+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Август 2020, 15:12

БӨРКӨТ ҠАНЫ ТАМДЫ ТАШҠА

2008 йылдың 20 авгусында Ғаяз Алтыншиндың йөрәге тибеүҙән туҡтай.Бәрәкәтле, хозур Бөрйән ерендә тыуып үҫкән Ғаяз Алтыншиндың тормош йыры ниңә тиҙ өҙөлә лә Бөрйән һандуғасыныҡы кеүек зарлы күҙ йәше менән тамамлана?

Ғаяз Алтыншин. Был исемде күптәр иҫләйҙер. Онотола торған егеттәрҙән түгел ине ул. Бөрйән ҡарағайылай һомғол кәүҙәле, тулҡын-тулҡын бөҙрә сәсле, асыҡ, үҙенсәлекле бәрхәт тауышлы актерҙы бөгөн дә һағынып иҫкә алалар. Башҡортостандың халыҡ артисы Муллайән Һөйәрғолов яҡташы Ғаязды иҫкә алып: ”Һандуғастар иң тәүҙә Бөрйәнгә ҡайта. Уларҙың йыр һуҙыр мәле самалы. Шуға улар миңә һайрап туя алмаҫтай кеүек тойола. Һандуғастың күҙ йәшен һис күргәнем юҡ. Иллә мәгәр уның һайрауы күҙ йәше менән туҡтай кеүек… Ғаяздың да һайрар ғына сағында йөрәге һыҡрап туҡтаны”, – тигәйне бер мәл.
Бәрәкәтле, хозур Бөрйән ерендә тыуып үҫкән Ғаяз Алтыншиндың тормош йыры ниңә тиҙ өҙөлә лә Бөрйән һандуғасыныҡы кеүек зарлы күҙ йәше менән тамамлана? Был һорауға бөгөн берәү ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алмаҫ. Ул тормоштоң яһалма ҡалыптарына һыймаған тәбиғәттең ирекле бер балаһы була. Беҙ атлаған юлдар уға тар күренә, ә күнегелгән һуҡмаҡтарҙы ашатлап үткәндә яҙа баҫа.
2008 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғ. Алтыншин баҡыйлыҡҡа күсә. Был турала бер ҡайҙа ла хәбәр ителмәй. Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан некрологтар ҙа булмай, ерләүгә театрҙан ни бары яҡташы Муллайән Һөйәрғолов ҡына бара. Ул былай тип иҫләй:
– Һуңғы тапҡыр осрашҡаныбыҙҙа мин Ғаязды таныманым. Килеп ҡултыҡланы ла: “Ағай, миңә юлға әҙерәк кенә аҡса кәрәк ине”, – тине. Ул ныҡ үҙгәргәйне. Таланттың был донъянан китәсәген мин шунда уҡ аңланым. “Театрҙы бик ныҡ яратам, унда ҡайтҡым килә, мин театрһыҙ йәшәй алмайым”, – тине. Әммә оҙаҡлап һөйләшеп торманы, биргән аҡсама рәхмәт әйтте лә, Зәки Вәлиди урамы буйлап китеп барҙы. Артынан ҡарап ҡалдым. Шул мәлдә, беҙ мәңгелеккә хушлашабыҙҙыр, тигән уй килде башыма. Ә бит талантты һаҡларға кәрәк ине. Һәләттәр – ил байлығы…
2005 йылда Ғаяз төрлө сәбәптәр арҡаһында театрҙан китергә мәжбүр була. Бында кемделер ғәйепләү дөрөҫ тә түгелдер. Ваҡыт үтер, үҙе аңлар, кире ҡайтыр, тигән ышаныс та булғандыр, моғайын.
Актер 1966 йылдың 23 апрелендә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Атаһы Сәғит Ғиниәт улы Алтыншин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Бер осорҙа мәктәптә рәсем һәм йыр дәрестәренән уҡыта. Кейекбай ауылында клуб мөдире булып та эшләй. Заманында республика кимәлендә билдәле биҙәүсе рәссам, профессиональ музыкант, фотограф һәм шахматсы тип иҫләйҙәр. Сәғит Ғиниәт улына Ленинград сәнғәт академияһынан студенттарҙы практикаға ла алып килгән ваҡыттары була.
Әсәһе Алтыншина (Ҡарабаева) Хәҙисә Ғәйзулла ҡыҙына (1932) ауыр бала саҡ тура килә. Атаһы репрессияға эләккәс, дүрт класс ҡына белем алып өлгөргән 12 йәшлек ҡыҙға колхозда ер һөрөп, ағас ҡырҡып, пилорамда эшләп көн күрергә тура килә. Балаларының һәләтен бар яҡлап үҫтереп, эшһөйәр, тилбер, һөнәрмән итеп тәрбиәләй ул.
Ғаяз ғаиләлә дүртенсе бала. Уҡырға бармаҫ элек үк өлкәндәр менән тиң шахматта уйнай, бала саҡтан бокс, самбо, дзюдо менән мауыға.
Кинйә малайға рәссам, фотограф, аҙаҡ Ауыл хужалығы институтының механика факультетында уҡыған ағаһы Илдарҙың йоғонтоһо ҙур була. Уға оҡшап Ғаяз да инженер булырға хыяллана. Мәктәптә егетте атаһы кеүек рәссам булыр тип уйлайҙар. Ә ул имтихандарҙы еңел генә биреп, Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә уҡырға инеп китә. Беренсе курстан уҡ спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе уға ышанып тапшыралар. Мөбәрәковтар дәүмәлендәге актер буласаҡ, тиҙәр уның киләсәген юрап.
1989 йылда уҡыуын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. 1989—2006 йылдар эсендә илленән артыҡ роль башҡара. Мостай Кәримдең ”Салауат” трагедияһында — Салауат, ”Ярлыҡау”ҙа — Любомир Зух, ”Ай тотолған төндә” (Мостай Кәрим) – Аҡъегет, ”Йәрем минең, алиһәм”дә (Раил Байбулатов) — Ринат, ”Яралы яҙмыш”та (Нәжиб Асанбаев) — Баян, ”Ҡарлуғас”та (Баязит Бикбай) — Шатморат, ”Аттила”ла (Ғәзим Шафиҡов) — Аттила һәм башҡа иҫ киткес ҡатмарлы, төрлө пландағы геройҙары менән тамашасылар һөйөүен яулай. ”Һарығолаҡ”, ”Ауыл өҫтөндәге йәйғор” нәфис, ”Ай ҡыҙы” исемле күп сериялы телевизион фильмдарҙа ҡатнаша.
Бер үк мәлдә Өфө сәнғәт институтында ”Сәхнә хәрәкәте” предметы буйынса дәрестәр ҙә алып бара. Халыҡ артисы Фидан Ғафаров: ”Ғаяз кеүек Аттила, Салауат Юлаев ролен башҡарыусы актер әлегә театрҙа юҡ”, – тип билдәләй.
Ғаяз Алтыншинды коллегалары бөгөн дә бик һағынып иҫкә ала. Уның сәхнәләге образдарына бөгөнгө заман күҙлегенән сығып баһа бирә.
– “Отелло” (У. Шекспир) спектаклендә төп ролде ул шул тиклем бирелеп башҡарҙы. Тәнҡитселәргә бик ныҡ оҡшаны ул. Сөнки үҙе лә бунтарь рухлы кеше ине бит. Ниндәйҙер кәртәләр менән сикләп булмай ине ундай актерҙы. Мин уны яланда сабып барған йүгәнһеҙ ат менән сағыштырыр инем. Ә йәмғиәткә ундай кешеләр бик кәрәкмәй, – тип хәтирәләре менән бүлешә Хәким Мортазин.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов Ғаяздың яҙмышын үҙенеке менән дә сағыштырып ҡуя: “Үҙемә лә театрҙан бер нисә ҡабат китергә тура килде. Дөрөҫөн әйтәм, ҡабат театрға килеү ауыр, ҡыйын. Беренсе сиратта көрәшеп, үҙеңде еңергә кәрәк. Театр – ул ғаиләң кеүек. Ниндәйҙер кимәлдә бер туғандарыңа хыянат иткән һымаҡ тойола, – дуҫын юҡһыныуын да йәшермәй. – Ғаяз менән беҙ бергә институтҡа уҡырға индек. Бергә уҡыныҡ. Хоҙай Тәғәлә уға талантты, “мә” тигән дә, мул итеп өлөш сығарған. Ундағы төҫ, ундағы буй-һын, тауыш, күҙ ҡарашы… Йәш сағы уның бигерәк матур булды. Институтта уҡығанда уҡ уны театрҙа беләләр ине. Беҙгә киләсәк Отелло тиҙәр ине…
Ә бит барыһы ла яҡшы башлана. Алда әйткәнебеҙсә, ябай ғына ғаиләлә үҫкән төпсөк малайға ҡарап рәссам булыр тип фараз ҡыла күптәр. Әммә унынсыны тамамлап, баш ҡалаға бәхет эҙләп сығып киткән Ғаяз, барыһын да аптыратып, сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инә.
Баҫҡан ерендә ут сәсрәтер һылыу егеткә ҡарап ғишыҡ утында яныусылар күп була. Ул үҙе тәүге мөхәббәтен институттың беренсе курсында уҡығанда осрата. БДПИ-ның икенсе курсында уҡып йөрөгән Земфира, һылыулығы әллә ҡайҙан иғтибарын йәлеп итеп өлгөрһә лә, башҡорт ҡыҙҙарына хас ғорурлыҡ менән, урам буйында һүҙ ҡушҡан егеткә һыр бирмәҫкә маташа башта. Егеттең ”сәнғәт институтында уҡыйым, театр факультетында” тигән һүҙҙәре барыһын да хәл итә. Баҡһаң, буласаҡ физика-математика уҡытыусыһының тормошҡа ашмай, бары күңел түрендә йөрөгән иң ҙур хыялы – актриса булыу икән. Земфира һөйгәнен әрмегә оҙатып, көтөп ала. Йәштәр өйләнешә, улдары тыуа. Береһе ҡулына – актер, икенсеһе уҡытыусы дипломын ала. Ғаяз ҡатынының тормошҡа ашмаҫтай хыялын да ысынбарлыҡҡа әйләндерә. Земфира өсөн үҙе этюд ижад итә, уны имтиханға әҙерләй, яйын табып, хатта уҡытыусылар менән һөйләшә.
– Сәнғәт институтына Ғаяз арҡаһында уҡырға эләктем. Сөнки бер юғары белем дипломы булғандарҙы унда алмайҙар ине. Беренсе курста уҡығанда академтеатрҙа М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектакле ҡуйылды. Ғаяздың һөйләшеүе буйынса, мине шунда уҡ күмәк сәхнәгә актриса итеп алдылар. Ә беренсегә сәхнәгә сығыуым Мәскәүҙә булды, Пушкин исемендәге театрҙа сығыш яһаныҡ. Ошо күренеш һаман да күңелемдә йылы тойғо булып һаҡлана. Хыялдарымды тормошҡа ашырыуына рәхмәтлемен Ғаязға, – тип иҫләй Земфира. – Ул шәхес ине. Уның менән тормошомдо ла мин һәр ваҡыт яҡты хыял итеп ҡабул иттем. Ғөмүмән, бөтәһе лә уға ҙур өмөттәр бағланы. Фехтование буйынса уҡытыусыһы Александр Дыба, үҙе урынына ҡалдырырға теләп, Мәскәүгә ярыштарға йөрөттө, улар һәр саҡ еңеү менән ҡайта ине.
Сәхнә алышы буйынса Ғаяз Алтыншиндың оҫталығын иҫкә алыусылар әле булһа күп. 2004 йылда беренсегә башлап үткән ”Салауат йыйыны”нда тап уның оҫталығы менән күләмле һуғыш күренеше сәхнәләштерелә. Ысын алыштан бер нәмәһе менән айырылмаған тамашаның репетицияһы хатта ауыл инәйҙәрендә хәүеф-хәтәр уята. Йыйынды ойоштороусылар әле булһа көлөп иҫкә ала ул ваҡиғаны.
– Бынау хәтлем оло, килбәтһеҙ кәүҙәмә ҡарамай, хатта минән дә бынамын тигән итеп сальто эшләттерә ине ул, – тип хәтерләй Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин. – Шуның менән ғорурланып, эй маҡтанып, ҡупайып һөйләй ине. Педагог булараҡ көслө булды. Театрға килеп бергә эшләй башлағас та ярҙамынан ҡалдырманы. Сәхнә алышында шул тиклем оҫталыҡ күрһәткән кеше тормош алышында нисек һынды, тиһегеҙме? Һыныу физик көстән генә тормай шул. Күңел һыныуына төрлө сәбәптәр булғандыр…
Ғаяз Алтыншин сәнғәт институтын тамамлағас, бер һүҙһеҙ Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә алына. Уның ижадына ғына түгел, һылыу ир-егет булараҡ үҙенә лә табыныусылар күбәйә. Шуныһын да әйтергә кәрәк: актер ҡатын-ҡыҙ иғтибарын кире ҡаҡмай. Таланттарға хас – уларҙан илһам ала. Ошо һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында ғаилә мөнәсәбәттәре ҡаҡшай.
– ”Алиһәм”де сәхнәләштерә башлағанда авторы Раил Байбулатов пьеса менән китап таратты. Беҙҙең икебеҙгә берәү эләкте. Роль уңышлы килеп сыҡһын өсөн артистар ”китапҡа ултырып” ала. Беҙ икебеҙ бер китапҡа ултырҙыҡ. Ә был мәл беҙ ныҡлы ҡаңғырып йөрөй инек. Ул әҫәрҙә Алиһәне мин башҡарам, Бөрйән егете Ринатты – Ғаяз. Әҫәрҙәге Ринаттың һүҙҙәре һаман хәтеремдә. Шул саҡта Ғаяз күҙемә туп-тура ҡарап шул һүҙҙәрҙе әйткәйне: ”Әллә ысынлап та, Земфира, Бөрйәнгә ҡайтайыҡ та Ринат кеүек йәшәйекме?” – тине. Шул ваҡытта мин ”эйе” тип әйтмәгәнмен… – Земфира бер аҙ уйланып ултырҙы ла дауам итте. – Сөнки мин театр менән һаташа инем. Шул ваҡытта, моғайын, эргәбеҙҙә аҡыллы кәңәш бирер абруйлы кешеләр булмағандыр. Береһен дә ғәйепләмәйем, әлбиттә, яҙмышым тип ҡабул итәм. Ә шулай ҙа йәштәргә хыялдар менән һаташмай, кешеләрсә йәшәүҙе өҫтөн итеп ҡуйығыҙ, тип әйтәм.
Яҙмышты ла, артабан ни булырын да алдан белеп буламы ни? Бер-береһен өҙөлөп яратҡан ике ғашиҡ йән, күрәһең, тормошто театрҙай ҡабул итә. Ғаилә драмаһы кульминацияға еткәндә, уның сиселешенә ике яҡтан да ғорурлыҡ ҡамасаулай. Ғаилә тарҡала. Кешелек көсөн һынаған ошо ҡаршылыҡты шулай ҙа Ғаяз Алтыншин лайыҡлы үткәрә. Аралар өҙөлдө тип, ғаиләһен ситкә типмәй. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән исемде алып өлгөргән актер артабан да илһамланып ижад итә, яңы ролдәр һынландыра. Шул уҡ ваҡытта һаман да ғашиҡ иттерә, үҙе лә ғашиҡ була. Бәхеткә күрә, уны бөтә булмышы менән һөйгән, нисек бар шулай ҡабул итергә әҙер булған йәнә бер гүзәл зат осрай.
Ғаяз Миләүшә исемле студент ҡыҙға өйләнә. Артистың икенсе ҡатыны ул йылдарҙы һағынып, бөгөн хәтер йомғағын һүтә:
– Мин музыка факультетына уҡырға индем. Ә театр менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай инем. Беҙ бер ятаҡта йәшәгәнбеҙ, әммә уны һис осратҡаным булманы. Театрға йөрөмәгәс, ундай актер барлығын да белмәнем. Икенсе курста уҡығаныбыҙҙа режиссер факультетында белем алып йөрөгән Тәнзилә Кейекбирҙина диплом эше итеп фильм төшөрә ине. Шунда ул беҙҙе күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашырға саҡырҙы. Ә төп ролдә – Ғаяз. Шунда танышып, һөйләшеп киттек. Уның күңеле таҙа, үҙе ихлас ине. Минең өсөн “юҡ” тигән төшөнсә юҡ, ти торғайны. Үҙ көсөнә ныҡ ышанды. Мине шуның менән арбаны.
Ғаяз Алтыншин тәүге башҡорт сериалында төп ролдәрҙең береһен башҡара. Ғәзим Шафиҡов әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Аттила” спектаклендәге төп роль тәнҡитселәр тарафынан ныҡ юғары баһалана. Башҡорт актерҙары өсөн иң яуаплы һәм юғары бейеклек булған Салауат образын тыуҙыра. Бар артылыштар, бөтә үрҙәр алда кеүек. Әммә һәләттәр, ижад кешеләре кисергән һынылыш осоронда актер үҙе һына…
– Сәбәптәр булманы түгел, булды. Ҡай саҡ эс серҙәрен дә аса ине Ғаяз. Күңеле һынған кешегә эргәһендәге көслө кешеләр мотлаҡ ярҙам итергә тейеш. Ә беҙ уға бөгөлгән, һынған ваҡытында үҙе беҙҙең яурынды терәй алманыҡ, – тип үкенесен белдерә Хәким. – Артист тормошо сағыу кеүек. Әммә шуныһы бар: ҡай саҡ йәш аралаш та йылмайырға тура килә. Иң мөһиме, ижадсыны эшенән айырырға ярамай. Үҫеш туҡтауы үлемгә тиң.
Эштән китеү ир кешегә оло фажиғә лә түгел кеүек тә. Ә уйлаһаң, яратҡан, йәнеңде бирерҙәй эш булһа… Унан килеп урман кешеләренә хас ҡырыҫ, башҡаларға баш эймәү холҡо…
– Холҡо ҡатмарлы ине. Бер ваҡытта ла ялағайланып торманы. Нимә уйлай, шуны әйтә торғайны, – тип һүҙгә ҡушыла Миләүшә. – Тамашасылар сәнғәттең матур яғын ғына күрә. Ә актерҙар шул уҡ кешеләр. Сәнғәт өлкәһендә эшләүселәр өсөн эмоциональ көсөргәнеш ҙур. Күңел төшөүҙәр йыш була, ул тап ана шул көрсөктө еңә алманы. Актерҙар барыһы ла балалар кеүек. Уларҙы ла төрлө яҡтан асырға кәрәк. Минеңсә, ниндәйҙер үҙгәрештәр талап ителгәндер. Ҡайһы саҡта, әллә режиссерлыҡҡа уҡырға барайыммы икән, тип тә әйтеп ҡуя ине. Шул ваҡытта, бәлки, минең ”әйҙә” тигән һүҙем етмәгәндер…
Ғаяз Алтыншин етәкселәре менән аңлашмаусанлыҡ кисерә, уларға шарт-талаптарын ҡуя. Әммә ул саҡта айырым шәхестәрҙе байлыҡ итеп ҡабул итеү, уларға ҡаршы барыу, улар теләгән иркенлекте тыуҙырыу ятыраҡ күренеш булғандыр. Йышыраҡ ул мин-минлек тип баһалана.
Берәү ҙә йәшермәй, Ғаяз ҡатмарлы характерлы кеше була. Шәхес тураһында һүҙ алып барғанда бында ғәжәпләнер, сәйерһенер урын да юҡ. Шулай ҙа ваҡытында аңлау ҙа етмәйме икән?.. Ҡыйынлыҡтар яңынан ғаилә тормошонда сағылыш таба. Яңғыҙлыҡ, ижадындағы һүлпәнлек, үҙенең шәхесенә ҡарата битарафлыҡ арҡаһында актер яңы йыуаныс таба.
– Ул казиноға йөрөнө. “Һин минең менән барһаң, юлым мотлаҡ уңасаҡ”, – тип мине үҙе менән йөрөргә өгөтләй торғайны. Күҙ алдымда аҡса отҡаны ла булды. ”Ағай, был бит насар ғәҙәт”, – тиһәм, – ”Мин самаһын беләм, күңел өсөн генә уйнайым”, – ти торғайны. Әммә бер ваҡыт ул икенсе төрлө сиселде. Күп кредиттар алып, бурысҡа батҡан мәлемдә: ”Аҡса менән шаярма, ҡустым, аҡса кешене бөтөрә”, – тип аптыратты. Нисек кенә булһа ла, уйынға ғына япһарып ҡалмаҫ инем. Беренсе сиратта күңеле һынды уның… – Хәким Мортазин шундай һығымтаға килә.
Казино, уйын автоматтары аҡсанан да бигерәк, кешенең шәхесен йота. Һиҙмәҫтән барлыҡҡа килгән бәйлелек яңы афәттәр алып килә. Тоннель осонда яҡтылыҡ күрмәгән актер, яҡлау эҙләгән сабый кеүек, ахыры сиктә тыуған яғына, тыуған йортона, ғәзиз әсәһе янына ҡайта. Артабан йәшел йыланды үҙ итә. Ул йылдар хаҡында бер туған апаһы Лилиә тыныс ҡына һөйләй ҙә алмай.
– Беҙ уны иң көслөһө тип һанай инек, үҙебеҙ унан көс алып йәшәнек. Шуға ла һуңғы йылдарҙағы хәленә ныҡ аптыраныҡ. Ҡулыбыҙҙан килгәнсе уға ярҙам итергә тырыштыҡ. Тормош упҡынына ҡоламаҫҡа тип үҙе лә ныҡ ынтылды . “Мин шундай көслө инем, ярыштарҙа еңә торғайным. Минең менән нимә булды?” – ти торғайны. Стенаға көндәр яҙып, үҙенә маҡсаттар ҙа ҡуйып маташты. Үҙемә шунса көн бирәм, мин үҙемде ҡулға алырға тейешмен, тип алға ҡарап та йәшәне. Уға театрҙан да шылтыраттылар. Әммә ниндәйҙер талап ҡуйҙы ул, күрәһең, ана шул шартҡа риза булманылар.
2008 йылдың 20 авгусында Ғаяз Алтыншиндың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Көслө шәхестең һыныуына тағы ла шундай сәбәптәр була: ул атаһын, артынса ағаһын, шунан еҙнәһен ерләй. Рухына таяныс булыр ныҡлы таяуҙарын юғалта. Әсәһе янына ҡайтыуын да, бәлки, яуаплылыҡ тип аңларға кәрәктер. Яҡындарына терәк булырға теләй, тик булдыра алмай… Мөхәббәтте бөтә нәмәнән өҫтөн ҡуйыуға ҡарамаҫтан, иң оло һөйөү әсәйҙеке икәненә инанып донъя ҡуя.
– Ул Бөрйәнгә аңлап ҡайтҡандыр, – тигән һығымтаға килә беренсе ҡатыны. – М. Кәримдең ”Ғүмер миҙгелдәре” тигән әҫәре иҫкә төшә. Бөркөт балаһын ҡарғалар яратмай. Сөнки ул бейек оса, алыҫ оса. Осоп ҡараһын, беҙҙән түбәнерәк осһон тиҙәр ҙә, ҡарға балалары бөркөттө ситләтәләр. Бөркөт балаһы ҡанаттарын йәйә лә саңҡ-саңҡ итеп тауҙан аҫҡа ташлана. Һуңғы тамсы ҡаны сәңгелдәге булған ташҡа тама…
Был яҙмалар бынан алты-ете йыл элек яҙылғайны, “юлдаш” радиоһынан да яңғыраны. Уларҙы бөгөн иҫкә алыуым, яңынан тергеҙеүем Ғаяз Алтыншиндың исемен тағы ла иҫкә алыу йә рухын яңыртыуҙа ғына түгел, шәхестең, уның яҙмышының, хатта ки фажиғәһенең
асылын аса барған һайын бер хәҡиҡәткә килеп төртөләһең: тыуым менән үлем араһын үтеү һис кемгә лә еңел түгел, ләкин артта ҡалған һандуғаслы яҙҙарҙың да, сәскәле йәйҙәрҙең дә, емешле көҙҙәрҙең дә, киләсәк миҙгелдәрҙең дә үҙ асылы, сере, мәғәнәһе бар. бер нәмә лә юҡҡа үтмәй, юҡҡа килмәй…
Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: