Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Халыҡ рәссамы, Рәсәйҙең рәссамдар союзы ағзаһы Дамир Нуретдин улы Ишемғолов 1943 йылдың сатлама һыуыҡ февраль айында донъяға килгәнгәлер, ҡояшлы йылы көндәргә, тыныс, әммә тулы ағышлы тормошҡа ынтылыуы уның бөтә ижадында ярылып ята. Күп балалы уҡытыусы ғаиләһендә иң кесеһе булып донъяға килгән малайға уҡып, кеше булып китеү еңелдән булмай. Нәҫелдәре менән һүрәт төшөрөргә оҫта булһа ла, Дамир ғына профессиональ рәссам булып китә. Хоҙай күңеленә һалған рәссамлыҡ һәләтен үҫтереү, белем офоҡтарын киңәйтеү маҡсатында башҡалабыҙ Өфөгә юллана. Төпкөлдәге башҡорт ауылынан сығып үҙен танытыу өсөн күп һынау үтергә тура килә. Өфө сәнғәт училищеһында белем алып йөрөгән егет илһамланып яңы картиналар ижад итә. Уның әҫәрҙәрендә кешеләргә әйтергә теләгән фекерҙәре, эҙләнеү, уйланыуҙары, тыуған яҡты һағыныу хисе ниндәйҙер философик хис-тойғолар менән үрелеп һүрәтләнгән.