+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Август 2020, 14:10

Урал+Лилиә

Сибайҙа таныша, Өфөлә дуҫлаша, Францияла...

Сибайҙа таныша, Өфөлә дуҫлаша, Францияла ирле-ҡатынлы булырға һүҙ ҡуйыша улар. Гастролдән ҡайтҡас, был мөһим ҡарарҙары хаҡында яҡындарына хәбәр итәләр. Уралдың атай-әсәһе быны тыныс ҡабул итә, әммә Лилиәнең әсәһе (атаһы мәрхүм була): “Балам, иртәрәк түгелме һуң? Бигерәк йәшһең бит әле, эшлә, аяҡҡа баҫ”, – ти, ҡыҙым хаталанып ҡуймаһын тип хафаланып. Әммә ҡыҙ бала үҙ һүҙендә ҡаты тора: “Уралға кейәүгә бир мә һә геҙ, башҡаса бер ҡасан да бер кемгә лә тормошҡа сыҡмайым!” – тип ныҡыша. Әсәһе ни хәл итһе нинде, Лилиәнең етди ниәте барлығына инанғас, ҡыҙымдың бәхетенә аяҡ салып ҡуймайым тип, фатихаһын бирә.
Әммә был осорҙа Лилиә Уралдың билдәле ғаиләнән, йәғни профессор, математик Хәйрулла Хәбибулла улы Мортазиндың улы икәнлеген белмәй әле. Урал Лилиәгә, атайым да, әсәйем дә уҡытыусы, тип кенә әйткән була. Был хаҡта уға буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе менән осрашырға тип Өфөгә йыйынғанда коллегалары араһынан берәү хәбәр итә. Лилиә бер аҙ ҡаушап төшә. Математиктар – улар юғары зиһенлеләр, ғәләмәт аҡыл эйәләре. Шундай ҙа затлы ғаиләгә килен булып төшөрмөн тигән уй башына ла инеп сыҡмай уның. Әммә Лилиә лә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Буйға бәләкәй кенә булһа ла, көслө рухлы,
ауыл балаһы булһа ла, ҡабатланмаҫ зауығы бар. Үҙ баһаһын белә. Бынан тыш, Уралдың һөйгәненең һис ниндәй ҙә уңайһыҙ хәлгә ҡалыуына юл ҡуймаясағына ышана. Әммә хафаланыуҙары бушҡа була Лилиәнең. Ғүмер буйы педагог булып эшләгән буласаҡ ҡәйнәһе Фәниә Һиҙиәт ҡыҙы уны үҙ ҡыҙылай күреп ихлас ҡар шы ала. Улар тәүге көндән үк яҡын әхирәттәр һымаҡ аралаша. Ҡайныһы ла үтә етди, әммә бик ихлас кеше булып сыға. Әлбиттә, һәр ғаиләнең үҙ тәртибе, үҙ ғөрөф-ғәҙәте. Лилиә, килен булараҡ, уларҙы үҙ итә. Һәм матур ғына итеп ошо күркәм ғаиләгә инеп китә. Барлыҡ башҡорт йолаларын еренә еткереп үтәп туй үткәрәләр. Ҡәйнәһе иһә улының килене менән таныштырған мәлен бөгөн дә ғорурланып хәтерләй. “Лилиәнең оҙон толомдарына хайран ҡалдым шул саҡ”, – ти ул.
Читайте нас: