-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ТАРИХТА БЕРЕНСЕ ТАПҠЫР 20 ЙӘШЛЕК БАШҠОРТ ҠЫҘЫ - “КОВЕНТ-ГАРДЕН”ДА

АНГЛИЯЛАҒЫ “КОВЕНТ-ГАРДЕН” КОРОЛДӘР ОПЕРА ҺӘМ БАЛЕТ ТЕАТРЫ – ДОНЪЯЛА ИҢ БИЛДӘЛЕ, ИҢ ҘУР ҺӘМ БОРОНҒО ТЕАТРҘАРҘЫҢ БЕРЕҺЕ. УНЫ ПРИНЦ УЭЛЬСКИЙ ҮҘЕ ҠУРСАЛАЙ. 285 ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХЫ БУЛҒАН ТЕАТР СӘХНӘҺЕНДӘ ӘЛЛӘ КҮПМЕ КИҢ БИЛДӘЛЕ ТАЛАНТ ЭЙӘЛӘРЕ СЫҒЫШ ЯҺАҒАН. “КОВЕНТ-ГАРДЕН”ДА СТАЖИРОВКА ҮТЕҮ ТУРАҺЫНДА ДОНЪЯЛАҒЫ БАРЛЫҠ ЙӘШ ОПЕРА ЙЫРСЫЛАРЫ ХЫЯЛЛАНА. ТИК БЫНДА ЭЛӘГЕҮЕ ЕҢЕЛДӘН ТҮГЕЛ: ЙЫЛ ДА ҠАТМАРЛЫ ҺЫНАУҘАР АША НИ БАРЫ БИШ КЕШЕ ГЕНӘ БЫЛ БӘХЕТКӘ ИРЕШӘ АЛА. ШУЛ БИШӘҮ ИСЕМЛЕГЕНӘ МИӘКӘ РАЙОНЫНЫҢ ҠЫРҒЫҘ-МИӘКӘ АУЫЛЫНДА ТЫУЫП-ҮҪКӘН БАШҠОРТ ҠЫҘЫ АЙГӨЛ ӘХМӘТШИНА ЛА ИНӘ. Мәртәбәле стажировкаға юлығыуы нисегерәк булды икән? – Ысынында, конкурста ҡатнашманым, – ти Айгөл. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһына уҡырға инергә теләгәйнем. Үкенескә күрә, бюджет урынға үтә алманым. Был уңышһыҙлыҡтан һуң артыҡ төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, New Opera World тип аталған халыҡ-ара опера йырсылары конкурсына юлландым. Унда миңә беренсе урын бирҙеләр. Конкурстың жюри рәйесе “Ковент-Гарден”дың әлеге лә баяғы стажировка программаһының кастинг директоры Дэвид Гоуланд ине. Унан Лондонға һәм Берлинда Европа театрҙары директорҙары алдында сығыш яһарға саҡырыу алдым. Германияға барып булманы, сөнки ике аҙна эсендә виза эшләтеп өлгөрмәнем. Ә бына Дэвид Гоуландтың шәхси саҡырыуы менән файҙалана алдым һәм, шулай итеп, Лондонға барып сыҡтым. Ул мине һайлап алыу турҙарына түгел, ә тура финалға саҡырғайны. Төндә ныҡ борсолоп сыҡтым. Сығыш алдынан үткәрелгән тыңлауҙа барлыҡ репертуарымды тиерлек башҡарғайным. Финалда Доницеттиҙың “Фаворитка” операһынан Леонора арияһын башҡарҙым. Был минуттар хәтеремә бик яҡшы уйылып ҡалды. Мине солғаған кисерештәрҙән, театрҙың иҫ киткес матурлығынан күпмелер ваҡытҡа хатта телһеҙ ҡалдым. “Ковент-Гарден”ға стажировкаға 25 йәштән генә алалар. Ә миңә – 20. Был хаҡта дуҫтарым һәм Лондондағы агентым алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйғайны. Шуға “Киләһе йыл килегеҙ” тигән яуапҡа әҙер инем инде. Әлегәсә бер тапҡыр ҙа 20 йәшлек йырсыны ҡабул итмәгәндәр бит. Әйткәндәй, Рәсәйҙән унда эләгергә тырышыусылар күп, әммә бик һирәктәргә тәтей бындай бәхет. Белеүемсә, әле унда Ҡазандан ғына бер йырсы ҡыҙ бар. Бөтә донъянан ҡатнашҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ кеше араһында конкурстан үткән 5 кеше араһына инеүемә ышанып етә алмайым. Ҡалған йырсыларҙың икәүһе Кореянан, берәү Американан һәм тағы ла берәү Англияның үҙенән. Уларҙың барыһының да тәжрибәһе миңә ҡарағанда күберәк, әллә күпме проекттарҙа ҡатнашып өлгөргәндәр. Финалда сығыш яһағандан һуң, Лондон буйлап бер аҙ йөрөп килергә булдым. Биг Бенға барып еттем, ҡаланың үҙәген ураным һәм Букингем һарайы яғына юлландым. Ҡыуаныслы хәбәр мине шул тирәләге паркта ҡыуып етте. Миңә агентым шылтыратты һәм тәүҙә төшөнкө генә тауыш менән: “Айгөл, ә һин беләһеңме?.. Белмәйһең?.. Һине алдылар!!!” – тип һөйөнсөләне. Мин, ҡыуанысымдан, янымдағы япраҡтар өйөмөнә менеп һикерә башланым, үҙем ҡысҡырам, көләм. Эргәнән 30 йәштәрҙәге пар үтеп бара ине. Мине күрҙеләр ҙә, яныма килеп, бергә һикерә, шаяра башланылар. Аҙаҡ күңелдәрен күтәргән өсөн оҙаҡ ҡына рәхмәт әйтеп китеп барҙылар.

Читайте нас: