+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Өфө сәнғәт институтында ижади имтихандар тәүге тапҡыр дистанцион форматта үтте

Монте-Карлола Рәсәйҙең йәш опера йырсылары Академияһының ҡатнашыусыһы Наҙгөл Ибраһимова быйыл Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының йыр бүлеген тамамлай. Коронавирус пандемияһы арҡаһында ижади вузда имтихандар тарихта беренсе тапҡыр онлайн-форматта тапшырылды. Ижади эштәр, спектаклдәр, вокалистарҙың һәм музыканттарҙың сығышы шулай уҡ видеояҙмалар аша баһаланды. Тантаналы шарттарҙа диплом тапшырыуҙар ҙа быйыл булмаясаҡ.

“Быйыл вокал бүлеген 9 кеше тамамлайбыҙ, – тип һөйләй Наҙгөл. – Һәр беребеҙ ныҡлап әҙерләнеп, программабыҙҙы күрһәтергә йыйына инек. Ваҡиғаларҙың шулай әйләнеп китеүе әлбиттә беҙҙе аптырашта ҡалдырҙы. Диплом эштәрен “зум”да яҡларға тура килде. Комиссияның рәисе Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка Академияһының профессоры Михаил Суренович Агин булды”.
Опера йырлау сәнғәтенә яңы аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, Наҙгөлдөң ҡаҙаныштары байтаҡ ҡына. Йырсыларҙың Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге Республика конкурсында, Салауат Низаметдинов, Радик Гәрәев, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге, Миләүшә Мортазинаның призына I Бөтә Рәсәй конкурсында 1-се урындар яулаған ҡыҙ студенттарҙың XXVII Бөтә Рәсәй фествалендә ҡатнашып, махсус призға лайыҡ булды. Наҙгөл шулай уҡ Илдар Абдразаҡовтың оҫталыҡ дәресендә үҙен һынап ҡараны. 2019 йылдың октябрь айында Монте-Карлоның Операһына саҡырыу алды. Ул “Рәсәйҙең йәш опера башҡарыусыларының Монте-Карлолағы Академияһы” проектында ҡатнашыу бәхетенә иреште. Йәш йырсы шулай уҡ 48-се Бөтә Рәсәй музыкаль сығарылыш вуздарының конкурсында лауреат исемен яулап, быйыл Санкт-Петербург ҡалаһында октябрь айында уҙасаҡ гала-концертҡа саҡырылды.
“Башҡорт опера һәм балет театрында эшләү минең өсөн ҙур бәхет булыр ине, – ти Наҙгөл. – Театрҙа асыласаҡ Шаляпин исемендәге йыр сәнғәте Академияһында уҡыуҙы дауам итергә лә мөмкинлек бар. Мин сәнғәт институтында Башҡорт опера һәм балет театры солисткаһы Любовь Владимировна Буторинала уҡыным һәм мин уға йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Уҡытыусыларыбыҙ беҙгә ата-әсәләребеҙ кеүек булдылар, профессиональ белем биреү менән бер рәттән, “тормош дәрестәре”нә лә өйрәттеләр”.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты проректоры Алһыу Хәсбиуллина әйтеүенсә, 2020 йылда вузды 131 студент тамамлай. Күптәре республиканың ижади коллективтары – Милли симфоник оркестрының, Милли халыҡ инструменттары оркестрының, Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академик хор капеллаһының, “Мираҫ” фольклор бейеү ансамбленең, Башҡорт опера һәм балет театрының артистары булып киттеләр. Балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә уҡытып йөрөгәндәре лә бар.
Әлеге ваҡытта Өфө сәнғәт институтына керергә теләүселәрҙән документтар ҡабул ителә башланы. Имтихандарҙың авгут айында, шулай уҡ дистанцион форматта булыуы көтөлә.
Ләйлә Аралбаева,
Өфө яңылыҡтары
Читайте нас: