Был һылыу, уңған, һәләтле, Хәйбулла далаһылай киң даирәле ҡыҙ ҡумыҙҙа, думбырала, дөңгөрҙә, ҡурайҙа, гармунда баянда уйнай. Берсә үҙәктәрҙе өҙөп, берсә йөрәктәрҙе елкендереп ретро, эстрада, халыҡ йырҙарын башҡара. Ҡобайыр, мөнәжәттәр йырлай. Үҙе лә йырҙар ижад итә. Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда пенсия йәшендәге оло ағайҙарҙы йәшлеккә ҡайтарып "Ҡайтауаз" гармунсылар ансамбле ойоштороп ебәрә. 25-40 йәшлек ҡыҙҙар-егеттәрҙе берләштергән "Аҡтамыр" этно төркөмө уңышлы эшләй. Бер туған ағаһының йыр-моң һөйөүсе малайҙарынан "Елбаш тауы" исемле этно-төркөм төҙөп, халыҡты ҡыуандыра. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплап ҡумыҙсылар ансамбле йыйырға тигән яңы маҡсат менән янып йөрөй был егәрле ҡыҙ. Моңо, дәрт-дарманы ташып торған Хәйбулла һандуғасы Гөлфиә Хәләфетдинова тураһында тулыраҡ журналдың киләһе һанында уҡырһығыҙ.