+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Август 2020, 13:03

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ:

Ҡурайҙа уйнарға өйрәнәм тип әллә күпме саңғы таяғын әрәм иттем...

Ауылыбыҙ соҡорҙа ултырғас, телевизор күрһәтмәне, радионы ла гел тыңламаныҡ. Уның ҡарауы, концерт килгәнен көтөп ала инек. Артист булам тигән теләкте, бәлки, үҙемә лә белдерергә ҡыймағанмындыр. Эргә-тирәмдә ундай шөғөлгә эйә кеше йәшәмәгәс, башҡа һыймаҫлыҡ та тойолғандыр. Артистарҙың гастролгә килгәнен көтөп ала алмай инек. Үҙебеҙҙе онотоп ҡарайбыҙ ҙа, оҙағыраҡ булһа ине, тип теләйбеҙ. Фәриҙә Ҡудашева, Ишмулла Дилмөхәмәтовтар, бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисовтар беҙгә төшә ине. Минең өсөн ҡыҙыҡ – өйҙә бер төрлөләр, сәхнәлә танырлыҡ түгелдәр. Үҙем дә ҡасандыр улар һымаҡ булырмын тип һис кенә лә уйламаным.
Хәтерҙә, өстә уҡый инемме икән, Фәриҙә Ҡудашевалар килде. Малдан һуң, клуб алдында өс малай тора инек, водитель ҡысҡыра: “Егеттәр, кем автобусымды йыуыша, шуны концертҡа бушлай индерәм”. Беҙ ни, ҡыуаныстан, юл күрһәтеп кисеүгә алып киттек, йүгереп йөрөп йыуҙыҡ, кире килдек. Малайҙар инеп китте, ә мин аяҡты ҡараһам – сандалийым юҡ! Һыу буйында ташҡа ҡуйғайным, тороп ҡалған бит! Кире йылғаға йүгерҙем, күҙ бәйләнә башлаған. Килһәм, клуб шығырым тулы, инерлек түгел, кассир билет һорай. Теге ағайҙы эҙләйем. Автобус тора, ә водителе юҡ. Ҡайҙан инәйем икән, тип йөрөп ятһам килеп сыҡты ағайым. Етәкләп индереп сәхнәнән алып төштө. Донъямды онотоп концерт ҡараным мин шул саҡта! Ниндәй бәхет – бер метрҙай ғына арауыҡта Фәриҙә апай, Бәхти ағайҙар! Етмәһә, бушлай ҡарауым, әсәйҙән аҡса һорамауым үҙе ни тора! Концертта яңғыраған көйҙәр берәр аҙна ҡолаҡта сыңлап йөрөнө әле шунан…
Ҡурайҙа уйнарға өйрәнәм тип әллә күпме саңғы таяғын әрәм иттем. Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтов түңәрәк ойошторғас, шунда йөрөй башланыҡ. Һыҙғыртабыҙ ғына, сәхнәләргә лә сығабыҙ. Шунда ағайыбыҙ драмтеатр тураһында, Өфөгә барған сағында ҡараған спектаклдәрен һөйләй ине. “Зәңгәр шәл” тураһындағы фекерҙәре иҫтә ҡалған. Ишмулла ағайҙың гастролдәре тураһында ла телгә ала. Үҙебеҙҙең башҡортлоҡто һаҡлап алып ҡалыу буйынса ҡараштарын белдерә ине. Итәғәтле, сәнғәт, донъяуи темаларға үҙ ҡарашы, фекерҙәре булған интеллигент кеше ине ул. Үҙе Подольскиҙа “Таналыҡ” совхозының балта оҫтаһы булып эшләй. Аҡъярҙа ла түңәрәктәр асты, балаларҙа ҡурайға мөхәббәт тәрбиәләне.
Әрмелә хеҙмәт иткәндә әсәйгә ҡурай ебәреүен үтенеп хат яҙҙым. Ҡурайҙы һыҙғыртып ебәргәйнем, башҡорт, татар егеттәре йүгерешеп килеп сыҡты. Ситтә саҡта тыуған яҡтың моңо шул тиклем нескә тәьҫир итә бит кешегә. Мине унда ла сәхнәгә сығара башланылар.
Читайте нас: