+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ижадымдың сығанағы – тыуған яҡтарымда

– Минең өсөн эске матурлыҡ – иң гүзәл матурлыҡ. Тышыңды нисек кенә биҙәмә, йәнең матур булмаһа, күңелеңдә насар уйҙар йөрөтһәң, уны йәшереп булмай, һинән һалҡынлыҡ бәреп тора. Ә йәнең яҡты булһа, йөҙөң дә нурлы. Донъяны, яҡындарыңды, кешеләрҙе, тәбиғәтте яратып йәшәргә кәрәк. Минеңсә, шул ул иң юғары матурлыҡ.

– Флёра Ғәбделхәй ҡыҙы, һеҙ күп ҡырлы аҫылташтай төрлө яҡлап балҡыған һәләтле, ижади шәхес. Йырсы, композитор, шағирә, рәссам булараҡ йыр-моң һөйгән милләттәштәр араһында танылыу һәм һөйөү яуланығыҙ. Йәшәүегеҙҙең асылы булған ижадҡа илһам биреүсе сығанаҡ, моғайын, тыуған төйәктә урғылалыр. Тыуған яҡтарығыҙ, тамырҙарығыҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине.
– Эйе, ижадымдың сығанағы, әлбиттә, тыуған яҡтарымда. Мин бик матур тәбиғәтле Йылайыр районының Суйынсы-Супан ауылында тыуып үҫтем. Тыуған яҡтарым иҫ киткес матур – төрлө-төрлө ағас, ҡыуаҡ, сәскәләр үҫкән ҡуйы урмандар, аҙым һайын шишмәләр сылтырап аҡҡан тәрән үҙәндәр йырғыслаған тауҙар. Тыумыштан ошо матурлыҡты күреп, ғашиҡ булып үҫкән тәбиғәт балаһымын. Тыуып-үҫкән ғаиләм, атай- әсәйем бар халыҡҡа матур үрнәк күрһәтте. Атайым Ғәбделхәй Хажимөхәммәт улы – Дәүләкән районынан, Шәрип кантон нәҫеленән, бик абруйлы уҡытыусы ине. Әсәйем Илфира Зәйнетдин ҡыҙы, тамыры менән мырҙа Кәримовтар нәҫеленән, белеме буйынса – шәфҡәт туташы. Беҙҙең өйҙөң ишеге көнө-төнө асыҡ булды, өйҙән кеше өҙөлмәне. Кәңәш һорап – атайыма, дауаланып, укол эшләтергә әсәйемә килделәр. Икеһе лә бик матур йырланы, моңло тауышлы, ижад яратыусы инеләр. Атайым гармунда, мандолинала, скрипкала, ғөмүмән, ҡулына ниндәй музыка ҡоралы эләкһә, шунда уйнай ине. Ҡайҙа ғына булһалар ҙа, гел йырлап йөрөнөләр. Машинала булһынмы, урман-ҡырҙа йә иһә өйҙә булһынмы, гел бергә йырлай торғайныҡ.
Әсәйем ҡул эштәренә оҫталығы менән дә хайран итте – төрлө ысулдар менән сигә, ырғаҡ һәм энә менән бәйләй ине. Атайым, математика уҡытыусыһы булһа ла, рәсем һәм хеҙмәт дәрестәре лә алып барҙы. Һүрәт төшөрөүгә әүәҫлегем шунан киләлер. Атайым шиғырҙар ижад итһә, әсәйем дә йырҙарҙы үҙгәртеп тиҙ генә яңы куплеттар өҫтәп йырлап ебәрә, таҡмаҡтар сығарып йырлап та беҙҙе көлдөрә, күңелде аса торғайны. Ғөмүмән, ул бик матур көслө тауышлы, өс диапазонды ла еңел генә алыр ине. Атайымдың тауышы бик көслө түгел, әммә моңло ине, икеһе бергә йырлап ебәрһәләр, бар халыҡ таң ҡалып тыңланы. Шуға күрә йыр-моңға, һүрәт төшөрөүгә әүәҫлек тамырҙарымдан күскән, тип икеләнмәйенсә әйтә алам.
– Һүрәт төшөрөү, шиғыр яҙыу, йырҙар ижад итеп йырлау – быларҙы нисек берләштерә алаһығыҙ? Күп төрлө һәләттәрегеҙ бер-береһенә ҡамасауламаймы? Ғөмүмән, һеҙҙең өсөн нимә ул ижад?
– Ижад – ул минең халәтем, булмышым, тормошом, минең тәбиғәтем. Шуға күрә лә күп яҡлы һәләттәрем бер ҙә бер-береһен ҡыҫырыҡламай, ә күңелдәге хис-тойғоларҙы тулыландыра ғына.
Урғылып торған илһам шишмәһе күңелдә булған уй-хистәрҙең, күңел халәтенең төрлөсә сағылышы бит ул. Ҡулға ҡылҡәләм алһаң – һүрәт килеп сыға, ноталар алһаң – көй яҙыла, ә хисле һүҙҙәрҙән шиғыр тыуа – был минең өсөн ғәҙәти хәл кеүек. Һәләттәремдең күп ҡырлы булыуын Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән бүләк тип ҡабул итәм.
– Шундай ҙа талантлы нәҫелде, һеҙҙең ижадты дауам итеүсе ҡыҙығыҙ ҙа бар.
– Эйе, хәҙер инде беҙ — өсәүбеҙ: мин, ҡыҙым, кейәүем. Бик татыубыҙ, Аллаға шөкөр. Ғәиләм — минең шатлығым да, таянысым, терәгем дә.
Ҡыҙым булмаһа, бәлки, тормоштоң күп һынауҙарын үтә алмаған булыр инем.
«Ҡыҙым бар бит, бирешергә ярамай», — тип, теште ҡыҫып, тырмашып, алға үрмәләгән көндәр булды. Ҡыҙым — иң оло бәхетем, ул йәшәргә көс бирә.
– Һеҙ һәр саҡ нәзәкәтле, мөләйем гүзәл зат. Ҡатын-ҡыҙҙарға матур булыу өсөн (сер итеп кенә) нимәләр кәңәш итер инегеҙ.
– Минең өсөн эске матурлыҡ – иң гүзәл матурлыҡ. Тышыңды нисек кенә биҙәмә, йәнең матур булмаһа, күңелеңдә насар уйҙар йөрөтһәң, уны йәшереп булмай, һинән һалҡынлыҡ бәреп тора. Ә йәнең яҡты булһа, йөҙөң дә нурлы. Донъяны, яҡындарыңды, кешеләрҙе, тәбиғәтте яратып йәшәргә кәрәк. Минеңсә, шул ул иң юғары матурлыҡ.
– Һәр кемдең тормошонда ижадҡа, сәнғәткә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр, мәлдәр була. Һеҙҙең менән шундай мәҙәктәр булдымы?
– Бар инде ул. Тормошта бик оялсан, бик һөйләшеп бармаған ҡыйыуһыҙ булһам да, мин сәхнәлә үҙемде тәбиғи, ғәҙәти тоя инем. Шуғалыр ҙа, мәктәптә уҡығанда сәхнәлә йыш йырлай торғайным. Бер концертта сәхнәгә сығып «Ҡайҙаааа бармааа...», – тип Рим Хәсәнов һәм Назар Нәжмиҙең «Юҡҡа түгелдер» йырын һуҙып ебәрҙем. Бик юғары килеп сыҡты. Туҡтаным да, түбәнерәк итеп, «Ҡайҙаааа бармааа...», – тип яңынан башланым... Барып сыҡманы, ныҡ түбән... «Ҡайҙаааа бармааа...» – юҡ, юғарыраҡ... Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланым да, килеп сыҡмағас, сәхнәнән сығып киттем. Бер нисә кеше сығыш яһағас, яңынан сыҡтым да, дөрөҫ итеп йырлап ҡуйҙым. Өйгә ҡайтҡас, атай-әсәйем: «Нисек итеп ҡабат сәхнәгә сығырға баҙнат иттең ул? Беҙ инде был епшек башҡа сыҡмаҫ, илап ултыралыр, тип ҡайғырғайныҡ», – тиҙәр. Мин, ысынлап та, кешеләргә һүҙ ҡушырға ла баҙнат итмәгән бик оялсан бала, нисек ҡабатлап сығып йырлағанмындыр, был үҙемә лә хәҙерге көнгә тиклем йомаҡ булып ҡала.
– Һеҙ үҙегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Һөнәрегеҙҙе яратаһығыҙмы? Әгәр шундай мөмкинлек биреп, тормош юлы башына ҡайтып булһа, һеҙ кем булырға теләр инегеҙ?
– Тормошом еңелдән булманы. Бала сағым, үҫмер йылдарым үтә ныҡ бәхетле булғанғамы, үҫә төшкәс, тормошта төрлө һынауҙар аша үтергә тура килде. Ләкин Аллаһы Тәғәлә күтәрә алған тиклем бирермен, тигән бит, йырып сыҡтым, Аллаға шөкөр. Юҡ, ниндәй бәхет һәм байлыҡ вәғәҙә итһәләр ҙә, үткәнемде алыштырмаҫ инем. Тормош юлым, ауыр булһа ла, бик күркәм. Матур ваҡиғаларға, яҡшы кешеләргә бай! Яратып шөғөлләнгән шөғөлдәрем бар, булғанына шөкөр! Ә инде тормош юлымдың башына нисә тапҡыр кире ҡайтарһалар ҙа, барыбер, уҡытыусы, шағирә, рәссам, композитор булыр инем, моғайын. Халыҡҡа әйтер һүҙҙәрем күп, шуларҙы йыр, шиғыр, һүрәт аша еткерә алғаныма бик шатмын.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: