+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ғәйет ҡорбан. Шәйехзада Бабич

Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн, ҡорбан бөгөн;Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо ҡунған бөгөн...

Һайрай ул ҡош: "Алла әкбәр, Алла әкбәр!" - тип ҡуя,"Һөй, мосолман, байрамыңды, Алла яҡлар!" - тип ҡуя.- Һөй, һөйөн, йырлап ебәр, ырғыт бөтә зар-моңдарың,Алла һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң был байрам көндәрен.Алла маҡтар, маҡтаһаң байрамды, бик йәмле тиһәң,Алла әкбәр, Алла әкбәр, Лиләхмәд... тиһәң.Кил, туғандар, бер туған күк берләшеп сайран итик,Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын, гөрләшеп байрам итик...Кил, мосолман, бир ҡулыңды, бир, ҡыҫайым шат йән менән,Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем байрам менән!..
1916
Читайте нас: