+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йыр-моң уның юлдашы

"Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанда мин 3-сө класта уҡый инем. Өс егет бергәләп "Батырҙар” йырын башҡарҙыҡ. Шул мәлдән мин сәхнәгә ғашиҡ бер кешегә әйләндем", - ти Башҡортостандың халыҡ артисы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәзим Ғәлим улы Ильясов. Имәндәй мыҡты кәүҙәле, иркен тауышлы егет тәүге йырҙарынан уҡ халыҡтың күңелен биләп ала һәм, ауыл ерендә йәшәүенә, эшләүенә ҡарамаҫтан, тиҙ арала ҙур популярлыҡ яулай.

Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән Ғәзим Ильясов бәләкәйҙән йыр-моң ярата. Ләкин тәбиғәте менән баҫалҡы егет баштараҡ кеше алдында йырларға ояла. – Аулаҡта кинәнеп йырлай инем, ауыл көтөүен көткәндә, йәки башҡа сәбәп менән ялан-ҡырҙарға сыҡҡанда яңғыҙым рәхәтләнеп моңлана инем. Беҙҙең яҡта тәбиғәт иҫ китмәле матур бит ул. Күңелемә шул хозурлыҡтар ҙа илһам биргәндер. Әсәйем моңло тауышлы булды. Уның һәләте миңә лә күскәнгә бик шатмын, – ти ул. Сәхнәгә үҙешмәкәр йырсы булараҡ килеп, тәбиғәттән бирелгән моңло һәм матур тауышы, башҡарыу оҫталығы менән Ғәзим Ильясов тиҙ арала төрлө йыр бәйгеләрендә танылыу ала. - Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанда 3-сө класта уҡый инем, - ти Ғәзим Ильясов. - Өс егет бергәләп "Батырҙар” йырын башҡарҙыҡ. Ул йыр әле лә иҫтә. Һуңынан мәктәптә һәм ауыл клубында уҙған сараларҙа йыш ҡатнаштым. Малайҙар күңеле техникаға тартылыусан бит. Шофер булырға тигән хыял бар ине. Әрме хеҙмәтенә тиклем хәрби комиссариат йүнәлтмәһе менән Өфөлә шоферлыҡҡа уҡыным. Венгрияла өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтып, бер нисә йыл шофер булып эшләнем. Мәләүез химия заводында автотейәгес машинисы булып та эшләп алдым. Унан һуң район мәҙәниәт һарайына эшкә саҡырҙылар. Өс тиҫтә йылға яҡын ғүмеремде Күгәрсен район мәҙәниәт йортона бағышланым. Ә шофер булырға тигән хыялым ысынлап та тормошҡа ашты. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, шәхси машинамда гастролдәр һәм башҡа йомоштар менән күп йөрөргә тура килә бөгөн. Ғәзим Ғәлим улы Ишембай мәҙәниәт йортоноң директоры итеп тәғәйенләнә. Йыр-моңдан айырылмаған, тормошо туранан-тура сәнғәт менән бәйле йырсыға яңы үрҙәр һәм яңы йырҙар теләйбеҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: