Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы Сыңғыҙ Айытматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” (“Тополек мой в красной косынке”) повесы буйынса спектакль әҙерләй. Инценировка авторы – Әнгизә Ишбулдина, ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, балетмейстер– Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмизә Мөхәмәтшина.Театрҙың рус труппаһы менән иһә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Әбүшахманов инглиз авторы Кейт ДиКамиллоның “Кролик Эдвардтың ғәжәйеп сәйәхәте” (“Удивительное путешествие кролика Эдварда”) хәҙерге заман әкиәтен сәхнәләштерә. Спектаклде әҙерләүгә шулай уҡ Мәскәүҙән саҡырылған рәссам Геннадий Скоморохов, композитор Олег Гудачев йәлеп ителде.Спектаклдәр премьераһы тамашасыларға театрҙың үҙҡурсаланыу мәленән сыҡҡас күрһәтеләсәк, тип хәбәр итте Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина.