+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Уның әҫәрҙәре һоҡландыра ла, уйландыра ла

Уның скульптуралары таштан, баҡырҙан, бронзанан, металдан ҡойоп эшләһенме, уларҙың һәр береһенә рәссамдың хәтһеҙ йоҡоһоҙ төндәре, уйлы көндәре һәм туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәренә ҡушылған йөрәк йылыһы биреп яҙылған. Гипс, гранит, мрамор, ағас, шамот, бетон, алюминий, баҡыр кеүек материалдарҙан яратып эшләгән әҫәрҙәре шуға һоҡландыра ла, уйландыра ла.

Уның ижады бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда айырыуса аһәңле яңғырай, үҙенен героик һәм патриотик рухы, тормошсанлығы менән һоҡландыра һәм күптәргә өлгө булып тора. Әҫәрҙәренең һәр береһе һоҡландыра ла, ғорурландыра ла, уларҙың һәр ҡайһыһының характерында үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ сифаттар бар. Ул ижад иткән образдарҙың һәр береһе үлемһеҙ, уларҙа халыҡҡа, Тыуған иленә бирелгәнлек, уның азатлығы, бәхетле киләсәге өсөн үҙ-үҙеңде ҡыҙғанмайынса көрәшеү тойғолары ярылып ята.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы, М.Аҡмулла исемендәге премия лауреты скульптор Зилфәт Рәүеф улы Басиров 1927 йылда Татарстандың Аҡтаныш районы Иҫке Ҡормаш ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Ҡылҡәләм оҫтаһының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булғас, ғаилә күп ауырлыҡтар кисерә. Зилфәт урман ҡырҡыусы булып та, токарь булып та эшләй. Ләкин сәнғәтте өҙөлөп яратыусы егеттең күңеле белемгә тартыла. 1962 йылда ул Мәскәү ҡалаһындағы «Урындағы сәнәғәт технологияһы институты»ның скульптура бүлегенә уҡырға инә. Түбәһе күккә тейгәндәй була егеттең, тырышып, дәртләнеп уҡый. Уны тамамлағандан һуң йәш рәссам башта Көнгөрҙә, унан Мәскәү өлкәһе Абрамцево художество-сәнәғәт училищеһында эшләй, 1962–1965 йылдарҙа ошо уҡ училищела рәсем дәрестәре уҡыта. Ләкин Зилфәттең күңеле һәр ваҡыт тыуған иленә тарта, уның үҙ илендә файҙалы кеше булып йәшәгеһе килә. 1965 йылда рәссам Башҡортостанға әйләнеп ҡайта.
1968 йылда Зилфәт Рәүеф улын Башҡортостан һәм Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы итеп алалар. Шулай уның күптәнге хыялы тормошҡа аша: рәссам республика, зона, декада, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, ихласлап ижад итә. Илһамланып эшләй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул тиҙ арала Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә талантлы скульптор булып таныла. Тырышлығы, әүҙемлеге, өсөн уны Башҡортостан рәссамдар Союзына алалар, ә 1985–1987 йылдарҙа Башҡортостан рәссамдар Союзы идараһы рәйесе итеп һайлана.
Алтмышынсы-етмешенсе йылдар З.Басиров өсөн емешле була: ул ауыл эшсәндәре, хеҙмәт геройҙары, һуғыш ветерандарының портреттар галереяһын тыуҙыра. Улар араһында рәссамдың йылдар буйы күңелендә йөрөткән хыял һәм аҡыл емеше – башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев, мәғрифәтсе-гуманист Мифтахетдин Аҡмулла, режиссер Лек Вәлиев, композитор Н.Сабитов һәм башҡа бөйөк шәхестәр бар. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһын биҙәп тороусы бейеү алиһәләре фигуралары иһә З.Басировтың ижад фантазияһы емеше булараҡ танылыу яулай. Лирик планда һынландырылған баҡырҙан ҡойған был һоҡланғыс һын-кәүҙәләрҙе рәссам ҙур һөйөү менән ижад иткән. Ғөмүмән, уның скульптуралары таштан, баҡырҙан, бронзанан, металдан ҡойоп эшләһенме, уларҙың һәр береһенә рәссамдың хәтһеҙ йоҡоһоҙ төндәре, уйлы көндәре һәм туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәренә ҡушылған йөрәк йылыһы биреп яҙылған. Гипс, гранит, мрамор, ағас, шамот, бетон, алюминий, баҡыр кеүек материалдарҙан яратып эшләгән әҫәрҙәре шуға һоҡландыра ла, уйландыра ла.
Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татыған рәссам ижад итеү процесында Бөйөк Ватан һуғышы темаһын бер ҡасан да күҙ уңынан ысҡындырмай. Уның тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән яҡташтар портреты галереяһында «Һуғыш ветераны комдив А.Бәхтизин», «1941–1945 йылдарҙа һәләк булған яҡташтар», «А.Попов», «Революция һалдаты», «Дәүләкән ҡалаһынан һуғышҡа китеп һәләк булғандар иҫтәлеге өсөн», «Бәләбәй ҡалаһынан китеп Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған сығарылыш студенттары һәм уҡытыусылары иҫтәлеге өсөн», «Өфө районы В.И.Ленин исемендәге колхоздың һуғыш һәм хеҙмәт ветераны X.Солтанов», «Һалдат тосты» кеүек скульптуралар бар. Уларҙа рәссам Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән яҡташтарына дан йырлай.
Ә етмешенсе- һикһәненсе йылдарҙа ижад иткән «Б.Нуриманов», «Революция һалдаты», «Дүртөйлөлә-Чеверевсылар», «Ҡарт коммунист Зиннәтуллин», «Учалы районы Сәфәр ауылынан Советтар Союзы Геройы Х.Әхмәтғәлин», «Ф.Э.Дзержинский»,«В.И.Ленин менән Н.Крупскаяның хушлашыуы», «Коммунист», «М.В.Фрунзе менән В.И.Чапаев Өфөлә» кеүек тарих һөйләүсе скульптуралары иһә үткән тарихты, йәғни ҡанлы революция иҫтәлеген мәңгеләштерә.
З.Басиров әҫәрҙәре төрлө темаға ижад ителгән. Улар араһында ябай ауыл кешеләре, һуғыш ветерандары, революция батырҙары, ижади шәхестәр генә түгел, балалар портреттары ла бар. Быға миҫал итеп «Умырзая», «Айгөл», «Вәсил», «Лида», «Марта», «Раушания» кеүек скульптураларҙы килтерергә мөмкин. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа ижад ителгән «Эшсе», «Иретеп йәбештереүсе ҡыҙ», «Агроном», «Ҡошсо», «Октябрьск ҡалаһындағы 100-се скважина» декоратив ансамблдәре лә һоҡландырғыс.
З.Басировтың скульптуралары 1956–1978 йылдарҙа республика, зона, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡуйылып сәнғәт һөйөүселәрҙең юғары баһаһына лайыҡ булған. Уларға Мәскәү, Петербург, Силәбе, Пермь, хатта сит ил күргәҙмәләрендә лә һоҡланғандар.
Башҡортостан хөкүмәте рәссамдың ижади хеҙмәтен лайыҡлы баһалаған: 1986 йылда З.Басиров «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә, 1992 йылда Башҡортостан Республикаһының М.Аҡмулла исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә.
Монументаль сәнғәт оҫтаһы З.Басировтың йөрәге 2000 йылдың 19 ноябрендә тибеүҙән туҡтаны. Талантлы рәссамдың исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған яғы – Аҡтаныш районы Иҫке Ҡормаш ауылында рәссамдың скульптура портреты ҡуйылған.
Миләүшә Годбодь (Ҡолмөхәмәтова), Чехия.
Читайте нас: