+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Август 2020, 16:00

Кем һин?

Августмы, Ҡояшмы, Көнбағышмы әллә?

Бер күреүҙән ғашиҡ АвгустҺары Көнбағышҡа.Ә Көнбағыш күптән ғашиҡКүктәге Ҡояшҡа.Көлтә - көлтә нурға сорнайҠояш Көнбағышын.Август моңло йыр бағышлайБаҫа(а)лмай һағышын.Һарғайта ерҙе АвгустыңЯуапһыҙ һөйөүе.Һажағай булып ялтырайСараһыҙ көлөүе.Көнбағыш көлөп баҙырайҠояш нурҙарында.Беләме һуң ул, ниҙәр барҠояш уйҙарында?...Тәбиғәткә лә хөкөмдарҺөйөү ҡанундары.Кемдер кемделер һөйгәндәТағы кемдер бары.Наҙлап иҫә август еле,Күктән ҡояш көлә.Кем һин? Августмы, Ҡояшмы,Көнбағышмы әллә?Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: