+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Август 2020, 20:10

Тимур ЯМАЛОВ:

Әсәйем менән икебеҙҙе концерттан ҡыуып сығарғандар

Сабый сағымда бик иртә һөйләшә башлауым менән барыһын да хайран ҡалдырғанмын!
Бәләкәйҙән, йырлай белмәгән саҡтан уҡ тиергә лә мөмкин, йырлай башлағанмын.
Ике йәш сағымда әсәйем үҙе менән мине концертҡа алып барған. Шунда, мин, йырсы менән йәнәһе бергә “йырлағанмын” – уға ҡушылып, үҙемсә мөңгөрләгәнмен. Ныҡ ҡамасаулағанмындыр инде, әсәйем менән икебеҙҙе концерттан ҡыуып сығарғандар!
Мин гел генә гитараға ылыҡтым, ләкин өйрәтеүсе кеше юҡ ине. Бала сағымда гитарала уйнау ҙур хыялым булды. Ун ике йыл элек ауылдашым Миңзәлә Яхина беҙҙең ауылға концерт менән килгәйне. Гитарала уйнап, йырланы. Был концертта Миңзәлә иҫ киткес моңо менән тамашасыларҙың барыһын да әҫир итте! Шул көндән, шул минуттан алып мин гитарала уйнаясаҡмын тигән ныҡлы ҡарарға килдем.
Атайым гитара алып биргәндән һуң, тиҙ булмаһа ла, уйнарға өйрәндем. 2004 йылдан алып гитарамды ҡулдан төшөрмәйем тиһәм дә була.
Читайте нас: