+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай Ҡырҡ беренсе көндә һуң булмаҫмы?

Ҡырҡ беренсе көндә һуң булмаҫмы?

Беренсе риүәйәт, йәки Намаҙға баҫыу шарты
Тыумаҡ барҙа, үлмәк бар. Атай кеше үлем түшәгенә ятҡан. Янында улы өтәләнгән. Ул һуңғы көсөн йыйып улына бәхилләшеү һүҙҙәрен әйткән:
– Донъялыҡ менән хушлашырға ла ваҡыт етте, улым. Мин һиңә ризалығымды бирәм. Бәләкәй сағыңдан алып илгәҙәк, ярҙамсыл булдың. Йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнең. Һәр йәһәттән дә мине һынатманың, тормошомда, бигерәк тә ҡартайған көнөмдә ышаныслы терәк-таянысым булдың, тыныс йән менән китәм донъялыҡтан. Һинең өсөн тип бағышлаған доғаларым Хоҙай Тәғәлә тарафынан ҡабул булып, тормошоңда бәрәкәт-муллыҡтар алып килһен. Иншаллаһ!
Тик бер бер генә үкенесем ҡала донъялыҡта, улым: ул да булһа – һине намаҙлыҡҡа баҫтыра, дин юлына күндерә алманым. Ваҡытым да, һаулығым да етмәне. Бының өсөн мин һинән ғәфү үтенәм. Үҙ бурысымды үтәй алманым. Васыят итеп әйтәм: минең йыназаны үткәргәс, иң тәүҙә тәһәрәтләнеп, ҡырҡ көн буйына мәсеткә барып, намаҙ ваҡытында мулла ыңғайына ойоп, уның доғаларын ҡабатлап, мине иҫеңә төшөрөп ултыр. Доғалар баҡыйлыҡта ишетелә тиҙәр, тауышыңдан танып, ҡәберемдә ҡыуанып ятырмын. Бәхил бул!
– Бәхил бул, атай. Мин дә һиңә ризамын. Борсолма, васыятыңды үтәрмен...
Атай кеше йән биргән. Атаһын тәрбиәләп йыйыштырғас, улы уның васыятына тоғро ҡалып, тәһәрәтләнеп, шундуҡ мәсеткә килгән. Мулла ыңғайына ойоп, сәждәгә китеп, дин әһеленең ауыҙынан сыҡҡан доғаларҙы ҡабатлап ҡырҡ көн буйы мәсеттә ултырған ул. Бер көндә лә намаҙға һуңламаған. Ҡырҡ көн үткәс, ҡырҡ беренсе көндә атаның улы, хәҙер инде үҙ теләге менән мәсеткә йөрөй башлаған. Килеп кенә ҡалмаған, доғаны ла үҙаллы уҡып, намаҙға баҫҡан. Дингә лә килгән. Собханаллаһ!
Икенсе риүәйәт,
йәки Аҡыл алмағасы ҡайҙа үҫә?
Бер ауылда йәшәүсе үҫмер донъяла аҡыл алмағасы барлығы хаҡында ишеткән. Имеш, шул алмағастың бер генә алмаһын ауыҙ итһәң, ер йөҙөндә иң аҡыллы, иң зирәк кешегә әүереләһең икән. Үҫмер шул ағасты табыу маҡсатын ҡуйып, ауылдағы өлкәндәрҙән, күршеләренән, юлында осраған бөтә кешеләрҙән дә шул алмағастың ҡайҙа үҫкәнлеген һораша башлаған. Мәсет янында ултырған Басир атлы аҡһаҡалдан да һорашҡан үҫмер.
Әгәр ҙә бер йыл буйына ошонда минең янда ултырһаң, миндә уллыҡта йөрөп, ҡушҡан йомоштарымды үтәһәң, ул ағастың ҡайҙа үҫкәнлеген әйтермен. Емешенән дә ауыҙ итерһең. Әгәр ҙә минең әйткәнде тыңламаһаң, һиңә донъя буйлап гиҙеп, аҡыл алмағасын эҙләп йөрөргә, күп кенә ваҡытыңды юғалтырға, бушты бушҡа ауҙарырға тура киләсәк, – тигән уға аҡһаҡал. Үҫмергә оҡшамаған уның яуабы. Шул ваҡыт ул күрше ауылда ла бөтә нәмәне белгән аҡһаҡал барлығын ишеткән. Барған янына, әммә ул да үтенесен ҡәнәғәтләндерә алмаған, яурындарын ғына йыйырған. Артабан тағы ла элек әйткән булһам, һүҙҙәремә ышанмаҫ инең, улым. Аҡыл алмағасы бар кешегә лә үҙенең серҙәрен асып бармай. Ул да, башҡа алмағастар һымаҡ, йылына бер тапҡыр ғына емеш бирә.
Уның емештәрен ауыҙ итеүсе кешегә башҡа ябай алмағастарҙың алмаларынан айырыр өсөн сабырлыҡ талап ителә. Бер йыл элек мин дә ошо алмағас янында ултырғанда минең янда бер йыл бул, тип әйттем бит һиңә. Ә һин мине тыңлашмайынса, ауылдан сығып киттең. Аҡыл алмағасын ситтә эҙләһәң, күп кенә ваҡытыңды бушҡа үткәрәсәгең хаҡында ла әйттем. Шулаймы? Һине миңә төбәп ебәргәне өсөн теге аҡһаҡалға рәхмәт әйт! – тигән уға ауылдашы. Бер аҙҙан өҫтәп тә ҡуйған Басир:
- Һәр кемдең аҡыл алмағасы үҙенең тыуған ерендә генә үҫә...
Егет кеше уның һүҙҙәренә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмаған. Барыһы ла олатаһы әйткәнсә булған шул. Ярар әле, ул был хәҡиҡәтте бер йыл үткәс кенә аңлаған.
Һығымталар:
Был ике риүәйәтте йола хаҡында тип нарыҡлағанһың, ә уларҙа һүҙ бөтөнләй башҡа төшөнсәләр хаҡында бара, ҡайҙа уларҙың йолаларға бәйле фәтеүәһе, тип һорау бирәсәк мәҡәлә менән танышҡан уҡыусы. Тәүге ҡарамаҡҡа ул хаҡлы ла буласаҡ. Әлбиттә, был риүәйәттәрҙән башҡа төрлө фәтеүәләр ҙә сығарып, башҡаса һығымталар ҙа яһарға мөмкиндер. Әммә уларҙың ҡиммәте вә әһәмиәте тағы ла шундалыр: уларҙан һәр кем үҙенсә йомғаҡлауҙар яһап, үҙе өсөн файҙалы яғын ҡабул итһә, баһалары шунсама юғарылыр. Кеше риүәйәттең генә түгел, хатта әкиәттең дә әкәмәттәрен үҙе аңлаған кимәлдә ҡабул итә, һығымталар яһай, дөйөмләштерә. Мин үҙем иһә уларҙың йолаға бәйле һығымталарын түбәндәгесә яһаным:
– Тәүге риүәйәттә ни өсөн атай кеше улына фәҡәт ошондай васыят әйтеп ҡалдырҙы икән? Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла ябай ғына кеүек: улы атаһының васыятын үтәп, мәсеткә бара һәм уның донъялыҡта ҡалған берҙән-бер үтенесен һәм үкенесен бойомға ашырып ҡуя. Үәт, маладис, ҡайһылай тыңлаусан вариҫы, тоғро вә маҡтаулы улы бар атай кешенең, тип кенә ҡуйырлыҡ. Күп осраҡта ошоноң менән һүҙ ҙә тамам булыусан. Әммә ошо васыятта халҡыбыҙҙың тәрән аҡылы ла йәшерелгән. Халыҡтың йәшәү йөкмәткеһен тәшкил иткән йола-традицияларҙың икенсе төрлө атамаһы ла бар: ғөрөф-ғәҙәт. Тап ошо атамала ята был васыят мәғәнәһе. Ҡырҡ көн һуҙымында мәсеткә йөрөгән улы ҡырҡ беренсе көндә үҙе теләп унда килә. Йәғни уның был ғәмәлдәре ғәҙәтенә күсеп, уның холҡон формалаштырыуға булышлыҡ иткән. «Ҡырҡ» һанының тап шулай аталыуы хаҡында ла фараз йөрөтөргә мөмкинлек бирә был дәлил. Ни өсөн тигәндә был һан осраҡлы рәүештә генә «ҡырҡ» тип аталмаған. Йәғни ул ҡырҡылыуҙы, үҙгәреүҙе аңлатҡан һан. Ҡырҡ йәшендә кеше ғүмерлеккә йәшлеге менән хушлаша, мәрхүмдең ҡырҡын уҡытҡанда мәрхүмдең йәне хәтеренән айырылып, ҡырҡылып мәңгелеккә табан юллана, тиҙәр. Хәҙер инде ошо схеманы йолаға бәйләп фекер йөрөтөп ҡарайыҡ. Әгәр ҙә кеше үҙе башҡарырға теләмәгән, әммә мотлаҡ башҡарырға тейеш булған ғәмәлде ҡырҡ көн буйы, үҙ теләгенә ҡаршы килеп булһа ла, башҡарһа, ҡырҡ беренсе көндә был ғәмәле уның ғәҙәтенә әүерелә, ғәҙәттән холоҡ формалаша. Ә нимә һуң ул холоҡ? Уны икенсе төрлө характер тиҙәр. Холҡоң (характерың) нисек булһа, яҙмышың да шундай уҡ. Тимәк, кеше үҙ яҙмышын үҙгәртә алмай, тигән һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Бының өсөн ни бары кешегә ҡырҡ көн һуҙымында ҡаратырышлыҡҡа көйләнгән фиҙаҡәрлек кенә талап ителә. Әйтәйек, кеше ялҡау икән, уның был хәләте холҡона ла күскән. Шул кеше үҙ-үҙен еңеп, иртә таңдан тороп ҡырҡ көн һуҙымында йүгерһә, ҡырҡ беренсе көндә автоматик рәүештә һикереп тороп йүгерәсәк. «Мин эсеүемде ташланым» тигән яҙмаларымда мин был хаҡта яҙып үткәйнем инде.
Нимә һуң ул йола? Йола ул көн һайын, йә ай һайын, йә йыл һайын башҡарыла торған ғәмәл, байрам йә булмаһа сара. Әгәр әҙ ул ғәмәл, байрам, сара даими башҡарылһа, улар айырым кешене генә түгел, халыҡты, милләтте тәрбиәләр, уны көслө һәм рухлы итер ҡөҙрәткә эйә. Беҙ күп осраҡта йола-традицияларҙы үтәүҙе формализм һымаҡ күреп өйрәнгәнбеҙ. Сөнки башҡа төрлө электрон һәм һанлы әүрәткестәре күп заманда халыҡтың йола-традицияларын үтәү күңелһеҙ һымаҡ та булып күренә. Әммә, риүәйәттә әйтелгәнсә, беҙ халҡыбыҙҙың йола-традицияларын, ғөрөф-ғәҙәтен мотлаҡ үтәргә бурыслыбыҙ. Үҙ балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙең ошонан да һөҙөмтәлерәк юлдары бармы икән һуң? Әйтәйек, әгәр ҙә балағыҙ ҡырҡ көн һуҙымында Интернет артында, смартфон ҡосаҡлап ултыра икән, ҡырҡ беренсе көндә һуң булыуы ла бар бит. Һуңғы йылдарҙа хатта ауылдарҙа ла балаларҙың тыуған телдәрендә аралашмауы хаҡында күп зарланабыҙ. Әйҙәгеҙ, тырышлыҡ һалып, уларҙы ҡырҡ көн буйына башҡортса һөйләштереп ҡарайыҡ та, ҡырҡ беренсе көндә шым ғына урамға сығып, ниндәй телдә аралашыуҙарын тыңлап ҡарайыҡ. Һәр хәлдә, тел мөхите булдырыуҙың был алымы иң һөҙөмтәле ысул булыуы бик мөмкин.
Халыҡты халыҡ иткән йола-традицияларҙың ғөрөф-ғәҙәт тип аталыуы ла тап ошонан киләлер. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы дәлил: ни өсөн төрмәләрҙе икенсе төрлө «холоҡ төҙәтеү учреждениеһы» тип атайҙар икән? Үкенескә ҡаршы, ул урындан байтаҡ кешеләр, киреһенсә, боҙолоп сыға шул.
– Икенсе риүәйәттең дә йола-традицияларға бәйле әһәмиәте хаҡында фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.
Ай, тау ғына яҡшы, тау яҡшы,
Тау яғалап үткән юл яҡшы.
Алтын менән көмөш яуған ерҙән,
Тыуып та ғына үҫкән ил яҡшы, –
тип йырланыла халыҡ йырында. Быға оҡшаш йыр һүҙҙәре, мәҡәл-әйтемдәр бик күп халыҡ ижадында. «Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул» тип тә әйтелә. Шулай ҙа, риүәйәттән сығып фекер йөрөтһәк, аҡыл алмағасы ни өсөн һәр кемдең тыуған ерендә үҫә һуң? Ни өсөн башҡаларҙың тыуған ерендә, сит яҡта үҫмәй һуң?
Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Батырхан Мырҙабаев сығыш яһап, унда бик ҡыҙыҡлы бер фекер әйткәйне: «Милләттәштәребеҙ яҡшы йәшәү шарттары, оҙон аҡса эҙләп сит илдәргә, себерҙәргә юллана. Улар хатта республикабыҙ өсөн һалым да түләмәй, башҡалар өсөн хеҙмәт итә. Ситте төйәк итеүселәр үлергә тыуған еренә ҡайтһын ине. Исмаһам, тәндәре сереп, тыуған ерҙәренә ашлама булыр ине...»
Ни өсөн Басир ҡарт үҫмергә үҙенең янында бер йыл булыуҙы тәҡдим иткән һуң? Уның көсөн файҙаланырға теләгәнме? Йомошсо малай итеп алырға уйлағанмы?
Ғөмүмән, ниндәйҙер алмағастың алмаһын тәмләгәндән генә кеше аҡыллы булып китә аламы икән? Минеңсә, риүәйәттең төп фәтеүәһе ошонда яталыр ҙа. Әйтергә кәрәк, тап йола-традицияларға бәйле фәтеүәһе.
Аҡыл алмағасы хикмәтенең алмағаста ла, алмала ла түгеллеген генә аңланымы икән егет кеше? Ай-һай! Сөнки Басир олатай үҙе әйткәнсә, һәр кемдең аҡыл алмағасы уның тыуған ерендә генә үҫә. Был мотлаҡ үтәлергә тейешле, тимәк, йолаға тиң ҡағиҙә.
Читайте нас: