+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Сәхнәгә сыҡҡанда күңелемдә үҙгәреш тоям”

Эшем тураһында күп уйланам, әлбиттә. Был ролде оҙаҡ башҡарырға тура килерме икән, тим. Сәхнәгә сыҡҡан һайын күңелемдә ниндәйҙер үҙгәреш булыуын тоям, тормошто нығыраҡ яратам, яҡындарымды йышыраҡ хәстәрләргә ынтылам. Спектаклдәр аша беҙ бит йәшәү, тормошобоҙ мәғәнәһен еткерергә тейешбеҙ, ниндәйҙер кимәлдә һәр кем үҙ юлын таба алғанлығын күрһәтергә бурыслы, сөнки тамашасы ҡайһы бер һорауҙарына яуапты ысынлап та сәхнә күренештәренән дә эҙләй һәм таба. Һәм ролдәрем үҙемә лә тормошто аңларға ярҙам итә. Мәҡәлә - сайтыбыҙҙа

Театр беҙҙең тормошобоҙҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Күңелдәрҙе зауыҡландырырлыҡ, байытырлыҡ көскә эйә бит ул театр! Ул ысынбарлыҡты аңларға, бәғзе бер һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә. Ә инде сәхнәлә билдәле һәм данлыҡлы актерҙар менән бергә шундай уҡ сағыу, һәләтле йәштәрҙең дә уйнауы һоҡландыра ла, ҡыуандыра ла.
Александр I указы менән 1809 йылдың 28 декабрендә Училищегә нигеҙ һалына һәм ул Рәсәйҙең Императорҙар театры составына индерелә. 1938 йылда уҡыу йортона билдәле рус актеры һәм училищеның актерлыҡ һөнәре буйынса уҡытыусыһы Михаил Семенович Щепкиндың исеме бирелә. Биш йылдан ул юғары уҡыу йорто статусына эйә була. Рәсәйҙең иң өлкән юғары театраль уҡыу йорто булған Дәүләт академия Кесе театры эргәһендәге М.С.Щепкин исемендәге юғары театраль училищеһын (институтын) 2002-2007 йылдарҙа Башҡортостандан 26 егет һәм ҡыҙ тамамлап ҡайтҡайны. Уларҙың күбеһе М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килеп, коллективҡа өр-яңы һулыш өҫтәп ебәрҙе. Дүрт йыл буйына Ольга Соломина, Юрий Соломин, Борис Любимов, Владимир Селезнев кеүек сәнғәт оҫталарынан дәрестәр алған йәштәр араһында бөгөнгө әңгәмәсем Ирада Фазлаева ла бар.
Өфө ҡыҙы Ирада Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта белем ала. Бәләкәй сағынан йырларға ярата ул. Шиғыр ятлағанда фортепиано артына ултырып һүҙҙәрҙе йырлап ҡабатлаһа, уларҙың тиҙ генә иҫтә ҡалыуын белеп, ошо ысулды ҡуллана башлай. Ә бер мәл үҙе лә йыр яҙып ҡарай. Әлеге ваҡытта улар шул тиклем күбәйеп киткән, тик альбом сығарыр өсөн ваҡыт яғы ғына самалы… Тамашасылар Нурия Ирсаева, Светлана Хәкимова, Фирүзә Париж кеүек йырсы-актрисаларҙың йырын яратып тыңлай. Драматик сопрано тауышына эйә булған йәш актрисаның да йырлы ролдәре бихисап…
– Йыр менән хис-тойғоларҙы белдерәләр. Ә һинең өсөн йыр башҡарыу – нимә ул? Ниндәй йырҙар оҡшай? Ғөмүмән, һин ҡасан йырлай башлағанһың?
– О, ул бик күптән булған. Мин бәллеүҙә ятҡанмын, әсәйем ниндәйҙер эш менән мәшғүл икән, минең ныҡ итеп көйләп ҡысҡырыуыма хафаланып яныма йүгереп килеп еткән. Ә мин үҙемдең тауышымды үҙем тыңлап ятам икән… Шулай ҙа, мин һирәк йырлайым ул. Эшем менән бәйле саҡта йырларға тура килә-килеүен. Бына ҡайһы берҙә күңелдә тойғолар урғылып китә, ул сағында инде бүлмәмдең ишеген ябып ҡуям да, фортепиано артына ултырып, яңы йырымды яҙам. Йырлау – тойғоларҙы сағылдырыу, эмоциональ кисерештәрҙе тышҡа сығарыуҙыр ул. Миңә күберәк лирик йырҙар оҡшай. Салауат Низаметдиновтың ижадына һоҡланам, рус романстарын, операларҙан ариялар башҡарырға яратам. Римский-Корсаковтың «Ҡарһылыу» операһынан төп героиняның ариялары мәктәптә уҡыған сағымдан уҡ күңелемә бик яҡын. Башҡорт халыҡ йырҙарын да йырларға теләйем, бының өсөн күп шөғөлләнергә кәрәклеген аңлайым. Бынан бер нисә йыл элек минең менән Ләлә Зөфәр ҡыҙы Муллабаева шөғөлләнде. Ул йырҙы, йырҙың моңон тоя белеүемде талап итә торғайны…
– Иң тәүге ролең тураһында ла һөйләп үт әле, йыр менән бәйле инеме ул?
– Режиссер Айрат Абушахманов М.Буранғоловтың «Шәүрәкәй» пьесаһында миңә Шәүрә ролен тәҡдим итте. Йырҙар күп бит был спектаклдә, ябай ғына түгел, халыҡ йырҙары. Уларҙы башҡарыу өсөн бөтә нескәлектәрен белергә кәрәк. Мин Ләлә апайға рәхмәтлемен – халыҡ йырының шул тиклем дә ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта бөйөк булыуын ул төшөндөргәйне, уның менән йырҙы өр-яңынан өйрәнгәйнем. Ролем ҙур сәхнәлә тәүгеһе булғанға ла, минең өсөн һынау булды. Ул осорҙа йәшәгән башҡорт ҡыҙына хас булған һыҙаттарҙы, ниндәй кейем кейеүен, үҙен тотошон, ғөмүмән, һәр хәрәкәтенә тиклем ныҡлап өйрәнергә тура килде. Был спектаклдә билдәле актер Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев менән бер сәхнәлә уйнау тигән һынауҙы ла тоторға тура килде. Ҡайһы бер күренештәрҙә ул кәңәштәре менән ярҙам итте, уға рәхмәт. Беҙ Мәскәүҙә уҡыған саҡта ла курсыбыҙҙы ҡурсалап, хәстәрләп кенә торҙо ул.
– Щепкин исемендәге училищела уҡыу һиңә нимә бирҙе? Уҡытыусыларың кемдәр ине?
– Беҙ уны «Щепка» ти торғайныҡ. Был уҡыу йорто актерлыҡ оҫталығына тәүге һәм етди дәрестәр биреүсе ҡорам булды. Мин уны, унда уҡыған йылдарымды һәр ваҡыт тулҡынланып иҫкә алам. Тормош мәктәбе лә булды ул… Күпме борсолоуҙар, шатлыҡлы минуттар. Килеп сыҡмаҫ инде, тип икеләнеүҙәр, һәм, үҙ-үҙеңде еңеп, ышаныс тойғолары кисереүҙәр… Минең тормошомда, актерлыҡ һөнәрен үҙләштереүҙә иң мөһим кешеләрҙең береһе Владимир Прохорович Селезнев булды. Остазым – милли театрҙар өсөн кадрҙар әҙерләүсе педагог ине. Яҡут, ҡырғыҙ, мордва, сыуаш, алтай, башҡорт милли студиялары студенттары менән эшләгәнендә һәр халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын, ауыҙ-тел ижадын, әҙәби әҫәрҙәрен тәрәндән өйрәтеүҙе бурысы итеп һананы. Владимир Прохорович миндә үҙ-үҙемә ышаныс уятты, шәхес булараҡ асылырға ярҙам итте. Мин бит бик йыш ҡаушап ҡала торғайным. Тәүҙәрәк ул: «Ашыҡмағыҙ, ныҡлап асылып китер өсөн был ҡыҙыҡайға ваҡыт кәрәк», – тип әйтһә, өсөнсө курста иһә, бығаса сәхнәлә йырлай ғына алһам, хәҙер һөйләргә, дөрөҫ хәрәкәт итергә өйрәнгәнмен, хатта роль башҡарып, образға инеүҙән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереү дәрәжәһенә лә еткәнмен, быға уҡытыусым: «Ҡыҙыҡай, һиңә нимә булды ул?» – тип үҙе лә аптырай. Ныҡ тырыштым инде, сөнки уҡыуыма ни тиклем етди ҡараһам, үҙ-үҙемә генә түгел, уҡытыусыларымдың да миңә ҡарата ышаныстары артасағын яҡшы аңлай инем. Уҡытыусыбыҙ ҙа һәр беребеҙ менән беҙҙең өсөн нисек кәрәк, шулай аралашты, бик һәйбәт тәрбиәсе лә ине ул... Минең өсөн боросолоуын белдереп, актриса булыуымды бик теләгәнен йыш әйтә ине. Ҡыҙғанысҡа күрә ул хәҙер мәрхүм инде.
Игорь Владимирович Лях тигән уҡытыусыбыҙҙы ла бик яраттыҡ. Ул шундай оло йөрәкле кеше, коридорҙа осрашҡанда ла нимәлер әйтеп, йәки кәңәшен биреп, күңелде үҫтереп китә торғайны. Башында уның тик спектаклдәр генә була торғайны. Тәнәфестә күреп ҡалһа: «Бына һин шул урында шулай ит, быныһын ошолай башҡар», – тип әйтеп китһә, уның өмөттәрен нисек аҡламайһың инде. Татьяна Николаевна Аносова, Изольда Васильевна, Лариса Сергеевна, Наталья Алексеевналар беҙгә дәрес биреп кенә ҡалманы, тормошҡа ла өйрәтте. Тарих уҡытыусыһы Наталья Алексеевна хатта дәрескә гитара тотоп инә лә һуғыш темаһына йыр йырлай, күмәкләп тә йырлата, унан һуң беҙ уға башҡорт халҡы тураһында һөйләйбеҙ, тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыуға бәйле йырҙарҙы йырлап ишеттерәбеҙ.
Кураторыбыҙ Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина беҙҙең өсөн икенсе әсәй булды инде. Ул башҡорт теле дәрестәрен алып барғанда гәзит-журналдар уҡыта, мәҡәләләр буйынса анализдар яһата ине. Интервью бирергә лә өйрәтте, шиғырҙар ятлатты.
– Роль өҫтөндә нисек эшләүең тураһында бер ни тиклем һөйләй биреп ҡуйғайның, тағы ла башҡа ролдәрҙе сәхнәгә сығарыу тураһында нимәләр әйтер инең?
– Мин әлеге эшемде яратмаһам, театрҙа эшләй ҙә алмаҫ инем. Һәр ролде еренә еткереп башҡарырға тырышам. Тамашасыға ла уйланырға урын ҡалдырырға кәрәк. Әгәр кескәй, эпизодик ролде башҡарырға тура килә икән, был ҡатмарлыраҡ, сөнки актерға ҡыҫҡа ғына ваҡыт бирелә, баштан аҙаҡҡа тиклем төп геройҙың үҙгәргәнен күрһәтеп өлгөрөргә кәрәк. Бына Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» спектаклендә (режиссеры Айрат Абушахманов) мин шәфҡәт туташы ролен башҡарҙым. Ул ҡыҙ төп герой менән таныша, уны ҡарап-тәрбиәләй, күңеле менән уға тартыла, улар бер-береһенә тартыла, үҙ-ара ихлас аралашалар. Бер-нисә көн генә таныш бит улар, ошо көндәр уларҙың бәхетле көндәре. Береһе атай булыу бәхетен өр-яңынан татый, ә ҡыҙ – атаһы барлығын белә. Ролде үҫтерергә лә, шул уҡ ваҡытта төп геройҙың холҡона ла үҙгәреш индерергә тейеш инем, быны тамашасыға күрһәтеү бурысы бар. Етмәһә, тулҡынланам, Фидан Ғафаров менән уйнарға бит! Ул шундай талапсан. Ә мин репетиция ваҡытында юғалып ҡалам да ҡуям, һүҙҙәремде онотам. Ролдән баш тартырға ла уйлағайным, шунан үҙемә ныҡ булырға, тырышырға тигән маҡсат ҡуйып, эшләргә булдым. Сулпан Асҡарова идеяһы менән пантомимо, фокус күрһәтеү сәхнәләрен дә индерергә булдыҡ, интернеттан ҡарап өйрәндем. Ләкин тапшырыу көнөнә тиклем Фидан ағайға был өлөштө күрһәтмәй торҙоҡ. Ул ғәжәпләнеп һәм хуплап ҡабул итте.
Һәр бер спектаклдә ролде сығарғанда шуға ҡағылышлы әҫәрҙәрҙе уҡып сығабыҙ, Нәжиб Асанбаевтың «Зәки Вәлиди» драмаһын ҡуйғанда беҙ шул осор ваҡиғаларын, көнсығыш тарихын яңынан өйрәндек. Мин төрөк ҡатын-ҡыҙҙары тураһында китаптар, төрлө мәғлүмәттәр уҡыным, төрөк бейеүҙәрен өйрәндем. Софоклдың «Эдип батша»һында миңә Сфинкс ролен башҡарырға тура килде һәм мин япон стилендәге «буто» бейеүен үҙләштерҙем. Әнисә Дилмөхәмәтованың «Артур+Нэнси»һын сәхнәләштерер алдынан интернет аша наркоманияға бәйле булған, үҙебеҙҙең илдең генә түгел, сит илдәрҙә лә төшөрөлгән фильмдарҙы ҡарап сыҡтым. Ролдәремде башҡарғанда нимәлер әйтеп бөтөрөлмәгән булһа, тамашасым ҡабул итмәҫ тигән бурыс ҡуйып, шуны аҙағына тиклем үтәргә тырышам.
Эшем тураһында күп уйланам, әлбиттә. Был ролде оҙаҡ башҡарырға тура килерме икән, тим. Сәхнәгә сыҡҡан һайын күңелемдә ниндәйҙер үҙгәреш булыуын тоям, тормошто нығыраҡ яратам, яҡындарымды йышыраҡ хәстәрләргә ынтылам. Спектаклдәр аша беҙ бит йәшәү, тормошобоҙ мәғәнәһен еткерергә тейешбеҙ, ниндәйҙер кимәлдә һәр кем үҙ юлын таба алғанлығын күрһәтергә бурыслы, сөнки тамашасы ҡайһы бер һорауҙарына яуапты ысынлап та сәхнә күренештәренән дә эҙләй һәм таба. Һәм ролдәрем үҙемә лә тормошто аңларға ярҙам итә.
Мин айырыуса балалар өсөн ҡуйылған тамашаларҙа ҡатнашырға яратам. Балалар менән бергә ата-әсәләре лә килә, уларҙың ҡайһы берҙәре әйтеүенсә, бер нисә тапҡыр килгәндәре лә бар, һәм улар беҙ уйнағанда, бәләкәстәре генә түгел үҙҙәре лә мөғжизәгә ышаныуҙары тураһында әйтәләр. Зал менән бәйләнеш ныҡ һиҙелә, һәм үҙең дә бер бөтөнлөктө тояһың…
– Спектаклдәрҙе әҙерләү барышында актриса Ирада менән режиссер араһындағы мөнәсәбәт нисек?
– Минең театрҙа эшләүемә әле күп тә түгел, шулай ҙа төрлө режиссер менән эшләргә тура килде. Хәлде бер ни тиклем еңелләштереү өсөн мин башта режиссерҙың башҡа спектаклдә нисек эшләүен барып ҡарайым, сөнки миңә уның талаптарын күрергә, аңларға кәрәк. Шәхес булараҡ тойомларға кәрәк. Ә репетиция һәм ролдәрҙе уҡыуҙар башланыу мәле ул бер-береңде аңлау, бер-береңә өйрәнеү ваҡыты, ижади процесс башлана – беҙ геройҙарыбыҙҙы тикшерәбеҙ, уға ҡылыҡһырлама яһайбыҙ, һәр бер хәрәкәтенә тиклем төпсөнәбеҙ, йәғни беҙ тикшереүсе лә, психолог та. Спектаклдәге геройҙарҙы нимә берләштерә, ни өсөн улар үҙҙәрен йә тегеләй, йә была тота һәм был тамашасыларға нисек тәьҫир итә, улар күңелендә ниндәйерәк тойғо уята… Эш барышында режиссерҙа актерлыҡ һөнәренә ҡарата ихтирам күренә, уларҙың һәр ҡайһыһы актер һөнәрен үҫтереүгә, нығытыуға үҙ өлөшөн индерә. Тағы ла, яңы режиссер үҙе менән яңы тәжрибә алып килә.
– Эшеңдә ниндәй ҡатмарлыҡтарға юлыҡҡаның бар?
– Һәр эштә лә осрайҙыр инде ул ҡыйынлыҡтар. Берәй роль килеп сыҡмаһа, йәки һин уны тейешенсә аңлап етмәһәм, мин режиссер менән кәңәшләшәм йәки тәжрибәле актерҙарҙан һорашам.
– Героиняларыңдың әйткән һүҙҙәрен йәки ҡылыҡтарын тормошта ҡабатлайһыңмы?
– Коллегалар менән осрашҡанда шаярыу ҡатыш ҡабатлағаныбыҙ бар, ә тормошта уларҙың һүҙҙәрен бөтөнләй ҡулланмайым, онотам да тиерлек.
– Ролдәреңдең ҡайһыһы күңелеңә иң яҡыны?
– Уларҙың һәр береһе миңә ҡәҙерле. Әгәр мин берәй ролде башҡарам икән, тимәк, минең менән оҡшаш яҡтары ла бар, сөнки улай булмаһа, уны уйнауы ла ҡыйын. Ул ролде үҙеңә яҡынайтырға теләйһең һәм үҙеңә хас булған хис-тойғолар эҙләйһең, әгәр был хәл минең менән булһа, ошо осраҡта нимә эшләр инем тигән һорауға яуап эҙләйһең. Режиссер актерға ролде биргәндә лә спектаклдә тап килеү-килмәүҙе, холоҡ, йәш, буй-һын, профессиональ мөмкинселектәренә иғтибар итә.
– Спектаклгә, айырыуса премьераға әсәйең һәр ваҡыт килә, тамашасы араһында уның да булыуы һиңә нисек тәьҫир итә?
– Әсәйем – минең иң мөһим тәнҡитсем. Ул миңә иҫкәрмәләр ҙә бирә, шулай ҙа, тәү сиратта ул минең өсөн бик борсола. Мин быны хатта беҙ бер ҡалала булмағанда ла тоям, уны уйлауым була, нәҡ ошо минутта телефоным шылтырай. Йәки мин уға шылтыратҡанда, ул да телефонына үрелгән була. Гимназияла уҡыған саҡта әсәйемде бөтөн дуҫтарым, синыфташтарым белә ине, сөнки ул миңә генә түгел, барыбыҙға ла күстәнәстәрен тейәп килә торғайны, ял көндәрендә дуҫтарымды ла саҡыра инек. Мәскәүҙә уҡыған сағымда ла шулай булды. Ғөмүмән, дуҫлыҡ, татыулыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо, хәстәрлек күреү әсәйемдәндер. Уға рәхмәтлемен. Бының өсөн күпме көс һалырға кәрәк, мин быны бик яҡшы аңлайым. Әсәйем менән ғорурланам. Ҡустым Артур менән мине ул дөрөҫ тәрбиәләгән, беҙ үҙ-ара ныҡ татыубыҙ, ҡустымды, киленем Рәмзиә һәм Адриана ҡыҙымды бер аҙна күрмәһәм, һағынам. Алла бирһә, үҙемдең дә ғаиләм булыуын, әсә булыу бәхетен татыуымды теләйем. Әсә булыу – был тормошта ҡатын-ҡыҙҙың иң күркәм, иң татлы тәғәйенләнешелер ул.
– Был тормошта һине ял иттереүсе, һиңә көс биреүсе утрау бармы?
– Әлбиттә, бар, ул минең өйөмдә, минең бүлмәм. Бында һәр саҡ тынлыҡ. Иртә менән тәҙрәнән ҡояш нурҙары һибелә, күңел күтәрелеп китә. Ниндәйҙер моң яңғыраған кеүек. Хатта ҡыштың һалҡын көндәрендә буран булғанда ла, миңә бында рәхәт. Мин ҡышты яратам. Шуғалыр ҙа, утрауымда күпселек ҡышҡы кисте хәтерләткән төҫтәр, ләкин ул төҫтәр араһында өйҙөң йылылығын күрһәткәндәре лә бар.
Ҡышҡы көн. Ҡар яуа. Ҡыҙ бала ҡарға салҡан ятҡан да күҙҙәрен ҡышҡы күбәләктәр осоп килгән алыҫлыҡҡа төбәгән. Ҡапыл ул үҙен дә уларға ҡаршы осоп барған кеүек тоя. Был илаһи тойғо уның күңелендә моң уята, уның йырлағыһы килә…
Сәриә Ишемғолова
(Архивтан)
Читайте нас: