-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Август 2020, 19:00

ТАНЫЛҒАН ЙƏШ ЙЫРСЫ АЙТУҒАН ҒƏЙЗУЛЛИН:

Атайым мине ике тапҡыр үлем тырнағынан ҡурсалап алып ҡалды. Бөтә донъяны тетрәткән авиаһәләкәтте иҫләйһегеҙҙер. 2002 йылда Германияға юл тотҡан самолет ҡолап, күҙ асып йомған арала бихисап балалар ғүмере ҡыйылды.

Атайымдың күңеле бик һиҙгер һәм нескә. Кешеләрҙе бер-береһе менән күрер күҙгә күренмәй торған нескә ептәр бәйләй бит. Бына атайым менән минең арала ла ундай бәйләнеш бар. Үҙенең әлеге көслө һиҙемләү тойғоһо арҡаһында ул мине ике тапҡыр үлем тырнағынан ҡурсалап алып ҡалды тип әйтһәм дә була. Эйе, ике мәртәбә!
Мәскәүҙә Гран-при яулағас, ҡиммәтле бүләктәр менән икенсе конкурсҡа саҡырыу ҡағыҙы ла бирҙеләр. Ул сит илдә уҙғарылырға тейеш ине. Әммә ҡатнашыусы балалар, ата-әсәһе менән түгел, ә ойоштороусылар менән генә осорға тейеш ине. Атайым мине яңғыҙымды ғына ебә реүгә ҡырҡа ҡаршы булды. Илап тороп ҡалғаным хәтеремдә. Бөтә донъяны тетрәткән авиаһәләкәтте иҫләйһегеҙҙер. 2002 йылда Германияға юл тотҡан самолет ҡолап, күҙ асып йомған арала бихисап балалар ғүмере ҡыйылды. Конкурсҡа юллама нәҡ шул рейсҡа иҫәп ләнгән ине. Хоҙайҙың ҡөҙрәте һәм атайымдың һиҙгерлеге арҡаһында мин ул самолетка эләкмәй ҡалдым…
Икенсе осраҡ өлкәнерәк йәштә булды. Мәскәү ҡалаһындағы Гнесиндар исемендәге музыка колледжына уҡырға ингәс, А.В. Александров исемендәге Рәсәй Армияһы йыр һәм бейеү ансамбленә эшкә урынлаштым. “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тип, бер мәл атайым Өфөгә ҡайтыуымды үтенеп шылтырата башланы. Уның һүҙенә ҡолаҡ һалып, эшмәкәрлегемде ҡалдырып торорға тура килде. Һуңғараҡ әлеге ансамбль осҡан самолеттың ҡолауын ишетеп хайран ҡалдым. Был юлы ла атайым үҙенең эске тауышын дөрөҫ ишеткән, күрәһең.
Читайте нас: