр балаларына машина, тун, алтындар бүләк итә, ә был... ҡыҙының утыҙ йәшенә йүкә тотоп килгән...” – тип уфтанды. “Ниче, Гуля, бына һиңә йүкә”, – тине атай. Табында оҙаҡ ултырманы, бер аҙ ҡапҡылап алды ла, ярай, мин ҡуҙғалайым, тип сығып китте. Ә мин ул ҡалдырған йүкәне ҡайҙалыр ситкә алып ҡуйҙым. Йылдар үтте... Бер мәлде өй йыйыштырғанда ҡулыма әлеге шул йүкә бәйләме килеп эләкте. Ул саҡта атай юҡ ине инде. Шунда ғына аңланым: бына бит ниндәй үҙенсәлекле бүләк яһаған ул миңә! Үҙенең тыуған яғынан йүкәалып килгән! Гуляһы тамырҙарын онотмаһын өсөн шулай эшләгән бит ул! Оҙаҡ торҙо ул йүкә. Ауылда йорт төҙөгәс, унан йыуғыс яһаным. Бына шулай, бүләктең иң ҡәҙерлеһен утыҙ йәшемә атайым алып килде. Машина ла, алтын биҙәүес тә, затлы тун да түгел... Бер бәйләм йүкә...
Читайте нас: