-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Фильм ҡәләм менән түгел, камера менән яҙыла

Камера менән тарих яҙыусы башҡорт егете, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, кинорежиссер Айнур Асҡаровтың өйөрмә тиҙлегендәге эш барышынан ваҡыт табып, журнал өсөн биргән интервьюһын тәҡдим итәбеҙ

– Айнур Юлай улы, ниндәй юлдар һеҙҙе кинорежиссер һөнәренә алып килде?
– Ысынын ғына әйткәндә, был һөнәргә мине көтөлмәгән юлдар алып килде. Ғөмүмән, мин актер булырға йыйындым, һәм 2008 йылда Сибай сәнғәт колледжының «театр һәм кино актеры» бүлеген тамамлаған саҡта мин режиссер булырмын, тип уйламаным. 3-сө курста уҡыған саҡта театр минең шөғөл түгел икәнен аңлай башланым. Бер аҙ Сибай дәүләт балалар театрында ла эшләп алдым. 2007 йылда ижади юлымды «Башҡортостан» киностудияһында,
Таңсулпан Бураҡаеваның «Минең йондоҙом» фильмына кино төшөрөү майҙансығында ярҙамсы техник булараҡ башланым. Режиссура менән шөғөлләнергә теләгән һәр кем ябай эштән башларға тейеш, тип уйлайым, сөнки хәҙер мине операторҙар алдай алмай, кәрәкмәгән техниканы йәки штативты килтереп һалып китә алмай, мин бөтәһен дә беләм (көлә). Кинола эшләү театрҙа эшләүгә ҡарағанда бик ҙур әүҙемлек талап итеүе менән ҡыҙыҡлыраҡ тойолдо. Миндә режиссер булыу теләге уянды һәм Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетының ижад һәм экран профессиялары факультетына уҡырға индем.
– Айнур, үҙенсәлекле ижадыңа ҡайҙан илһам һоҫаһың? Һөнәр һайлауҙа яңылышмағанһыңдыр, тип уйлайбыҙ, сөнки университетта уҡып йөрөгән саҡта уҡ «Еңмеш», «Дама с собачкой» фильмдары өсөн Санкт-Петербург Йәштәр премияһы лауреаты булдың. Илһамлы ижадҡа көс биреүсе тамырҙарың һәм тыуған яҡтарың тураһында һөйләп үтһәң ине.
– Мин ижад юлымдың башында ла, әлеге көндә лә тыуған яҡтарымдан, киң далалы Хәйбулланан, Әбеш ауылында үткән бала сағымдан илһам алам. Урал аръяғы халҡы бик үҙенсәлекле – ябай, хәйләһеҙ, ихлас, яһалмалыҡты белмәй. Ярата икән – ысынлап ярата, күрә алмай икән – ысынлап тороп күрә алмай. Минең төшөргән киноларымда башҡорт халҡының ошо сифаты ярылып ята.
– Башҡа сәнғәт төрҙәренән айырмалы кино сәнғәте нимәһе менән үҙенсәлекле һәм нимәһе менән арбай?
– Кино – киң массалар өсөн тамаша. Ул образдар байлығы менән үҙенсәлекле. Ролде уйнаусы актер тамашасыны ышандыра алһа ғына, образға автор һәм режиссер тарафынан һалынған идея асыласаҡ. Күп аралашыу, яңы кешеләр, яңы сюжеттар – һинең һөнәреңдең өлөшө булып тора. Актерҙар һайлау, фильмды ҡайҙа һәм нисек төшөрөү тураһында эҙләнеүҙәр. Башҡорт кино сәнғәтенең үҫеше, хәҙерге торошо, тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында уйланыуҙар йәш быуынға тәрбиә бирерлек, киләсәк быуынға тормош тәжрибәһен еткерерлек фильмдар төшөрөргә теләк мине арбай һәм төрлө матур идеялар менән һуғара.
– Һин таланттарға бай ғаиләлә тыуып үҫтең. Әле үҙеңдең дә ғаиләң бар. Тынғыһыҙ эшең ғаилә тормошона ҡамасауламаймы?
– Эйе, мин тормош юлымда ике ғаиләгә бурыслымын. Тыуып-үҫкән ғаиләм һәм үҙем төҙөгән ғаиләм. Атай-әсәйем сәнғәт донъяһында билдәле йондоҙҙар. Атайым – танылған музыкант, йырсы, легендар «Рух» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Юлай Асҡаров. Әсәйем Сәриә Асҡарова ла Хәйбулла һандуғасы. Улар ғүмер буйы йыр-моңдан айырылманы. Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән өсөн мин уларға рәхмәтлемен. Беҙ өс малай үҫтек, өсөбөҙ ҙә сәнғәткә, илһамлы ижадҡа битараф түгелбеҙ. Үҙем ҡорған ғаиләмдә лә мин бик бәхетле. Оҙаҡ ваҡыт эшемә, һөнәремә бәйле Санкт- Петербургта йәшәнек, сөнки «Башҡортостан» киностудияһы форматы тар тойола башлағас, шәхси эшҡыуарлыҡ юлынан китеп, проекттарыма үҙем режиссер һәм продюсер булдым. Хәҙер Өфөлә йәшәйбеҙ. Университетты 2013 йылда тамамлап, Өфөгә ҡайттым. Башҡортостан Кинематографистар союзының йәштәр үҙәген етәкләнем. Ике ҡыҙым бар.
– Һин төшөргән киноларҙы тамашасы яратып ҡарай һәм ҡабул итә. Иң уңышлыларын ғына һанап киткәндә лә: «Өфөнән һөйөү менән» фильмы 2017 йылда Президент грантына төшөрөлдө. «Әсә» ҡыҫҡа метражлы фильмына «Саҡ менән Суҡ» боронғо төрки эпосына нигеҙләнеп, сценарийҙы драматург Шәүрә Шәкүрова яҙҙы, һәм, фильм 2014 йылда биш миллионлыҡ Президент грантына лайыҡ булды. «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «Әсе бал» документаль фильмы Швецияла уҙған «КиноРюрик» рус киноһы фестивалендә конкурстан тыш күрһәтелде. Шулай уҡ Санкт-Петербургта үткән ХIII «ПитерКит»тың төп бүләге, «Кадр, алға!» фестиваленең «Иң яҡшы документаль фильм» номинацияһы, «АгроСвит–2013» ХХ халыҡ- ара телефестиваленең «Фильм геройына» приздарына лайыҡ булды. «Беҙ ҡол түгел», «Еңмеш» ҡыҫҡа метражлы фильмдары төрлө фестивалдәрҙә 40-тан ашыу бүләк алды. Ә һин үҙең ҡайһы фильмды иң уңышлыһы тип һанайһың?
– Әлбиттә, айырып ҡына әйтеүе ҡыйын. «Әсе бал» фильмы – диплом эшем. Бөгөнгө көндә ҡабатлап ҡараған ваҡытта ла Әнүәр Дилмөхәмәтовтың тәбиғи, оҫта уйнауын күреп, тамағыма төйөр тығыла. Тиҙҙән, 27 августа, кинопрокатҡа сығасаҡ, Мостай Кәрим әҫәре буйынса эшләнгән «Өс таған» фильмы ла күңелемә бик яҡын. Ауыл малайҙары тормошон сағылдырған был әҫәр нәфис фильмды эшләүсе бөтәбеҙгә лә бик оҡшай. Фильм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында төшөрөлдө.
– Айнур, һиңә ҙур рәхмәт! Тынғыһыҙ эшеңдә ҙур уңыштар, башҡорт халҡының тарихи һәм бөгөнгө көнкүрешен сағылдырыусы ижад емештәрең менән милләттәштәреңде ҡыуандырып тороуыңды теләйбеҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: