+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

«ТРУДИТЬСЯ И МОЛИТЬСЯ!»

Данлыҡлы ҡурайсыбыҙ Роберт Юлдашев һөйләгәндәр хәтергә һеңеп ҡалған. Италияла уға бер монах менән танышып, кәмәлә йөрөргә насип булған. Монахтың ишкәктәренең береһенә – «Трудиться», икенсеһенә «Молиться» тигән һүҙҙәр яҙылған була. «Был яҙыуҙың мәғәнәһе ниҙә?» – тип һорағас, монах

кәмәне ишкәктең әле береһе, әле икенсеһе менән ишеп күрһәтә лә: «Күрҙеңме? Бер генә ишкәк менән ишкәндә кәмә алға бармай. Ишкәктең икеһе менән ишһәң генә, алға барып була», – тип аңлата. «Трудиться и молиться!» – был һүҙҙәр, аманат булып, 11–12 быуаттарҙа йәшәгән итальян дини мәғрифәтсеһе Франциск Ассизскийҙан ҡалған икән. Ә бит беҙҙең атайҙар ҙа шул уҡ һүҙҙе әйтә торғайнылар. Алланың ҡөҙрәте киң, ләкин Алланан һорап ҡына, алма беш, ауыҙыма төш тип кенә ятыу гонаһ, сәбәп итергә, хәләл тиреңде түгеп, тырышырға кәрәк, тип өйрәтерҙәр ине. Шөкөр, Роберт Юлдашев кеүек, Аллаға инанып, Ҡөрьән ҡушҡанды үтәп, халҡыбыҙға йәнен фиҙа ҡылып ижад итеүсе йәштәребеҙ бар.Шундай булғаны өсөн дә ижады илһамлы, тормошо һәм яҙмышы фәһем алырлыҡ Роберттың. Шуның өсөн дә илаһи моң менән һуғара ул беҙҙең күңелдәрҙе.Трудиться и молиться! Уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙҙең ҡулынан килерлек тә баһа быға өлгәшеү.
Рәшит ШӘКҮР.
Читайте нас: