+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡапҡалар

Беҙ был ергә ҡапҡа асып килеп Ҡапҡа ябып сығып китәбеҙ. Бер үткенсе булып, мең ҡапҡалар Аша үтеп ғүмер итәбеҙ. (Дауамы - сайтта)

Беҙ был ергә ҡапҡа асып килеп
Ҡапҡа ябып сығып китәбеҙ.
Бер үткенсе булып, мең ҡапҡалар
Аша үтеп ғүмер итәбеҙ.
Һикәлтәле тормош юлдарында
Төрлөләрен астым ҡапҡаның.
Аса алған өсөн бүләк булды
Эҙләгәндәремде тапҡаным.
Ҡай бер ҡапҡа алдарында булды
Дер ҡалтырап торған мәлдәрем.
Тибеп асып ингән саҡтар булды
Хәл итергә донъя хәлдәрен.
Тутыҡ йоҙаҡ элгән ҡапҡаларҙы
Тел асҡысым менән шаҡарҙым.
Һәр кешегә асылмаған бикле
Күңел ҡапҡаларын аса алдым.
Уҙып барам шулай ер йөҙөнән,
Асыла, ябыла ҡапҡалар.
Әл дә, тимен, арып киткәнемдә
Ҡайтып ял итерлек ҡапҡам бар.
Бар тағы бер изге ҡапҡа ерҙә-
Тыуып-үҫкән өйөм ҡапҡаһы.
Атай-әсәй наҙын, ҡул йылыһын
Һаҡлай уның һәр бер таҡтаһы.
Был ҡапҡа төбөнән оҙаттылар
Ҙур тормошҡа, бәхет юлларға.
"Асыҡ булһын бөтә ҡапҡалар"-тип,
Фатихалар биреп юлдарға.
Шул юлымдан һаман китеп барам,
Асыр ҡапҡаларым алда әле.
Ҡулға асҡыс, йөрәккә көс биргән
Яҡындарым шөкөр янда әле.
...Беҙҙең ғүмер-ҡапҡа асып инеп
Ҡапҡаларҙы ябып хушлашыу.
Яҙһын ожмах ҡапҡаһы эсендә
Бөтәбеҙгә бергә осрашыу.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: