-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
13 Август 2020, 14:00

БЫУАТТАРҘАН КИЛӘ МОҢ СЫЛБЫРЫ

Улар йырлағанда, ысынлап та, моңло тауыштары саҡма таштай күңелгә ҡағылып, йөрәктә осҡондар тыуҙыра, яндыра, ялҡынландыра һәм мең төрлө хискә күмә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бөтә Рәсәйгә билдәле тенор, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан тыш күрше-тирәләге атаҡлы Екатеринбург, Силәбе, Пермь, Ҡазан ҡалаларының опера театрҙары менән хеҙмәттәшлек иткән, хатта Мәскәүҙең Ҙур театры һәм Петербургтың Мариинск театрҙары сәхнәләрендә лә йырлаған Илһам Вәлиев һәм уның улы, йәш йондоҙ, башҡорт телендә үҫмерҙәр өсөн «Тамыр» каналы тарафынан төшөрөлгән тәүге «Бирешмә» сериалында уйнаусы актер, йырсы, быйыл ғына Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты булып киткән Хәйҙәр Вәлиевтар тураһында бара һүҙ.

Оло ағасҡа һыйынып йәше нығына. Был тәбиғи... Тик быуындар бәйләнешенең ныҡлығы ғына бөгөн баш ҡалҡытҡан йәштәргә алдағылары туплаған күңел һәм зиһен байлығын түкмәй-сәсмәй тапшырыр шарттар тыуҙыра, тап шул осраҡта ғына йәш-елкенсәк үҙ тормош тәжрибәһенә ата-олатаһыныҡын да ҡушып, арҡа һөйәген нығыта, үҙен ышаныслы тоя.
Бөгөнгө башҡорт опера сәнғәтенең сағыу вәкиле Илһам Вәлиев та ҡасандыр тап атаһын, Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылы уҙаманы Фәһим ағайҙың күкрәк киреп йырлағанын тыңлап, моң иленә мәңгелеккә ғашиҡ була. Фәһим ағай бик оҫта йырлай, үҙҙәренең ауылдарында, колхозда ауыл советы рәйесенән башлап, торараҡ партком секретары булып, унан инде оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе вазифаһын башҡара.
(Мәҡәләне тулыһынса журналдың август (№4) һанында уҡырға була).
Читайте нас: