– Тыуған ауылым Әбеш матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Эргәһенән генә Һаҡмар йылғаһы аға, тирә- яғын тау-урмандар уратып алған. Ошондай матур тәбиғәт ҡосағында үҫеп, күҙәтеп, бала саҡтан йыр-моңға, хискә бай күңел торошо һалынғандыр инде. Тәбиғәтте күҙәтеү тигәндән, бер ваҡиға тураһында һөйләп үтәйем әле: йәй ваҡыты, бесән мәле. Беҙ атайға бесән сабышырға барҙыҡ. Ҡул менән сабабыҙ. Төшкө сәй эсеп алғас, атай, бер аҙ ял итеп алығыҙ, тип, түшәк түшәп серемгә китте. Беҙ уға ҡамасауламайыҡ тип, ситкәрәк китеп яттыҡ. Малай-шалайҙарҙың ни, сәй эсеп алғас, арыуы ла үтте, шаярып-көлөп, зәңгәр күкте күҙәтәбеҙ. Шул ваҡыт күҙемә һауалағы аҡ мамыҡтай болоттар матур аҡ бесәй һәм башҡа һындар күренде. Мин тирә-яғыма иғтибарлап ҡарарға тотондом һәм тәбиғәттең һәр өлөшөндә төрлө матур һындар, образдар күрергә була икәнен төшөнә башланым. Ошо матурлыҡты һүрәткә төшөрөү, ағас һәм таш һын итеп юныу теләге барлыҡҡа килде. Мәктәптә уҡыған йылдар һәләттәремде үҫтереүҙә ҙур урын алып торҙо. Һүрәт төшөрөү серҙәренә төшөндөрөп, тыумыштан булған һәләтемде камиллаштырыуға күп көс һалған, йылы һүҙҙәре менән ҡанатландырған Әбеш урта мәктәбенең рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы, остазым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишемғолов Сәлим Нуретдин улына йөрәгемдә ҙур хөрмәт йөрөтәм. Ул үткәргән дәрестәр һаман күңел түрендә һаҡлана. Минең һөнәр һайлауымда ла уның роле ҙур булды. Хәтеремдә, VII класта уҡыған сағымда, сираттағы рәсем дәресенән ҡанатланып ҡайттым да: «Мин дә ҙурайғас, Сәлим ағай кеүек рәсем уҡытыусыһы булам!» – тип әйттем. Ниәтем тормошҡа ашты, хыялыма нигеҙ һалған уҡытыусыма, тырышып-тырышып хыялдан ысынбарлыҡ яһаусы үҙемә рәхмәтлемен. Остазым Сәлим ағайға үҙе иҫән саҡта күңелемдә йөрөткән рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп өлгөрә алғаныма ҡыуанам. Был миңә бик мөһим ине. Хәҙер, үҙем уҡытыусы булараҡ, уҡыусыларыма һәр саҡ нотоҡ итеп әйтәм: «Хыялланығыҙ! Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышығыҙ!»
Һүрәт төшөрөргә яратыу мине 1985 йылда Өфөнөң 2-се һанлы педагогия училищеһына алып килде. Был уҡыу йорто миндә ағасты һырлап биҙәктәр, ағастан һындар эшләү серҙәренә лә өйрәтте. Училищела уҡып йөрөгәндә, тыуған мәктәбемә, үҙе данлы исемен йөрөткән яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың бюсын эшләп бүләк итергә, тигән уй килде. Һуңғы курста уҡығанда ошо эшкә мөкиббән китеп тотондом. Уңышлы килеп сыҡҡан эшемдән ҡанатланып, Афған ерендә батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Булат Сәйфуллинға барельеф та эшләп, мине уҡытып оло юлға сығарған тыуған мәктәбемә бүләк итеп ҡыуандым.
– Ҡулыңа диплом алғас, тыуған мәктәпкә ҡайтырға тигән теләк ҙур булдымы? Күп яҡтан һәләтле, йәш, һылыу, дәртле егеттең, баш ҡалала ҡалып, рәссам, йырсы йә актер һөнәрен үҙләштереү теләге тыуманымы?
– Диплом алғас, йәш белгес тип, Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр. Бала саҡ хыялым тормошҡа ашып, мәктәпкә уҡытыусы булып ҡайтыуыма дәртләнеп эшкә тотондом. Коллектив бик һәйбәт ине, шуға күрә, эш башлап ебәреү ауыр булманы, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, мәктәпте биҙәү эштәрен ихласлап башҡарҙыҡ. Эштән һуң бергәләп пьеса сәхнәләштерә инек. Йыр- моңға әүәҫ булыуым, гармун уйнай белеүем бик тә килешеп ҡалды. Рәссам булараҡ сәхнә күренештәрен биҙәһәм, гармунсы егет булараҡ төп ролдәрҙе уйнау яуаплылығы ла өҫтәлде. Район конкурсында «Ул ҡайтты» спектаклен әҙерләп ҡуйып 1-се урын яулаған өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына юллама менән бүләкләнеләр.
Бына ошолай сәхнәнән төшмәй гармунда, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнап, төрлө лирик йырҙар менән бергә башҡорт халыҡ йырҙарын да өйрәнеп, йырлап йөрөй торғас, бер заман сәхнә үҙенә ныҡ итеп тарта башламаһынмы! 1991 йылда, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына, актерлыҡ факультетына уҡырға индем дә киттем. Әммә уҡытыу эшенә һөйөүем еңеп, мәктәпкә кире ҡайттым, ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетын тамамланым.
– Нәҫелегеҙҙә рәссамдар, йырсы, гармунсылар бармы? Күп яҡлы талантыңа ужымлы орлоҡ һалған тамырҙарың кемдәр?
- Бөтә ағайҙарым да ҡул эштәренә оҫта. Шәкирйән ағайым ағас эшенә маһир булды. Тәҙрә яңаҡтары, өҫтәл-ултырғыстар һырлап яһар ине. Күп кешеләргә йорт ҡыйыҡтарының франтонын, кәрнизен биҙәкләп эшләне, мейес сығарыу оҫтаһы ла булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере ҡыҫҡа булды. Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Әбеш урта мәктәбе уҡытыусыһы Фәрит ағайым да, һүрәтте матур төшөрә һәм төрлө ҡул эштәренә бик оҫта. Мин үҙем матур итеп биҙәкләп төрлө һындар, өҫтәл-ултырғыстар эшләүҙән тыш, ҡайын туҙына һүрәт төшөрөү менән мауығам. Ғәлиәхмәт ауылы матур ҡайын урманы араһында урынлашҡас, ижад өсөн кәрәкле туҙҙы табыуы ҡыйын түгел.
Гармунға килгәндә инде, бер туғандарым араһында береһе лә музыка ҡоралдарында уйнап ҡарарға дәртләнмәне. Әсәйем уйнарға өйрәнһендәр тигән ниәт менән иң оло Хәкимйән ағайыбыҙға гармун алып биргән. Унан кесе Шәкирйән, Фазылйән, Фәрит ағайҙарым да, минән кесе Ринат ҡустым да дәрт итмәгәндәрҙер инде, уйнарға өйрәнеүсе булмаған. Ә миндә танауға еҫ инә башлаған саҡтан уҡ уйнарға өйрәнеү теләге көслө ине. VI класта уҡығанда, үҙаллы өйрәнеү маҡсатында, ҙур көҙгө алдына ултырып, тысҡылдатып, яйлап көйҙәр сығара башланым. Тәүге уйнап өйрәнгән көйөм – «Мәрйәмем минең». Шулай, иҫке генә гармунда айҙар, йылдар буйы тырыша торғас, матур итеп уйнарға өйрәнгәнемде күреп, әсәйем өр-яңы «Беларусь» гармуны алып бирҙе. Ҡыуанысымдың сиге булманы, гармунға ҡушылып йырларға өйрәнеп алдым. Ул минең айырылмаҫ дуҫыма әйләнде. Әсәйем: «Һин, улым, өләсәйеңә оҡшағанһың. Ул шулай йыр-моңға ла, ҡул эштәренә лә оҫта булды», – тип ҡыуаныр ине. Ысынлап та, әсәйемдең әсәһе Байдәүләтова Мәстүрә бик моңло тауышлы, үҙе ҡул эштәренә оҫта булған. Һабантуй кеүек йыйындарҙа уны ҡабат-ҡабат һорап йырлатҡандар. Бик һирәк йырланған башҡорт халыҡ йырын «Ынйы»ны башҡарған. Уның тураһында данлыҡлы йыраусы-сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев тик маҡтап телгә алған.
– Иҫ киткес матур итеп эшләгән йорт йыһаздарына, картиналарыңа һоҡланыусылар күп. Хеҙмәтең, күп ҡырлы талантың тейешенсә баһаланамы?
– Минең ҡул эштәрем бик күп район конкурстарында, район һабантуйҙарында, күргәҙмәләрҙә ҡатнашты. Бихисап маҡтау грамоталары, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр алдым. Йыр конкурстарында ла ҡатнашып, призлы урындар яулап торам.
Уҡытыусы булараҡ, 1998 йылда «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнаштым. Район кимәлендә гран-при яуланым һәм Хәйбулла районы мәктәптәре намыҫын Өфөлә, республика кимәлендәге конкурста яҡлап, III урын алдым. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙына, ҡиммәтле бүләктәренә һәм «Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булдым.
– Яҡташтарың һине өлгөлө ғаилә башлығы, һөйөклө атай, оҫта ҡуллы, етмеш төрлө һөнәргә эйә ир-уҙаман тип тә хөрмәт итәләр.
– Тормош иптәшем Миңзәлә Шәйхетдин ҡыҙы ла уҡытыусы, физика-математика фәндәрен уҡыта. Бергәләп өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙ Айгөл Башҡорт дәүләт университетын тамамланы. Үҙ ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Улыбыҙ Вилдан Аҡъяр тау колледжында уҡый һәм эшләп тә йөрөй.
Кесе ҡыҙыбыҙ Лиана Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Бөтә балаларым да йыр-моңға ғашиҡ. Район һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштары менән ҡыуандырып ҡына торалар.
– Илдар, һөнәрең сәхнә менән бәйле булмаһа ла, йыр-моңға бай, хисле күңелең, ташып торған дәрт-дарманың, һәр төрлө һөнәр белгән оҫта ҡулдарың менән һин сәнғәт донъяһында ла үҙ кешеһең. Сәнғәт әһелдәре төрлө мажараларға бай була торған. Шундай сетерекле хәлдәр һинең менән дә булғаны бармы?
- Сәхнәгә сығып баҫһаң, ҡыҙыҡлы мажаралар һағалап ҡына тора инде ул. Шуларҙың береһе хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалды. «Оҙон көй» бәйгеһе бара. Тыуған ауылым Әбештең мәҙәниәт һарайы халыҡ менән туп-тулы, тамашасылар ҙа, бәйгелә ҡатнашырға теләүсе йырсылар ҙа күп. Райондан килгән ҡәтғи жюри ағзалары беренсе рәткә теҙелешеп ултырған. Үҙ сиратым етеп, сәхнә уртаһына сығып баҫтым да, күкрәк тултырып башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һуҙып ебәрҙем. Башҡа ваҡытта алҡыштарға күмгән тамашасымдың да күҙҙәрендә осҡон юҡ, мөхәббәтле ҡараштары менән дәрт биреп ултырыусы жюриҙар ҙа йоҡлап барған һымаҡ, был ни ғиллә, тиеп аптырайым. Тағы ла нығыраҡ һәм моңлораҡ итеп ҡысҡырып ебәргән ыңғайы, микрофонымдың тауышын бөтөнләй асмағанымды аңлап ҡалып, уны тоҡандырып ебәргәйнем, тамашасы залы «Гөррр!!!» итеп ҡалды ла, уларға ҡушылып жюриҙағылар ҙа «Афарин!», тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шул ҡыҙыулыҡтан «Абдрахман» һәм «Сибай» башҡорт халыҡ йырҙарын да башҡарып, I урын яулап ҡайттым.
– Киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәй икән Хәйбулланың оҫта ҡуллы, моңло улы?
– Яҙмышым менән ризамын, алдыма алған бала саҡ һәм йәшлек хыялдарын тормошҡа ашырып, ғаиләмдең һәм яҡташтарымдың ихтирамын тойоп йәшәйем. Ябай ғына ауыл кешеләре, колхоз эшселәре булһалар ҙа, беҙгә тәрбиә биргән, һәләттәребеҙҙе үҫтерергә ярҙам ҡулы һуҙған атай-әсәйемә, туғандарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Тормош юлымда осраған, дөрөҫ йүнәлеш биргән остаздарыма ла рәхмәтем ҙур. Әгәр тормош юлы башына ҡабат ҡайтып, һайлау мөмкинлеге бирелһә, ошо уҡ һөнәрҙе һайлап, рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булыр инем. Күңелеңдә ташып-урғылып торған матурлыҡты үҫеп килеүсе киләсәк быуын йөрәгенә ужымлы орлоҡ итеп һалыуҙан да мөһимерәк шөғөл бармы икән? Юҡтыр ул...