+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Август 2020, 22:30

Илгиз ТАҺИРОВ:

Ғүмерлеккә Бабич булырға риза... Шулай ҙа...

“Бабич” фильмы мине сәнғәткә, яратҡан актер һөнәренә кире ҡайтарҙы. Яңы кисерештәр тыуҙы. Үҙемдең кәрәклегемде тойҙом. Ҡайһы берҙә, мин ниндәй артист булайым инде, тигән икеләнеүҙәр ҙә тыуа бит ул. Һәр һөнәр кешеһе менән дә була торған хәлдер был. Ә Бабич һис тә шикләнмәгән. “Әлмисаҡтан шағирһың” тигән ул үҙенә. Тәғәйенләнешен белгән. Шулай итеп, был фильм миңә лә үҙ тәғәйенләнешемде нығыраҡ тойорға булышлыҡ итте.Кинола төшөргә теләк ҙур. Үҙемде башлыса романтик ролдәрҙә күрәләр. Мин ғүмерлеккә Бабич булырға риза, әлбиттә. Шулай ҙа башҡа пландағы ролдәрҙә лә мөмкинлегемде һынап ҡарарға теләр инем.“Бабич“тың әһәмиәте тураһында һүҙ йөрөткәндә, күптәрҙән: “Үҙ мәлендә сыҡҡан фильм был”, – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килде. Сөнки бөгөн илһөйәрлек төшөнсәһе юҡ кимәлендә. Йәштәрҙең әле – бер, әле икенсе яҡҡа һуғылып үҙ ҡиблаһын эҙләгән мәле. Эҙләнеү насар нәмә түгел, шунһыҙ үҫеш тә, үҙгәреш тә юҡ, шулай ҙа һәр саҡ үҙеңдең ниндәй милләт вәкиле булыуыңды, халҡыңдың тарихын белеп, тамырҙарыңа тоғро ҡалыу зарур.
Читайте нас: