Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы 1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Ғ. Ғ. Ғиләжев курсы) тамамлағас, 1972 йылға тиклем һәм 1974 йылдан алып әлеге көнгә тиклем А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына тоғро хеҙмәт итә, бик күп төрлө ролдәрҙе башҡара. Уның һәр сығышын тамашасылар йылы ҡаршылай, түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ул - образдарҙы оҫта кәүҙәләндерә алыуы, һәр бер күренеште ентекләп эшләүе, ихласлығы менән театр һөйөүселәрҙең күңелен яулаған, үҙенең исемен театр йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙған актрисаларҙың береһе: Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989), Һәҙиә Дәүләтшина роле өсөн Республика театр сәнғәте смотрында Бәҙәр Йосопова исемендәге Театр эшмәкәрҙәре союзының премияһы лауреаты (1994), «Театр яҙы» Республика фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында приз (2005), «Һүҙ оҫтаһы» XI республика конкурсында махсус приз (2019).