-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

УҠЫТЫУСЫ БУЛЫРҒА ИНЕ ХЫЯЛЫМ

10-сы синыфты бөткәндә уҡытыусы булырға ине хыялым. Тарихҡа, әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирә инем. Артист булырға тигән уйым, бәлки, булмағандыр ҙа, сөнки мин бәләкәйҙән бик ныҡ оялсан инем. Магазинға икмәк алырға ебәрһәләр, әгәр ҙә өс-дүрт кеше булһа

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәким МОРТАЗИН:
- 10-сы синыфты бөткәндә уҡытыусы булырға ине хыялым. Тарихҡа, әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирә инем. Артист булырға тигән уйым, бәлки, булмағандыр ҙа, сөнки мин бәләкәйҙән бик ныҡ оялсан инем. Магазинға икмәк алырға ебәрһәләр, әгәр ҙә өс-дүрт кеше булһа, уларҙың сығып киткәнен көтөп, ишек төбөндә торам. Дәрестә дүрт юллыҡ шиғырҙы ла синыф алдына сығып уҡырға оялдым. Уйнағанда ла үҙемдең яҡын күргән дуҫтарым, электән дуҫлашып йөрөгән тиҫтерҙәрем менән генә уйнаным. Икенсе берәйһе килеп ҡушылһа, шунда уҡ уйындан сығам. Һыу буйында тирләп-бешеп ултырһам ултырам, балалар күп булғанда һыу инмәйем.Был оялсанлыҡтан да бигерәк баҫалҡылыҡ булғандыр. Сөнки беҙҙең ғаиләләге алты бала өләсәйем (атайымдың әсәһе) ҡарамағында, уның тәрбиәһендә үҫте. Ул үҙе бик дини, уҡымышлы кеше ине. Шуға ла беҙҙе, атай наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, дин ҡанундары аша тәрбиәләргә тырышҡандыр: ололарҙы хөрмәт итергә, үҙеңде һәр ерҙә тәртипле тоторға. Мин туғыҙ айлыҡ саҡта атайым вафат булған. Әсәйем көнө буйы колхоз, йәмәғәт эшендә. Мәктәптә драма түңәрәге эшләне. Түңәрәк етәксеһе Рима Мөрсәлимовна мине гел сығыш яһарға саҡыра торғайны. Ҡайҙа инде, ҡатнашыу түгел, унда барырға ла оялам. Бер заман сығарылыш кисәһенә әҙерләнәбеҙ. Шул ваҡыт бүлмәгә синыфыбыҙ етәксеһе Ғизетдин Әхмәтғәле улы килеп инде. Ҡулында – район гәзите.– Балалар, һеҙгә, барығыҙға ла, ҡайҙа ла булһа уҡырға барырға кәрәк. Бына гәзиттә иғлан баҫылған. Баш ҡала театрынан комиссия килгән, сәнғәт институтына студенттар йыялар. Хәким, шунда барып ҡара әле”, – тип, нишләптер, миңә төбәп әйтте ул. Тәжрибәле уҡытыусының, бәлки, ниндәйҙер тойомлауы ла булғандыр. Комиссия ағзаларына райондан барлығы алты кеше барып күрендек. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова һайлап алыу комиссияһы етәксеһе булып үҙе килгәйне. Һәм ул миңә шун да: “Хәким, башҡалар килмәһә, мин үпкәләмәйәсәкмен. Әммә һин беҙҙең уҡыу йортона мотлаҡ килергә тейешһең. Кәрәк булһа, үҙем ярҙам итәсәкмен,” – тине. Шулай булды ла. Ул әсәйҙәрсә мине үҙ ҡанаты аҫтына алды. Бәлки, ныҡ оялсан булғаным өсөндөр, ул курс алдында мине бер ваҡытта ла әрләмәне. Хәҙер уйлайым да, уның тәжрибәһенә, ысын педагог булыуына хайран ҡалам. Шул ваҡытта ул мине бөтөнләй йомолоп ҡуйыр тип уйлағандыр. Сәнғәт институтында уҡып йөрөүемде ишеткәс, ауылда берәү ҙә ышанманы. Әсәйем килеп етте. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының кабинетында өсәүләп һөйләшеп ултырабыҙ. Әсәйем өсөнсө дәрәжә “Хеҙмәт Даны” орденыкавалеры, район, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты булып йөрөгән, урыҫса ла (урыҫ мәктәбендә уҡыған), башҡортса ла сатнатып һөйләшкән бик үткер кеше. “Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, тураһын әйтегеҙ, Хәкимдән эш сығырлыҡмы, юҡмы? Юҡ, тиһәгеҙ, хәҙер үк алып ҡайтып китәм!” – тине. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы: “Юҡ, апай, улай тип әйтмәгеҙ. Хәкимдең һәләте бар. Уны яйлап асырға ғына кәрәк”, – тип, әсәйемде тынысландырҙы.
Читайте нас: