-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

«Ятаған» этно-төркөмө

2014 йылда барлыҡҡа килгән был төркөмдөң исеме нимә аңлата һуң?

Хәҙерге заманда онотола барған, яңынан тергеҙеп балҡытыуға мохтаж булған төрки халыҡтарының милли музыка ҡоралы ул. «Ятаған» ансамбленең һәләтле егеттәре Илдар Шакиров ятаған һәм думбырала, Ғаяз Ялмырҙин ҡурайҙа һәм һыбыҙғыла, Рәсим Лоғаманов һуҡма инструменттарҙа һәм дарбук, домбек төрки халыҡтары музыка ҡоралдарында, Аяз Нухов ҡыл-ҡумыҙ, виолончелдә, эрху, моринхур тип аталған көнсығыш халыҡтары музыка ҡоралдарында сығыш яһай. Төркөмдөң иң беренсе ҡурайсылары Морат Йәноҙаҡов һәм Илмир Ҡоҙабаев булды. Ансамблдең репертуарында һирәк яңғыраған милли фольклор өлгөләре бар. «Ятаған» этно-төркөмө халыҡ-ара гастролдәрҙә ҡатнаша. Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Төркиәлә һәм Кипрҙа төрки илдәре бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығына арналған концерттар ойоштора. «Ятаған» төркөмө музыканттары ТӨРКСОЙ-ҙың Йәштәр камера оркестры составына инә. «Беҙ йыйылма оркестр оҙатыуында әҫәрҙәребеҙҙе тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ оркестр составында башҡа халыҡтарҙың көйҙәрен башҡарабыҙ», – тине төркөмдөң етәксеһе Илдар Шакир.
Читайте нас: