+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Август 2020, 16:05

ШАТЛЫҠТАН ЯРАЛҒАН ИСЕМ

Радик тип ҡуштым, ғүмер буйы улым беҙҙең РАДОСТЬ булһын өсөн

– Мин бала таптым, ә аталары исем ҡуша торҙо. Беренсе балаға уҙғас, ул, ҡыҙ буласаҡ, исемен Регина тип ҡушырбыҙ, тине. Ҡайҙан беләһең, тим, үҙе ауыҙын йыя алмай, тәүҙә, ғәҙәттә, ҡыҙ тыуа инде, тигән була. Ул әйткәнсә булды ла. Элек исем ҡағыҙы кил термәйсә, бала табыу йортонан сығарыу юҡ ине бит. Улым тыуҙы. Дауаханала ятам. Мөхәррәмгә за ман сараҡ, йәштәрсә берәй исем тап та исем ҡағыҙы алып
кил, тип “записка” ебәрҙем. Үҙемә оҡшаған исемдәрҙе лә яҙҙым. Алдан уйламаныҡ түгел, уйландыҡ ул, фараздар бар ине. Ҡыҙмы-малаймы, кем тыуырын алдан белеп тә булмай. УЗИ-фәлән юҡ ул саҡ та. Унан бигерәк, иң мөһиме – имен-аман, дүрт һаны теүәл булып, яҙған ризығы менән яҡты донъяға килһен, тип алдан “ҡолондоң билен һындырмайыраҡ” тораһың.
Мөхәррәм барған да Радик тип яҙҙырған да ҡайтҡан. Беҙ фаразлаған исемдәр араһында ул бөтөнләй юҡ ине. Малай минеке тип, ирҙәрсә хәл иткән. Һәм ҡағыҙ киҫәгенә, Радик тип ҡуштым, ғүмер буйы улым беҙҙең РАДОСТЬ булһын өсөн, тигән.
Бына шулай, шатлыҡ та, бәхет тә, ҡот та булып донъяға килә майлы ямғырлы көндәрҙә илаҡ, хәҙер һеҙ белгән йырлы Радик.
Улының бөгөнгө уңыштарын күрһә, Мөхәррәм ҡалай һөйөнөр ине. Ысынлап та, шатлыҡ таратыр өсөн тыуған, тиер инеме икән?
– Һөйөнә, күктән бағып, мужик бул, үҙ юлың менән бар, тип тора ул бөгөн дә. Уның маҡтаныу ғәҙәте булманы, шуға Радиктың данын да еңел кисерер ине, – тип ҡуйҙы әсәй кеше.
Читайте нас: