+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Саф хыялдар әйҙәй маҡсатҡа

Бәләкәйҙән йыр-моң, нәфис һүҙ һәм шиғриәт донъяһына сумып, ижади ғаиләлә үҫә Гөлгөнә. Шулай булмай һуң, әсәһе Фәнүзә Баһауетдинова ғүмер буйы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм радиоһында эшләй, танылған журналист, хеҙмәт юлының һуңғы тиҫтә йылын ул республиканың иң моңло һәм халыҡсан радиоһына – «Ашҡаҙар»ға арнаған, әле лә шунда ең һыҙғанып матур-матур тапшырыуҙар ижад итә. Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы ысын мәғәнәһендә Ашҡаҙар ҡыҙы, сығышы менән Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылынан. Ә бына талантлы һылыуҙың атаһының тамырҙары Йылайыр районына тоташа. Мирсәйет ағай Ҡылысов байтаҡ популяр йырҙарҙың һүҙҙәрен яҙыусы һәләтле автор булараҡ билдәле.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалын ҡарарға яратыусылар ун-ун биш йылдар элек бер-береһенә оҡшап торған ике бәләкәс кенә һөйкөмлө ҡыҙҙың бергәләп дәртле һәм йөкмәткеле йырҙар менән сығыш яһауын яҡшы хәтерләй. Гөлгөнә Баһауетдинова менән уның бер туған апаһы Гөлйемеш Ҡылысова башлыса аталары улар өсөн махсус яҙған йырҙарҙы башҡарып үҫә. Әммә ҡыҙҙар тәү ҡарашҡа ғына шулай оҡшаш тойола, уларҙың холоҡ-фиғелдәре, ынтылыштары төрлө. Тыныс, ипле, һәр нәмәне төптән уйлап хәл итергә яратҡан Гөлйемеш, ысынлап та, һөнәр һайлағанда йыр сәнғәтенә өҫтөнлөк бирә, бөгөн ул башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙо. Ә инде орсоҡтай тиктормаҫ, тилбер һәм ҡыҙыҡһыныусан Гөлгөнәне иһә баштан нығыраҡ нәфис һүҙ һәм журналистика өлкәһе ҡыҙыҡһындыра. Инде ете йыллап «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын тура эфирҙа алып барыусы талымһыҙ ҡыҙыҡай шулай уҡ «Тамыр» каналы төшөргән, үҫмерҙәр генә түгел, һәммәһе лә оҡшатып ҡараған «Бирешмә» сериалының төп дүрт геройының береһен башҡарыусы һәләтле актриса булараҡ та танылып өлгөрҙө. Ҡыҙҙарының музыкаға ылығыуын күреп, ата-әсәһе уларҙы Өфөнөң Әҙһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенә бирә. Дүрт йәшлек Гөлгөнә башта ике йыл әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Бер класҡа алда уҡыған Гөлйемеш апаһы менән бергә фортепианоны һайлайҙар, өҫтәмә рәүештә думбыра серҙәрен өйрәнәләр.
Апаһы менән икеһе мәктәпкә тиклем «Тамыр» каналы мөхәррире Зөлфиә Даянова әҙерләгән «Иләү» тапшырыуҙарын да ихлас алып баралар, бер нисә тапҡыр «Сәңгелдәк»тә лә төшөп ҡарайҙар. Башҡа программаларҙа ла үҙен һынай ҡыҙ. Балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөнә йөрөй улар, ә уҡырға рус мәктәбенә төшәләр. Икеһе лә ҡаланың Затон биҫтәһендә урынлашҡан 128-се мәктәбенә бара. Мәктәптә уҙған бер сара ла уларҙан тыш үтмәй, сығарылыш кисәһендә директор урынбаҫары: «Хәҙер һеҙһеҙ ни эшләрбеҙ икән, уң ҡулыбыҙ инегеҙ бит!» – тип, был уҡыу йортон һылыуҙарһыҙ күҙ алдына килтерә алмауын әйтеп, күҙ йәшенә мансыла.
Әлеге көндә Гөлгөнә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өсөнсө курсында ике йүнәлештә: музыка һәм инглиз теле буйынса белем ала. Мәктәптә уҡығанда уҡ медиаөлкәгә тартыла ул. Әммә әсәһе: «Телевидениеға ҡыҙыҡма, етди берәй һөнәр һайла», – тип кәңәш итә. Ҡыҙ ризалашҡан һымаҡ булһа ла, 8-се класта уҡып йөрөгән сағында «Тамыр»ҙың «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын алып барыу өсөн кастинг
ойоштороуҙарын ишетеп ҡала ла, өйҙәгеләргә өндәшмәй генә шунда барып килергә ниәтләй. Сөнки әсәләре ҡаршы була.
Өс көндән һеҙ икенсе турға үттегеҙ тип шылтыраталар. Был хаҡта ишеткәс, Гөлгөнәнең әсәһе тәүҙә аптырап ҡала, аҙаҡ төрлө яҡлап уйлағас, ҡыҙының ынтылышын ҡеүәтләп: «Ярай, үҙең һайлағанһың, хәл иткәнһең, тимәк, икенсе турға ла бараһың инде», – ти. Шулай итеп, серле лә, үҙенә күрә ҡатмарлы ла медиаөлкәгә инеп китә ҡыҙ. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйен «Тау-тау хәбәр» телетапшырыуы башҡорт һәм рус телдәрендә аҙнаһына алты тапҡыр сыға, шунда коллегалары менән тура эфирҙар алып бара, сюжеттар ҙа төшөрә ҡыҙ.
Мөләйем, алсаҡ, тырыш, башҡорт һәм рус телдәрен һыу кеүек эскән, инглиз телен өйрәнгән Гөлгөнәне тамашасы ла үҙ итә. Бер нисә йылдан инде видеокамера алдында эшләргә күнеккән һылыу, «Тамыр» өр-яңы «Бирешмә» проектына актерҙар һайлап алыу иғлан иткәс, унда ла ҡатнашып ҡарарға йөрьәт итә. Шул көндән алып маҡсатлы ҡыҙҙың тормошо ҡырҡа үҙгәрә, ул инде үҫмерҙәр өсөн тәүге башҡорт телендәге сериалды, вокал төркөмөн, мәрхәмәтлек акцияларын, үҫмерҙәр өсөн премия һәм башҡа йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған популяр һәм ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле проекттың айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелә.
«БИРЕШМӘ» беренсе үҫмерҙәр премияһы «ТЭФИ-Төбәк–2019» конкурсында еңеү яуланы, был оло ҡаҙанышта Гөлгөнәнең дә үҙ өлөшө бар.
Уҡыусы ҡыҙ бала «Тамыр» каналындағы эшмәкәрлеген, белем алыу һәм мәктәптәге әүҙем йәмәғәт тормошон шул тиклем еңел алып бара, хатта күп класташтары уның көн дә съемкаларға йөрөүен башта белмәй ҙә.
Һуңынан ғына өләсәйем һинең эфирыңды ҡараған йә үҙем осраҡлы рәүештә телевизорҙы тоҡандырып юлыҡтым, тип әйтә башлайҙар.
Гөлгөнә китап ярата. Башланғыс кластарҙа уҡ дуҫтары менән кем күберәк китап уҡый тип ярышалар. Сирек дауамында кемдең китапханалағы «Уҡыусы билеты»нда иң күп яҙыу пәйҙә була – шул еңә. Мәктәпкә йөрөгән
саҡта уҡыу араһында төрлө йыр бәйгеләрендә, ярыштарҙа ҡатнашырға ла ярата ул, «Агитбригада» тигән волонтерҙар хәрәкәтенә лә ҡушыла. Уҡыуҙан ижадты өҫтөн ҡуйғас, күберәк «дүртле»ләр ала, шул уҡ ваҡытта стипендиянан ҡалмай.
Балалар баҡсаһында, төрлө төркөмгә йөрөһәләр ҙә, иртәнсәк гел икәү етәкләшеп көлөп-йылмайып инеп китеп, кис ҡулға-ҡул тотоношоп килеп сыҡҡан, айырылғыһыҙ һеңле менән апайҙың мәктәптә иһә һәр ҡайһыһының үҙ дуҫтары барлыҡҡа килә. Хәҙер еткән ҡыҙҙар серҙәштәр, әммә холҡо менән ҡыйыуыраҡ Гөлгөнә: «Апайымдың кәңәштәренә, әлбиттә, ҡолаҡ һалам, әммә үҙемә ҡағылышлы ҡарарҙарҙы һәр саҡ тик үҙем, үҙемсә генә хәл итәм», – ти. Гөлгөнә эшендә генә тынғыһыҙ түгел, уның ялы ла күңелле һәм әүҙем булырға тейеш. Ә инде Гөлйемеш апаһы үҙе лә төплө, тыныс, ял минуттарын да үҙ өйөндә, яратҡан шөғөлдәре менән булашып уҙғарыуға өҫтөнлөк бирә. Нимәһе ҡыҙыҡ, апаһы ҡиәфәте менән күберәк аталарына тартһа, Гөлгөнәлә иһә әсәләренең йөҙ-һыҙаттары, ә эске донъяларына килгәндә, киреһенсә, кинйә ҡыҙ – атай, апаһы – әсәй ҡыҙы. Гөлгөнә бала сағында атаһы ише шиғырҙар ҙа сығара, атаһын эләкләгәнмелер, әллә үҙенең ынтылышы булдымы икән?.. Әсәһе Фәнүзә апай иһә ҡыҙының бөтә сығарған шиғырҙарын теркәп барған. «Нимә эшләһәм, күрһәм, шул хаҡта булған шиғырҙарым, мәҫәлән, иң беренсеһе, дүрт йәштә сығарғаны ошолай яңғырай ине: Кәнфит, кәнфит, кәнфиткәй, мин һине ашайым, ә инде ҡағыҙыңды биҙрәгә ташлайым», – тип көлә һылыу. Үҫә килә шиғри бәйгеләрҙә лә ҡатнаша, хатта призлы урындар ҙа яулай. «Баҫҡыстар» тигән бәйге-фестивалдә икенсе урын яулауы хәтерендә. Русса ла яҙып ҡарай шиғырҙы, әммә күберәк башҡортса тыуа.
Рус мәктәбендә уҡыған ҡала ҡыҙы туған телен ҡайҙан шулай камил белә тиһегеҙҙер. Бала саҡта Гөлгөнәнең һәр йәйе ауылда уҙа. Июнь башынан Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылына Фәрзәнә нәнәһенә алып ҡайталар. Нәнәһе Гөлгөнәнең бөтә тапшырыуҙарын ҡарап, хуплап бара. Ул үҙе 33 йыл дауамында ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Әсәһе менән атаһының отпускыһы башланғас, ҡыҙҙар Йылайырға китә.
Йәш алып барыусы «Тау-тау хәбәр»ҙә тура эфирҙар үткәреү күңелемә ял ғына, тапшырыуҙың режиссерҙары Ләйсән Мәзитова, Альбина Йосоповаларҙан, «Бирешмә»нең режиссеры Гөлсәсәк Игебаеванан күп нәмәгә өйрәндем, ти. Тура эфирҙар алып барыу, сериалда төшөү ҡыҙ өсөн ижади юҫыҡтағы ҙур тәжрибә була, уны ныҡлы тәртипкә өйрәтә, киләсәген күҙаллауға ла ҙур йоғонто яһай, хатта уның һөнәри йүнәлешен билдәләй. Класташтарына өндәшмәгән кеүек, университетта ла телевидениелағы эшмәкәрлеге хаҡында әйтеп бармай тыйнаҡ ҡыҙ, съемкалар мәле етһә, паранан шым ғына китә лә, ҡайһы саҡ уларҙың аҙағына кире килеп тә ултыра икән. Инде өсөнсө курсты бөтөп барған ҡыҙҙың экран йондоҙо булыуын, үҙе өндәшмәһә лә, студенттар хәҙер белә, әлбиттә. Уларҙың иң йыш биргән һорауҙары: нисек бөтәһенә лә өлгөрәһең?
«Көн дауамында эшләргә тейеш бурыстарың күбәйгән һайын эске тәртип тә, яуаплылыҡ та арта һәм, ни ғәжәп, бөтә ергә лә өлгөрәһең. Сөнки кистән яҙып ҡуйылған иртәгә башҡарасаҡ ғәмәлдәр исемлеген ни хәл итеп булһа ла тормошҡа ашырып барып сығыу мөһим икәнен аңлайһың һәм үҙеңде шуға алдан көйләйһең. Ә инде кис, планың үтәлгәс, эстән генә үҙеңә «Афарин!» тип ҡыуанып, еңел һулап ҡуяһың. Ошондай тығыҙ график миңә оҡшай, оҡшамаһа шулай йүгереп йөрөп барыһына лө өлгөрөргә тырышмаҫ та, шөғөлләнмәҫ тә инем», – ти йәш йондоҙ.
«Бирешмә» проекты тураһында Гөлгөнә туҡтамай һөйләргә лә әҙер. Проектҡа кастинг үтһә лә, башта ҡыҙ уның ниндәй сериал буласағын да бик төшөнөп етмәй, ул саҡта әле исеме лә булмай дауамлы фильмдың.
Кастингтан һуң өс-дүрт көндән ҡулына сценарий тотторалар. Башта сериалдың пилот серияһында төшөп ҡарайҙар. Сериалдың тағы ла өс актеры Данир Ғимаҙиев, Гәлсәр Байғусҡарова, Хәйҙәр Вәлиев бәләкәстән «Тамыр» вокал студияһына йөрөгәс, күптәнге таныштар була. Гөлгөнәнең дә бәләкәйҙән ошо студияла шөғөлләнгеһе килә, тик ата- әсәһе эшләй, ә улар йәшәгән Затон биҫтәһе «Тамыр»ҙан алыҫ та, шуға был теләге хыял ғына булып ҡала. Әммә яҙмыш уны «Бирешмә» аша үҙе яратҡан ошо вокал студияһы тәрбиәләнеүселәре менән осраштыра барыбер.
«Тәүге күрешеүебеҙ сериал өсөн үткәрелгән фотосессияла булды. Ул фотолар аҙаҡтан сериалдың заставкаһында килеп сыҡты. Гәлсәр, Данир, Хәйҙәр бер-береһен белә, ә миңә нисек ҡарарҙар тигән борсолоуым бар ине башта, күрешкәс бер-беребеҙҙән тәүҙә тартынып торҙоҡ, ҡапыл асылып китмәнек. 2016 йылдың йәйендә пилот серияһын төшөрөргә Ғафури районына барғанда үҙ-ара яҡынданыраҡ таныштыҡ, хәҙер инде беҙ дүртәү айырылғыһыҙ дуҫтар, хатта бер туғандар кеүекбеҙ. Гәлсәр менән уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ ҙа күп ине, шуға тормошта ла әхирәттәр, серҙәштәр булып киттек. Миңә съемкалар процесы оҡшай, тура эфирмы ул, әллә киносериалмы, уныһы ла мөһим түгел, – ти Гөлгөнә Баһауетдинова.
Съемка һәм монтаж эштәре уйын эш түгел, пилот серияһын ҡарау һәм уның буйынса фекер алышыу ҡыш көнө генә уҙа. «Тамыр» каналының етәксеһе Гөлназ Фәрит ҡыҙы йәш актерҙарҙың эштәре менән таныша һәм күмәкләп бер нәмә килтереп сығарырҙайһығыҙ, ти. Белгестәр уларға ниндәй хаталар өҫтөндә эшләргә икәнен аңлатып, йүнәлеш бирә һәм киләһе йәй инде төп съемкаларға тотоналар. Унда инде, көн һайын күрешеп йөрөгәс, бер- береһенә шул тиклем өйрәнәләр һәм экранда ла бик тәбиғи күренәләр. Пилот серияһы аҙаҡ сериалға алтынсы серия булып инеп китә.
Дауамлы сериал төшөрөү бер көнлөк эш түгел, съемкалар процесы, төшөрөү
ваҡытында булған төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә йәш башҡарыусыларҙың күңеленә мәңгелеккә уйыла, иҫтәлекле ваҡиға булып ҡала. Төп съемкалар йәй көнө үтһә лә, ҡайһы бер сәхнәләрҙе көҙ көнө төшөрөргә тура килә, М.Аҡмулла исемендәге Гөлгөнә үҙе уҡыған Башҡорт дәүләт педагогия университетының төп корпусы ҡаршыһындағы һәйкәл янында һалҡын көҙ көнө йәйге кейемдәрҙә эшләргә тура килә, мәҫәлән. Фильмдағы күренештәр
тәбиғиерәк тойолһон өсөн кадр артында күренгән майҙанда съемканы ойоштороуҙа ҡатнашҡан апай-ағайҙары ла йәйге кейемдә тегеләй-былай үтеп йөрөй. Бына шулай актер тормошо, төрлө шарттарҙа эшләргә һәм бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Бер көн иһә «Бирешмә»ләрҙең юл аша ер аҫты үткәүеленән сыға торған ерҙә сығыш яһап аҡса йыйып торғандарын төшөрәләр. Үтеп-һүткән кешеләр уларҙы ысынлап йырлап тора тип уйлап, туҡтап тыңлап, аҡса бирә башлай. Ул аҡсаға аҙаҡ егеттәр бөйөрөктәр һатып алып, ҡыҙҙарҙы һыйлай. Съемкалар ваҡытында дүртәүләшеп ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр һауа шарында ла осалар. Унан алдағы көндә төнгө сәғәт ун икегә тиклем сериалда төшәләр, ә инде таңғы өстә яңынан съемкаға юлланалар, сөнки һауа шарындағы кадрҙарҙы төшөрөү таңғы бишкә һөйләшелгән була. Етмәһә, тап шул көн иртәнсәк Гөлгөнә университетҡа уҡырға инеү өсөн имтихан тоторға ла тейеш була. Шулай, йоҡлап та тормайынса тигәндәй ике сәғәт тирәһе һауа шарында осоп, ундағы сценаларҙы төшөргәс, сәғәт туғыҙға ҡыҙҙы университетҡа алып барып ҡуялар. Имтиханын уңышлы биреп сыға ла, кире съемкаға юллана ул.
«БИРЕШМӘ» проекты унда ҡатнашыусылар өсөн дә, уны ҡараусы тамашасы өсөн дә ҙур бүләк, оло ваҡиғалар теҙмәһен тыуҙырыусы проект булып сыға. Актерҙар командаһы Швейцария башҡорттары ҡоролтайының саҡырыуы буйынса Европаға ла барып ҡайтҡан, ундағы һабантуйҙа сығыш яһау бәхете тейгән уларға. Бер барыуҙа тип Францияның Париж ҡалаһына ла етәләр, Чехияла үткән «ПРАГА БУЯУҘАРЫ» халыҡ-ара йыр конкурсында ла ҡатнашалар. Әйткәндәй, унда улар беренсе урын яулай.
Бәләкәйҙән әүҙем тормош менән йәшәгән ҡыҙ студент булып киткәс тә булмышына хыянат итмәй. Университеттың йыйылма хорында ла йырлай, уҡыу йортоноң спорт аэробикаһы буйынса йыйылма командаһы ағзаһы ла ул. Быйыл Сочи ҡалаһына аэробика һәм спорт йүнәлешендәге бейеү ярышына барып, икенсе урын алып ҡайтҡандар. Әйткәндәй, Гөлгөнә Баһауетдинова республика кимәлендә уҙған «Башҡортостан гүзәле» бәйгеһенең тәүге еңеүсеһе лә. Тыуған көнө лә шул мәлгә тура килеп, ун һигеҙ йәшен репетицияла үткәрә. Ул бәйгенең үҙенсәлеге шунда: конкурсанттарҙы тамашасы менән аталары йә башҡа ир туғандары таныштыра. Гөлгөнә финалға сәхнәгә атаһы менән сыға, Мирсәйет ағай ҡыҙына арнап яҙған шиғырын һөйләй, һылыу думбырала уйнай.
Һәр конкурсантҡа бүләккә тип бағыусылар ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙың фотоларын ҙур киндергә күсерә, шуны белеп эй ҡыуана ҡыҙ, ә еңермен тип уйлап та бирмәй. Беренсе урынды иғлан иткәндә исеме яңғырағас, хатта ышанмай, аптырап ҡала.
Гөлгөнәнән киләсәккә хыялдары хаҡында һорашам. Һәр нәмәне үҙ тырышлығы менән яулап өйрәнгән ҡыҙҙың теләктәре лә ябай ғына: әлеге уҡыуын тамамлап диплом алыу, киләсәктә ғаиләле, машиналы, өйлө, эшле булыу. «Республикаға кәрәкле кеше булғым, уның тарихында берәй эҙ ҡалдырғым килә», – тине ул тыйнаҡ ҡына итеп. Бәхетең үҙ ҡулыңда һылыу, шундай маҡсатлы һәм ихлас ҡыҙ тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәһенә, «Тамыр» каналына һәм уның етәксеһенә рәхмәт!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
Читайте нас: