-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Август 2020, 17:10

ЗӘЙТҮНӘ ИСЛАМ ҠЫҘЫ БИКБУЛАТОВАНЫҢ ТӘҮБӘҺЕ

Уны, ауырлы ҡатынды, ире Мәкәрим Мәһәҙиев менән бергә ҡулға алалар, халыҡ дошманы тип, төрмәгә ябып ҡуялар, бөгөн-иртәгә атырға тейештәр. Хис-тойғонан мәхрүм төрмә йәлләте (Зәйтүнә апай уны миңә шулай һүрәтләне) уның янына камераға килә, уны азат итергә ярҙамлашырға теләк белдерә: үҙенә кейәүгә сығырға димләй. Ләкин Зәйтүнә уны тыңларға ла теләмәй, һәр ваҡыт ҡыуып сығара. Шунан йәлләт Мәкәримгә үҙенең ниәтен алдан аңлатып, уны ире менән осраштыра. Йәлләт: “Мин, Зәйтүнә, һинең менән никахлашып, һиңә һәм буласаҡ балаңа ғүмер бүләк итә алам, ризалаш”, – ти. Зәйтүнә өндәшмәй, тәҡдимде кире ҡағып, башын сайҡай, иренә ҡарай.

Туған башҡорт телемде ныҡ яратам. Миңә унда барыһы ла оҡшай: яңғырашы ла, моңо ла. Ауылдарҙа әбейҙәрҙең үҙ-ара нисек һөйләшкәнен, балаларҙың туған телендә нисек аралашҡанын ишетеп сикһеҙ ҡыуанам, үҙем дә туған башҡорт телемдә рәхәтләнеп һөйләшәм.
Салауат ҡалаһы хакимиәтендә мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләгән дәүерҙә беҙгә Иосиф Кобзон килгәйне. Концертынан һуң табында ултырғанда ул башҡорт телмәрен тыңларға теләк белдерҙе. Башҡортса шиғыр уҡыным. Ул, әйт кәндәй, баҫып тыңлағас: “Һеҙҙең телегеҙ ниндәй моңло!” – тине. Шунан өҫтәне: “Һеҙ йырлаған кеүек уҡыйһығыҙ. Ата-әсәңә, уҡытыусыңа минең башҡорт теленә таң ҡалыуымды еткер”. Мин ул саҡта сәхнә теле буйынса тәүге уҡытыусым – СССР-ҙың халыҡ актрисаһы, башҡорт театры легендаһы Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова үҙе булыуын ҙур ғорурлыҡ менән әйттем. Иосиф Кобзон уның тураһында һөйләүемде үтенде. Зәйтүнә Ислам ҡыҙының үҙенән ишеткән тормош тарихын һөйләп бирҙем мин уға.
Был 1980 йылда булды. Унынсы класта уҡығанда уҡ мин бер үк ваҡытта хәҙер бөтә республикаға билдәле артистар Эльвира Юнысова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Миңзәлә Хәйруллина, Азат Нәҙерғолов, Илдар Ғүмәров менән бергә Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының актерҙар бүлегендә уҡый инем. Рифҡәт Исрафилов курсҡа сәхнә теле буйынса педагог итеп мәшһүр Зәйтүнә апайҙы саҡырҙы, ул БР Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе лә ине. Шуға күрә дәрестәрҙе Пушкин урамындағы Актерҙар йортонда кабинетында үткәрә торғайны. Дәрестәребеҙ бай эстәлекле, ҡыҙыҡ, тын алыу, һүҙҙәрҙе әйтеүгә төрлө күнегеүҙәр менән үтә ине. Беренсе семестрҙан һуң Зәйтүнә Ислам ҡыҙы көтмәгәндә уҡытыуҙан баш тартты, курсты СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға тапшырҙы. Әммә ни өсөндөр минең менән дәрестәр үткәреүен дауам итте. Шундай көндәрҙең береһендә ул миңә еңел булмаған яҙмышы, үҙе кисергән һынауҙар, тойғолары һәм күңел яралары тураһында һөйләне.
Уны, ауырлы ҡатынды, ире Мәкәрим Мәһәҙиев менән бергә ҡулға алалар, халыҡ дошманы тип, төрмәгә ябып ҡуялар, бөгөн-иртәгә атырға тейештәр. Хис-тойғонан мәхрүм төрмә йәлләте (Зәйтүнә апай уны миңә шулай һүрәтләне) уның янына камераға килә, уны азат итергә ярҙамлашырға теләк белдерә: үҙенә кейәүгә сығырға димләй. Ләкин Зәйтүнә уны тыңларға ла теләмәй, һәр ваҡыт ҡыуып сығара. Шунан йәлләт Мәкәримгә үҙенең ниәтен алдан аңлатып, уны ире менән осраштыра. Йәлләт: “Мин, Зәйтүнә, һинең менән никахлашып, һиңә һәм буласаҡ балаңа ғүмер бүләк итә алам, ризалаш”, – ти. Зәйтүнә өндәшмәй, тәҡдимде кире ҡағып, башын сайҡай, иренә ҡарай. Ул да өндәшмәй, күрәһең, ҡотолғоһоҙ хәлдән нисек сығырға белмәгәндер. Бер ниндәй ҡарарға ла килә алмайынса айырылышалар. Әйтергә кәрәк, һаҡсылар, әгәр шулай әйтергә яраһа, уларға әҙәмсә хушлашырға мөмкинлек бирә. Мәкәрим ҡатынын ҡосағына алып, бышылдай: “Ризалаш... Йәшә... Йәшәгеҙ...” Был уларҙың һуңғы күрешеүе була, уны аталар. Төрмә йәлләте ҡатын янына тағы ла килә. Был юлы иренең яҙыуын тапшыра, унда ире Зәйтүнәгә был кешенең шарттарына күнеүен үтенә. Ул, бик ауыр булһа ла, иренең үтенесен үтәй, иреккә сыға, ир бала таба. Ләкин ул балаһын барыбер ғүмерлеккә юғалта. Ғаилә серен, атаһы тураһында дөрөҫөн белгәс, ир ҡорона ингәс, Зәйтүнә апайҙың улы үҙ-үҙенә ҡул һала.
Әйтергә кәрәк, был тәүбә миңә тынғылыҡ бирмәне, бер ваҡыт уны педагогым Лек Вәли улы Вәлиевҡа һөйләнем. Белеүемсә, ул мемуарҙар яҙҙы, был тарих та унда булырға тейештер, тип уйлайым.
Ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс яҙмыш...
Наилә СӘФӘРҒОЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Читайте нас: