-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Август 2020, 13:35

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы, режиссер Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Һинд киноларында сәнғәт юҡ.

Хәҙер кеҫә телефонына ла фильм төшөрөп була, тиҙәр. Күптәрҙә кино төшөрөп ҡарау теләге уяна бөгөн. Ошо өлкәгә килгән йәштәргә теләгем, әйтер һүҙем шул:

Ысынлап та, замана технологияһы кино төшөрөүҙе еңелләштерҙе. Хәҙер, теләйһең икән, камераны ниндәй ҙә булһа фирманан алып тороп та фильм төшөрөргә мөмкин. Әммә кино тормошонда үҙ почергыңды табыу анһат түгел. Йәштәр шуға нығыраҡ иғтибар итһен ине: ижадта авторлыҡ тигән нәмә булырға тейеш. Ана шул авторлыҡ почергыңды табыу өсөн бик күп эшләргә кәрәк. Хәтерләйһегеҙҙер, бала саҡта һинд киноларын яратып ҡарай инек. Йыр-бейеүҙәре, мөхәббәт драмалары менән арбай торғайны улар. Әммә унда сәнғәт юҡ. Йәштәр ана шундай “һинд фильмдары” төшөрөү менән мауыҡмаһын, хәҙер бына шундай мөхәббәт тарихы уйлап сығарам да, оҫта оператор табам да, билдәле
актерҙарҙы саҡырам да, күңелгә үтеп инерлек музыка һайлайым да, шәп монтажерҙан монтаж яһатам да, халыҡты илатам һәм шул кино була тип үҙ-үҙҙәрен алдап йөрөп ҡуймаһын. Үкенескә күрә, ундай әйберҙәр әлегә кино тип аталмай. Ул кино төшөрөп ҡарау була. Әммә уны ла үтергә кәрәк. Шуның өсөн уйҙырма кинолар эшләгәндә, нәфис фильмдарҙы күҙ уңында тотам, иң тәүҙә идея булырға тейеш. Һин был фильмға ниндәй мәғәнә һалаһың? Халыҡҡа нимә еткерергә теләйһең? Һәм, әлбиттә, тормош тәжрибәһе талап ителә. Тормошто белмәй тороп, фильм төшөрөп булмай, минеңсә. Ниндәйҙер ауырлыҡтар, һынауҙар аша үтһәң, күңелең төрлө кисерештәргә бай булһа, һинең эсеңдә ултырған режиссерлыҡ буш ҡыуығың туласаҡ. Ә дыңғырлап йөрөһәң, үҙең миһырбанһыҙ булһаң, кешеләрҙе яратмаһаң, йөрәгең матурлыҡты тоя һәм күрә белмәһә, халҡыңдың тарихын өйрәнмәһәң, киноң буш тигән һүҙ.
Читайте нас: