+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бейеү сәнғәте "Үҙенсәлекле сәнғәт мине арбаны"

"Беҙҙең өсөн «Ете ҡыҙ» бейеүе айырыуса иҫтә ҡалғандыр, сөнки беҙ сәхнә кейемдәрендә һыу өҫтөндә, һыу аҫтында бейеүҙәр башҡарҙыҡ, ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та мәлдәр булды. Мин Хургада ҡалаһында дайвингҡа уҡығас, артыҡ ҡурҡманым, ләкин ҡыҙҙар өсөн гел борсолдом..."

Ишеткәнегеҙ барҙыр: яҙыусы үҙ әҫәрҙәре эсендә, рәссам – картиналарында, скульптор – үҙе ижад иткән скульптураларында йәшәй. Бейеүселәр ҙә шулайҙыр. Һәр хәлдә, тир түгеп, арып-талып бейеһәләр ҙә, яҙмыштарын башҡа урында күҙ алдына ла килтермәгән ысын талант эйәләренә лә ҡағыла был һүҙҙәр. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, 2014 йылда «Байыҡ» телевизион конкурсында «Иң яҡшы хореограф» Дипломы лауреаты Йәмилә Руслан ҡыҙы Бикбаева нәҡ шундайҙарҙың береһе. Тәбиғәт уға барыһын да мул биргән – тырыш та, егәрле лә, өҫтәүенә гүзәл ҡиәфәткә эйә, һөнәрендә бик тә кәрәкле булған нәфислелек һәм һөйкөмлөлөктө лә тәбиғәт уға мул итеп биргән.
– Ҡайҙа тыуҙың, ниндәй ғаиләлә үҫтең?
– Бала сағым Сибай ҡалаһы менән бәйле, унда беҙ Ейәнсура районынан күскәнбеҙ. Балалар баҡсаһына йөрөгәнмен, шуға күсенеү мәле хәтерҙә ҡалмаған. Ете йәшемдән Сибай ҡалаһында Римма Фитратовна етәкләгән «Гөлдәр» өлгөлө балалар бейеү ансамбленә йөрөнөм. Ҡаланың 12-cе мәктәбен тамамлағас, педагогия колледжына уҡырға индем.
Мин тыуып үҫкән ғаилә – халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, тарихы, йыр-моңо, ҡурайы, әҙәбиәте менән бай сихри бер донъя ине. Атайым Руслан Хәйерзаман улы Бикбаев ижад кешеһе, бер юлы бер нисә һөнәргә эйә – ҡурайсы, бейеүсе, рәссам. Әсәйем «туған телем!» тип өҙөлөп торған, бөтөн яҙмышын балалар уҡытыуға бәйләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы. Өйҙә гелән ҡурай моңо яңғырап торҙо, китаптар ҙа күп булды. Сабый ғына сағымдан Арыҫлан мыртыйым менән батырҙар, хайуандар тураһында, төрлө тылсымлы әкиәттәр тыңлап үҫтек. Шул әкиәттәрҙе уйнап та күрһәтә инек. Беренселә уҡыған сағымда класта әкиәтсе булып киттем, үҙем уйлап сығарып һөйләйем. Уҡытыусыбыҙ Рәйлә Рәшит ҡыҙы минән әкиәттәр һөйләтә ине. Эээй, бала саҡ. Барыһы ла артта ҡалды, шулай ҙа бәләкәй Йәмилә эргәмдә генә һымаҡ.
– Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә нисек эш башлап киттең?
– Колледжға уҡырға инеп, бер үк ваҡытта (миңә ун алты йәш ине) Сибай филармонияһында эшләй башланым. Колледждан ҡайтам да филармонияға йүгерә торғайным. Һәр ваҡыт Альмира Ҡыуатова, Гөлназ Аҡназарова апайҙарҙың ярҙамын тойҙом, рәхмәтлемен уларға. Тәүге һөнәри белемем – уҡытыусы. Шулай ҙа уҡыуымды дауам итергә кәрәк, тигән маҡсатта Мәскәүгә юлландым. Унда Мәҙәниәт университетының хореография факультетын тамамлап, юғары белемгә эйә булдым. Артабанғы хеҙмәт юлым Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бәйле. Унда эшләү осоро минең өсөн сәнғәттә сынығыу йылдары булды, тип әйтергә була. Бейеүсегә һәр яҡлап үҙеңде тәртиптә тоторға кәрәк, тигән талап ҡуйыла.
– Репертуарға үҙ тәҡдимдәреңде индерәһеңме? Унда фольклор ниндәй урын биләй? Бейеү ижадында ниндәй ҡыйынлыҡтар бар?
– Халҡыбыҙҙың бейеүҙәре бай йөкмәткеле, улар тәрән фекер уята. Күңелең аша үткәреп башҡарғанда ғына образ тыуҙыра алаһың. Беҙҙең бейеүҙәрҙә халҡыбыҙҙың үткәне, бай тарихы, күңел моңо ла сағыла.
Фәйзи Ғәскәровтың бай ижади мираҫы халыҡсанлығы менән өлгө булып тора һәм улар мәңгелек бейеүҙәр булып ансамбль репертуарының төп өлөшөн тәшкил итә. Әлбиттә, репертуарҙа башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәре лә урын ала. Үткән ижади йылда ҡытай, ҡырғыҙ, һинд, африка илдәре халыҡтарының бейеүҙәрен өйрәндек. Ә дөйөм алғанда, башҡорт бейеүҙәренә иғтибар көслө. Йыл башынан алып, мәҫәлән, Рәйес Низаметдинов яңы бейеүҙәр һалды. Ансамбль үҙенең маҡсаттарына ирешеп, ижад юлын тағы ла нығытыуҙа ҙур эш алып бара. Етәксебеҙ Алмас Рәсих улы Сәйетов ансамблде артабан да үҫтереү өсөн ҙур эштәр башҡара.
Бейеү хеҙмәте – ауыр хеҙмәт. Юҡҡа ғына Дәүләт тарафынан бейеүсенең хеҙмәт стажы 20 йыл тип ҡаралмаған. «Хореография» һүҙе грек телендә «бейеүҙе яҙам» тигәнде аңлата. Бейеү сәнғәте – үҙенсәлекле сәнғәт. Теге йәки был ваҡиғаны хәрәкәттәр ярҙамында һөйләп биреү ҙур оҫталыҡ талап итә. Ошоға ижади фекерләү ҡеүәһе өҫтәлә. Ул ғына ла түгел, зиһенең, күңелең, эске донъяң, аҡылың, фиғелең аша кәүҙәләнә бейеү. Үҙемә бейеүҙәр ижад итергә бер мәл форсат тейҙе. Бейеүҙәрем күңел моңо менән яралды. «Зөлхизә» халыҡ йырын тыңлайым, шул саҡ күңелемдә ошо бейеүем тыуҙы. «Һомай», «Көтөүсе ҡатыны», «Лирик бейеү», «Ҡатындар Байығы», «Селтәрле ҡыҙ», «Ҡолонсаҡтар» бейеүҙәрен һалдым. Сольный бейеүҙәр – "Ҡумыҙ сыңы", "Яусы", "Шаян ҡыҙ", "Ярата-яратмай", "Үҙемсә бейейем", дуэттар – " Ҡыҙлы йорт", "Әхирәттәр", биш кешенән торған бейеү – "Тәмле булһын ашыбыҙ, йәки Бишбармаҡ", " Әкиәт" һәм башҡалар. Алла бирһә, үҙ халҡымды яңы бейеүҙәр менан ҡыуандырғым килә, иң мөһиме – һау-сәләмәт, имен-аман булайыҡ!
– «Байыҡ» телевизион проектына ниндәй ҡараштаһың?
– Был проект республикабыҙҙа бер нисә йыл рәттән эшләп килә. Сәнғәттә боронғоно аяҡҡа баҫтырыу – замандан артта ҡалыу түгел ул. Халыҡ үҙ ижадында иҫ китмәле ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Уларҙы өйрәнеү, заманға яраҡлаштырыу беҙҙең артабанғы үҫешебеҙ өсөн мәртәбә булыр. «Байыҡ» проектын ошо йәһәттән отошло, тип һанайым.
– Ниндәйҙер, оҙаҡ ҡына иҫтә һаҡланасаҡ эштәр башҡарғанығыҙ булдымы?
– Уҙған йыл көҙ айҙарында ансамблгә презентациялау өсөн клип кәрәк булғайны, шунда уҡ төшөрә лә башланылар. Клиптың авторы режиссер, продюсер Рияз Исхаҡов һәм операторҙар төрлө бейеүҙәрҙе ҡалаларҙың төрлө объекттарында, «Хилтон Гарден» гостиницаһының ҡыйыҡ башында, «Ҡунаҡһарай» бинаһы алдында, «Буревестник» бассейнында һәм башҡа урындарҙа төшөрҙө. Беҙҙең өсөн «Ете ҡыҙ» бейеүе айырыуса иҫтә ҡалғандыр, сөнки беҙ сәхнә кейемдәрендә һыу өҫтөндә, һыу аҫтында бейеүҙәр башҡарҙыҡ, ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та мәлдәр булды. Мин Хургада ҡалаһында дайвингҡа уҡығас, артыҡ ҡурҡманым, ләкин ҡыҙҙар өсөн гел борсолдом...
– Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?
– Пландарым ҙур, иң мөһиме – ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү. Тамашасыларҙы, Алла бирһә, яңы бейеүҙәрем менән ҡыуандырырға ине, тип тырышам.
Әңгәмәсемде егәрле лә, уңған да тигәйнем бит әле. Эйе, Йәмилә бейей ҙә, үҙе лә бейеүҙәр һала. Ул ғына ла түгел, концерттар мәлендә уның ҡулында – микрофон, Хөкүмәт тарафынан үткәрелгән концерттарҙы алып барыуҙы ла уға ышанып тапшыралар. Тағы ла, ул башҡорт милли бейеү курстарын алып бара, клиптар төшөргәндә хореограф булып та эшләй. Милләтебеҙҙең рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауҙа, таратыуҙа үҙенең тейешле өлөшөн индергән Йәмилә һылыуҙың киләсәге яҙғы ҡояштай йомарт булһын.
P.S. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңы күмәк бейеүе сығасаҡ. Коллегалары өсөн «Быуындар сылбыры» тип аталған бейеүҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева һалған. Яңы бейеүгә көйҙө билдәле композитор Илшат Яхин яҙған. Үҙенсәлекле костюмдарҙың рәссамы – Наталья Степанова. “Ансамблдә минең ике бейеүем ҡуйылды, премьераларҙы көтөп ҡалабыҙ, һәм тағы ла яңы идеяларым бар. Уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәре өсөн ансамбль етәкселәренә рәхмәтем ҙур”, – ти Йәмилә Руслан ҡыҙы.
Сәриә Ишемғолова
Читайте нас: