Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юльяҡшин:
- Бала сағымды иҫкә алһам, көлкө лә, илағы ла килеп китә. Рәхәтләнеп ял иткәнгә, уҡығанға ҡарағанда ең һыҙғанып эшләгән ваҡыттарым күберәк булды, шикелле. Йәш ярымғаса ныҡ илағанмын. Илаҡлығым арҡаһында хатта әсәйем менән дауаханала ла ятып сығырға тура килгән. Шул мәлдә үк табиптар әсәйемде: “Күп илаған баланың үпкәһе ҙур булып үҫешә. Йырсы булып китер әле малайығыҙ”, – тип, шатландырып сығарған.
Уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән осорҙа уҡ, үҙ алдыма көйҙәр көйләп, отоп алған йырҙарҙы йырлап йөрөй торғайным. Балалар баҡсаһына барғансы тик башҡортса ғына һөйләшкәс, коллективҡа өйрәнеп китеү, икенсе телдә һөйләшә башлау бик ауырға тура килде, әммә бирешмәнем.
Йәйен Ғафури районының Ҡауарҙы ауылына ҡайтҡан һайын атайым менән икәүләп ағас ҡырҡыу, утын ярыу, хужалыҡ әйберҙәрен йүнәтеү менән шөғөлләндек, ҡулымдан килерҙәй бар эште йәштән үҙ елкәмә алдым, тиһәм дә хата булмаҫ.
Өфөләге 48-се Башҡорт лицейының икенсе синыфында уҡып йөрөгәндә ҡурайҙы беренсе тапҡыр ҡулыма алдым. Ирғәли Сәхи улы Байрамғолов алып барған түңәрәккә яҙылырға ҡарар иткәс, көйҙәр үҙләштереү өҫтөндә ныҡлап шөғөлләнә башланым. Быны күреп, атай-әсәйем ҡурай бүләк итергә теләгән, тик ул заманда милли ҡоралыбыҙҙы табыуы ауыр булғанлыҡтан, оҙаҡ ваҡыт ниәттәренә өлгәшә алмаған. Ауылға ҡайтып, мәжлес ойошторғанда ҡурайым менән бергә табындың биҙәгенә әйләнә лә ҡуя торғайным. Әле лә иҫтә: мин ҡурайҙа һыҙҙыртам, ике туған ағайым баян менән оҙата килә. Шулай дәртле итеп мәжлестәрҙе үткәреп ебәрә инек.
Ҡурайҙың серенә төшөнөп алғас, баянда уйнарға өйрәнеү теләгемде лә атай-әсәйемә еткерҙем һәм лицей эргәһендә урынлашҡан музыка мәктәбендә шөғөлләнә башланым. Тик ноталарҙы белмәнем. Дөрөҫөн әйткәндә, быға өйрәнеүҙең әллә ни кәрәген дә тапманым. Баян дәрестәрен алып барған уҡытыусы, ноталарҙы белмәйһең тип, минең менән эшләргә теләмәгәс, төшөнкөлөккә бирелмәйенсә өйҙә үҙаллы шөғөлләнергә ҡарар иттем. Атайым баян бүләк итте. Миңә һуңғы һәм иң ҡәҙерле бүләге булды уның... Әле лә күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡлайым шул баянды. “Уйна, улым, йөрәктәрҙе өҙгәнсе”, – тигән һүҙҙәре, доға кеүек, ҡолаҡта сыңлай...
11 йәшемдә атайһыҙ ҡалғас, ғаиләлә хәҙер баш кеше икәнемде аңланым. Аҡса етмәгәнлектән йәшләй эшкә урынлаштым, вагондар бушатыу менән шөғөлләндем. Әсәйем Нәфисә Зәйнулла ҡыҙы, ал-ял белмәй эшләп, беҙҙе кеше итеү өсөн бик күп көс һалды, ҡәҙерлем алдында рәхмәттәрем сикһеҙ.
Үҙем күргән тормошто бер кемгә лә теләмәйем. Бөгөлөп барғанда ярҙам ҡулы һуҙыусылар бик күп булды, шуға күрә бөгөн барлыҡ мохтаж кешеләргә хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Киләсәктә, Аллаһ бойорһа,
бәлки, хәйриә фонды ла асып ебәрермен...
Бала саҡта президент булырға хыялландым. Йәнәһе, президент булып ҡына кешеләрҙең хәлен яҡшыртып, йәшәйешен үҙгәртеп була…
Мәктәптә үткән кисәләрҙә “Каруанһарай” төркөмөнөң йырҙарын башҡарып, лицей командаһы составында “Шаяниум”да ҡатнашып йөрөнөм. Алты йыл буйына баш ҡалабыҙҙың Өфө моторҙар эшләү берекмәһе
мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Сулпан" түңәрәгендә шөғөлләндем. 10-сы синыфта уҡығанда ошо түңәрәк ағзалары менән хатта Финляндияла уҙған музыкаль фестивалдә дә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Йыр-моң менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк тигән уй менән ҡанатланып ҡайттым сәфәрҙән. Ошо йылда минең “Самый шулай” тип аталған беренсе аудиоальбомым менән компакт-дискым донъя күрҙе. Әле халыҡ мине яҡшылап белеп етмәһә лә, улар тиҙ арала күмәртәләп һатыла башланы. Әйткәндәй, “Самый шулай” альбомына ингән йырҙарға аранжировканы үҙем эшләнем. Быға ул заманда радиола музыкаль мөхәррир булып эшләгән Ғәлинур Юламанов өйрәтте. Тәүге йырҙарымды ла студияла яҙҙырырға ул ярҙамлашты.
Мәктәпте тамамлағас, ситтән тороп М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетының Өфөләге филиалына педагогика һәм психология бүлегенә уҡырға индем, шул уҡ ваҡытта “Моң” студияһына аранжировкалаусы булып эшкә урынлаштым. Музыка донъяһына ныҡлап сумғас, өйгә ҡайтыуҙар һирәгәйҙе, студияла йоҡлап ҡалған саҡтар күп булды. Әсәйем менән Регина апайым мине күп ваҡыт күрмәй ҙә ҡала торғайны. Конкурстар, йырҙар, клиптар яҙҙырыу, яңынан-яңы танышлыҡтар – барыһы ла ныҡ оҡшаны миңә. Йыр донъяһы бар булмышы менән сорнап алып, президент булырға тигән теләгемде йөрәк төпкөлөндә ҡалдырҙы.
Тәжрибәһеҙ килеш, тырыша торғас, үҙем менән бер нисә йәш йырсынан торған тәүге проектты – “Яңы йүнәлеш” төркөмөн булдырҙым. Башҡортостанда халыҡ яратып ҡабул иткәс, ижадымды киңәйтергә тигән уй тыуҙы. Яйлап урыҫ телендә лә йырҙар ижад итә башланым. 2011 йылда Мәскәүгә юлландым һәм әлеге көндә продюсерым булған Сибай егете Александр Слюсаренко менән таныштым.
Элвин Грей проектына килгәндә, ул 2012 йылдың декабрь айында Мәскәү ҡалаһында булдырылды, яйлап командама егеттәр тупланды. Ошо проект минең тормошомдо, ижад юлымды тулыһынса үҙгәртте, башҡорт халҡының ғына түгел, башҡа милләттәрҙең дә үҙ йырсыһы итеп танытты.