+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йырларға өйрәнеп буламы?

Бернар Вербер әйтмешләй, тормошта 3 фактор бар... Шуларҙың икеһе һиндә булһа - уңышҡа өлгәшергә була.

«Эйе, тырышлыҡ булғанда, әлбиттә була!» - тип ҡыйыу яуап бирҙе башҡорт эстрадаһына ҡыйыу аҙымдар менән килеп ингән Рәфис Ишбаев.- Йырға, сәнғәткә тартылышым мәктәп сәхнәһенән башланды. Башҡалар өсөн генә түгел, үҙем өсөн дә был хәл көтөлмәгәнерәк булды - нәҫел-нәсәбебеҙҙә йырлаған кеше юҡ. Мәктәптә уҡығанда уҡ, “Мирас” ансамблендә солист булдым, республика кимәлендә үткән бер нисә йыр бәйгеһендә призлы урындар яуланым. Йырлау, йырсы булыу ул минең өсөн буй етмәҫлек хыял ине. 9-сы синыфты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан һайын, мин үҙ-үҙем өҫтөндә эшләргә, был уңыштарҙа туҡтап ҡалмаҫҡа, үҫергә, күтәрелергә тейешлегемде аңлай барҙым. Уҡытыусыларымдан уңдым - сәнғәт училищеһында Вәхит Хызыров, Камиль Вәлиев, Флүрә Ноғоманова кеүек танылған мэтрҙар класында белем алыу бәхетенә ирештем. Сәнғәт училищеһын тамамлағас, армия сафтарында хеҙмәт итеп, тыуған ил алдында бурысымды үтәгәс, ижадтан бер аҙға алыҫлашып торорға тура килде. Өфө ҡалаһының Киров районында суд приставы булып эшләнем. Әммә күңел барыбер сәхнәгә тартылды, ижад һуҡмағына ҡабат баҫтым. "Карауанһарай" студияһында эшләп алдым, яңы йырҙар ижад итеп, республикабыҙҙың танылған йырсылары менән гастролдәргә сыҡтым. Һәр нимәгә тотонһам да, уны еренә еткереп эшләү яҡлымын. Мәғәнәле шиғыр юлдары эҙләү, уға көй яҙҙырыу был эштең - күҙгә күренгән өлөшө генә. Күп сығымдар талап итһә лә, сифатлы аранжировкалар эшләтергә тырышам. Сөнки йыр бер халыҡ хөкөмөнә сыҡһа, ул йә оҡшай, йә юҡ. Йә популяр булып китә, йә онотолоп ҡала, тигәндәй. Ҙур хеҙмәт һалынған ижад емешемә еңел-елпе ҡарай алмайым, һәр этапта уны яҡшы итеп эшләргә бурыслы итеп тоям. Йырсы булыу өсөн талант кәрәк тибеҙ бит инде. Әммә бер ниндәй ҙә дәрес алмайса, тыумыштан матур йырлаған йырсыларыбыҙ бар, әйтәйек, мәшһүр Абдулла Солтанов, һ.б. Шул уҡ ваҡытта, ҙур вуз, академиялар тамамлап, әллә ни тауыштары айырылып тормаған йырсылар ҙа юҡ түгел. Тағы ла бала сағында йырға маһирлығы бик һиҙелмәгән, бәлки оялыуы арҡаһында сәхнәгә сыҡмай ҡалған, ә олоғайғас таланты асылып йырлай башлағандар ҙа байтаҡ. Йырларға өйрәнеп буламы? Кеше, әгәр тырышлығы булһа, бар һөнәргә лә (ә йыр ул - һөнәр) өйрәнә ала тигән фекерҙәмен. Күренекле француз яҙыусыһы һәм философы Бернар Вербер әйтмешләй, тормошта 3 фактор бар - талант, далан (удача) һәм хеҙмәт. Шуларҙың икеһе һиндә булһа - уңышҡа өлгәшергә була. Йырсы булыр өсөн, йырлар өсөн, тәбиғәттән бирелгән һәләттән башҡа, тырышлыҡ булырға тейеш. Үҙ эшен яҡшы белгән педагог менән шөғөлләнеү, көндәлек күнекмәләр - мотлаҡ һөҙөмтәһен бирәсәк. Бәрәкәтле эшләгәндә, ярты йыл эсендә тауыш ҡуйып, уҡыусыны ҙур сәхнәгә сығарырлыҡ уҡ булмаһа ла, табында йырлатырлыҡ кимәлгә еткерергә була. Унан тыш, ҡыйыулыҡ, үҙеңә ышаныу тойғолары ҡамасау итмәйәсәк - параллель рәүештә был өлкәлә лә эшләү зарур.
Читайте нас: