+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Август 2020, 16:28

Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ

БДУ-ның матанализ кафедраһы уҡытыусыһы

Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ: “Математиканы бала саҡтан яраттым. Әсәйем дә теүәл фәндәргә һәләтемде тойғандыр инде, уйынлы-ысынлы итеп: “Бына, улым, мин уҡытҡан дәүерҙә генә грамматиканан әллә күпме үҙгәреш булды, ә математикала бер нәмә лә үҙгәрмәй”, ‒ тип әйткеләп ҡуя ине. Математика еңел бирелде.
Математика факультетына барыу минең өсөн тәбиғи ине. Бөтә имтихандарҙы ла “бишле”гә тапшырҙым. Университетты тамамлағанда Хәйрулла Хәбибулла улы Мортазинда диплом яҙҙым. Талантлы математик, фән докторы, үҙе бына тигән йыраусы, бына тигән бейеүсе ине ул. Яҙмыш беҙҙе юҡҡа ғына осраштырмағайны, ахыры. Хәйрулла Хәбибулла улы бар йәһәттән дә ысын остаз булды, уның вафатынаса яҡын ҡатнаштыҡ.
Математика ныҡ ылыҡтырҙы. Әммә ҡурайҙан һис айырылманым. Университетта уҡыған йылдар һиҙелмәй генә үтеп тә китте. Ул заманда сығарылыш студенттарын йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр ине. Мине нефть институтына юғары математика кафедраһына уҡытыусы итеп ебәрергә булдылар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ана шул ҡурайҙа уйнауым да булышлыҡ иткәндер инде, өлкән курстарҙа уҡығанда университеттағы уҡытыусылар мине нисектер үҙҙәренең даирәһенә индергән. Хатта мәжлестәргә саҡыра торғайнылар. Шунда БДУ-ла матанализ кафедраһынан бер уҡытыусы хаҡлы ялға сыға икән, Юлайҙы үҙебеҙҙә ҡалдырайыҡ әле, тип, нефть институтына барған ерҙән кире саҡырып ҡайтарҙылар. Шулай итеп, үҙебеҙҙең университетта өс йыл уҡыттым.
Эштән бушаған арала, ҡулымда гел ҡурай булды. Бәләкәйҙән оҙон көйҙәргә мөкиббән булып үҫкән кеше, белмәгән көйҙәрҙе эҙләйем, өйрәнәм. Бөгөн дә был шөғөлөм дауам итә”.
Читайте нас: