Бейеклеге ике метрға яҡын 13 арт-объект «Рәсәй. Евразия киңлеге: цивилизация һәм мәҙәниәт» темаһына арналған һәм Мансур ятҡылығынан килтерелгән граниттан яһалған. «ArtTerria» заманса скульптура аллеяһы скульптура симпозиумын үткәреү һөҙөмтәһендә булдырыла. Сарала алты илдән 13 скульптор: Джон Гогаберишвилли һәм Валерьян Джикия (Тбилиси, Грузия); Ange&Damanation ижади дуэты (Париж, Франция); Камен Танев (София, Болгария); Со Донг Чой (Сеул, Көньяҡ Корея); Хитоши Танака (Миядзаки, Япония), Николай Карлыханов (Санкт-Петербург); Таһир Собханғолов һәм Фахраддин Рзаев (Мәскәү); һәм Өфөнән өс яҡташыбыҙ - Фирдант Нуриәхмәтов, Руслан Ниғмәтуллин, Владимир Лобанов ҡатнаша.