-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Ай ҡыҙы" эҙенән йәки Асыларҙың нисек киноға тѳшкәне

Белорет районында “Юғалған экспедиция”, “Алтын йылға”, “Мәңгелек саҡырыу” кеүек бѳтә илгә билдәле фильмдар тѳшѳрѳлѳүе тураһында күп яҙабыҙ, ә бына бынан 19 йыл элек Асы ауылында “Ай ҡыҙы” исемле күп сериялы фильм тѳшѳрѳлѳүе тураһында һуңғы ваҡытта телгә алғаныбыҙ юҡ. “Ай ҡыҙы”н иғтибарҙан ситтә ҡалдырһаҡ, яҙыҡ булыр, тип, беҙ “Ай ҡыҙы” фильмы эҙенән Асыға юлландыҡ.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында, Флорид Бүләков сценарийы буйынса «Ай ҡыҙы» - тәүге башҡорт телесериалын (2001-2002; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы) тѳшѳрѳүгә күрһәтелгән сюжетта, проект инициаторы һәм продюсеры Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова фильмды тѳшѳрѳүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Зинаф Зиннур улы Әхмәтшинға рәхмәт белдерҙе. Беҙ ҙә Зинаф Зиннур улын үҙебеҙ менән Асыға барырға саҡырҙыҡ.
Тауҙар ҡосағында, йәмле Инйәр буйында урынлашҡан Асы ауылы һәр миҙгелдә лә матурлығын юғалтмай. Һуңғы йылдарҙа ауыл күҙгә күренеп үҫә, береһенән-береһе матур йорттар ҡалҡып сыға. Ә тау итәгендә урынлашҡан “Асы” шифаханаһы әкиәт һарайын хәтерләтә. Ситтән килгәндәргә тоҙло һыу сыҡҡанын иҫкә тѳшѳрѳп, ауыл уртаһында шишмәләр урғылып, ноябрҙең болан мѳгѳҙѳн һындырырлыҡ һыуыҡтарында ла туңмай ята.
Ауыл хакимиәте алдына барып туҡтаныҡ. Зинаф Зиннур улын танып: “Зинаф ағай килгән дәһә”, - тип ихлас ҡаршыланы асылар. Эйе, таныйҙар, сѳнки ул 1998-2001 йылдарҙа яңы тѳҙѳлә башлаған “Асы” шифаханаһы директоры булып эшләгән һәм тәүге корпустарҙы тѳҙѳп, файҙаланыуға тапшырған. Шуға ла уға ауыл һәм асылар яҡын. 2001 йылда Асыла кино тѳшѳрѳү эшендә лә әүҙем ҡатнашып, ижад тѳркѳмѳн аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән.
Тәүҙә ошо ваҡиғаларҙың шаһиты булған теш табибы Марат Сәхәүләт улы Сәлимйәнов менән күрешеп һѳйләштек.
- Ул саҡта Асы ауыл хакимиәте башлығы булып Ғәтиә Кинйәбай ҡыҙы Сәлимйәнова эшләй ине. Артистар килә тип, беҙ юлдарҙы таҙарттыҡ, ауылды тәртипкә килтерҙек. Стела ҡуйҙыҡ. Был эштә ауыл халҡы ихлас ҡатнашты. Ҡыҙыбыҙ Линара фильмда Ғәдиләнең бала сағын уйнаны, ә күмәк күренештәрҙә мәктәп уҡыусылары ҡатнашты, - ти Марат Сәхәүләт улы.
- Ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Евгений Яковлевич Карепанов: “Кино тѳшѳрѳргә киләләр. Ярҙам итеп ебәрегеҙ”, - тип миңә шылтыратты. Шулай итеп, кино тѳшѳрѳүселәр менән эшләй башланым. Ниндәй генә һорауҙар менән мѳрәжәғәт итһәләр ҙә, ярҙам итәбеҙ. Казбек Муллайән улы Ғәлиев мәктәп директоры ине, - тип һүҙҙе дауам итте Зинаф Зиннур улы, - уның фильмды тѳшѳрѳүҙә ярҙамы ҙур булды. Мәктәптә туҡланыу ойошторолдо, кино тѳшѳрѳү тѳркѳмѳнѳң бер ѳлѳшѳ шунда йәшәне. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы булмаһа, бәлки, был кино тѳшѳрѳлмәгән дә булыр ине, тип уйлайым. Ул килеп тыуған проблеманы хәл итеү ѳсѳн үтте һытып алып бара ине. Үлене торғоҙа торған кеше. Ул саҡта ла илдә кѳрсѳк, аҡса юҡ, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ. Беҙ шифахананан мәктәпкә һыуытҡыс алып барып ҡуйҙыҡ, аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин иттек. Үҙаллылыҡ алғас, халыҡта ышаныс, дәрт тыуҙы һәм ауыл халҡы ла кино тѳшѳрѳүҙе ҡыуанып ҡабул итте.
- Ямғыр, ҡояшлы кѳн, япраҡ ҡойолған ваҡыт кеүек мәлдәрҙе тура килтереп, киноны йәй буйы тѳшѳрҙѳләр, - тип һүҙгә ҡушыла Марат Сәхәүләт улының тормош иптәше Зилә Мазғар ҡыҙы.
Асы ауылының иң осонда урынлашҡан Розалия Рим ҡыҙы һәм Салауат Исламетдин улы Сѳнәғәтовтар йорто был ваҡиғаның уртаһында була, сѳнки кино тѳшѳрѳүселәр уларҙың йортон Айһылыуҙың ѳйѳ, күршеләре Гѳлнара Хисмәт ҡыҙы һәм Радик Дәүләт улы Янбаевтарҙың йортон Ғайсарҙың ѳйѳ итеп һайлай.
- Зинаф ағай килгән икән. Беҙҙә һеҙҙең кино тѳшѳрѳүселәр менән хушлашыу кисәһендә тѳшкән фотоғыҙ ҙа бар, - тип йылмайып ҡаршыланы Сѳнәғәтовтар.
- Ике йыл рәттән тѳшѳрҙѳләр. Улар беҙгә тиклем күп райондарҙа йѳрѳп ҡарап сыҡҡандан һуң Асы ауылының тәбиғәтен, йорттарыбыҙҙың ҡаршы ултырыуын оҡшатып һайлап алды. Беҙ ҡыуанып риза булдыҡ. Кино тѳшѳргән саҡта операторҙар беҙҙә йәшәне, ә әсәйемдәрҙә (Гѳлфинә Фәхретдин ҡыҙында) режиссерҙар торҙо. Илфат Йомағолов һыбай бесәнгә барып, ярҙамлашып ҡайта торғайны, - ти Салауат Исламетдин улы.
- Күп ваҡытта үҙем бешерҙем. Бер ай буйы 40-лап кеше ѳйѳбѳҙҙә мәж килде. Кистәрен йыйылышып, һѳйләшеп, йырлап ултыралар. Бик күңелле йәшәнек. Кѳн дә мунса яғабыҙ. Артистар мунса, ҡаймаҡ менән ауыл икмәген ярата. Ул саҡта беҙ йәш инек. Икенсе йыл сентябрҙә операторҙар тыуған кѳнѳмә лә килеп ҡайтты. Ул саҡта Хәлимә Ғәббәсова администратор булып эшләй ине. Улар әле лә беҙҙе онотмай, юл тѳшкәндә килеп китә. Сара Буранбаева бер нисә тапҡыр булды. Рива Исхаҡова ике йыл рәттән тоҙ һыуына килеп ҡайтты. Әнүәр Нурмѳхәмәтов 2008 йылда килде, ә икенсе йыл ул мәрхүм булып ҡалды. Ҡайһы саҡта ѳйҙә булмаһаҡ, күстәнәстәрен ҡапҡаға элеп китәләр. Әле лә күптәре менән аралашып торабыҙ, туған кеүек булып киттеләр шул, - ти Розалия Рим ҡыҙы.
Сѳнәғәтовтарҙың ҡунаҡсыл йортонан кеше ѳҙѳлмәй. Әле лә ауылға концерт килһә, артистар уларҙа туҡтала. Вәлит Илембәтов, Сәғиҙулла Байегетов, Сулпан Хѳсәйенова, телевидение алып барыусылары Рита Шәмсетдинова, Айнур Кәбиров һәм башҡа билдәле шәхестәр башҡорт киноһына инеп ҡалған йортта - Айһылыу- ҙың “ѳйѳндә” ҡунып сығыу бәхетенә ирешкән.
Розалия балалар баҡсаһында ашнаҡсы, Салауат шифаханала һыу йыйыу операторы булып эшләй. Улар ике бала үҫтерә. Айгизәр VII класта уҡыһа, икенсе ҡыҙҙары - алты йәшлек Айгүзәл балалар баҡсаһына йѳрѳй. Айгүзәлде бәләкәйҙән тәрбиәгә алғандар.
Ғайсарҙың ата йорто итеп киноға тѳшкән өйҙөң хужалары Гѳлнара Хисмәт ҡыҙы менән Радик Дәүләт улы Янбаевтар ҙа ул саҡта йәш ғаилә була. Ҡыҙҙары Эльмира, алты айлыҡ бәпәй булғанда, һуңғы күренештә фильмға тѳшә. Янбаевтарҙа костюмер Динә Ғимранова Розалия Шәйәхмәтова, администратор Хәлимә Ғәббәсова йәшәгән. Кино тѳшѳрѳү тѳркѳмѳнѳң ҡайһы берәүҙәре фатирға инеп йәшәй.
Улар менән бергә нисек йәшәүҙәре тураһында Асы мәҙәниәт йорто директоры Йәмилә Әбделғәни ҡыҙы СӘЛИМЙӘНОВА ла түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
- Ул саҡта мин мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе инем. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булғас, тәү сиратта беҙгә мѳрәжәғәт итәләр. Йәй булғас, үҙебеҙ аласыҡта йәшәйбеҙ, ә ѳйгә артистарҙы индерҙек. Беҙҙә Эльвира Юнысова, Рива Исхаҡова, Заһир Вәлитов йәшәне. Эльвира Юнысованың ире менән ҡыҙы ла килә торғайны. Кѳн һайын мунса яғабыҙ. Шулай уҡ Азат Йыһаншин, Сара Буранбаева, Гүзәл Маликова менән дә дуҫлашып алдыҡ. Режиссер Әнүәр Нурмѳхәмәтов килеп йѳрѳнѳ. Улар үҙебеҙҙең кешегә әйләнде. Ауыл халҡы ихлас ярҙам итте. Роль башҡарғанда Рива Исхаҡова Мѳйәсәр инәй Ғарипованың күлдәктәрен кейҙе. Башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ла ауыл халҡы биреп торҙо. Ирем ябай, яҡшы кеше ине, ул ихлас ярҙам итте. Ҡыҙыу бесән мәле булһа ла, һиҙелмәне. 21 кѳн буйы ике ѳй араһында, бер ҡайҙа ла сыҡмайынса кино тѳшѳрѳү уңайлы булды, тине актерҙар. Беҙҙең ауыл халҡы ла фильмда тѳштѳ. Ерләү ваҡыты ла ысын булған ваҡиға, ул да кадрға эләкте. Мѳдәрис Алсынбай улы Түлебаевтың ейәнсәре Ғәлиә Түлебаева каникулға килгәйне. Уға Айһылыуҙың бала сағын уйнау бәхете йылмайҙы. Ауылдашыбыҙ Владик Ғәлләмов Ғайсарҙың бала сағын уйнаны. Ауылдашыбыҙ Йомабикә апай Һиҙиәтова кѳн һайын беҙҙең урамдан бесәнгә китә. Ул да ошо рәүештә киноға эләкте. Шулай уҡ күрше-күләндең балалары ла фильмда бар. Ҡыҙым Гѳлдәриәгә алты йәш ине. Уны Илшат Йомағоловтың улы менән күперҙә Айһылыу менән Ғайсар ултырған урында тѳшѳрҙѳләр. Икенсе килгәндә Рива Исхаҡова менән Гѳлшат апай йәшәне. Кино тѳшѳрѳүселәрҙе тәүге килгәндә ауыл хакимиәте алдында (хәҙер музей урынлашҡан бина) икмәк-тоҙ һәм йыр-таҡмаҡ менән матур итеп ҡаршы алдыҡ. Кастинг ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Дәрес ваҡыты күренешен дә ауыл мәҙәниәт йортонда тѳшѳрҙѳләр. Актерҙарҙы оҫта һайлағандар, улар, үҙебеҙҙең ауыл кешеһе кеүек, үҙҙәрен бик ябай итеп тотто.
Ҡайтышлай Хутор урамына туҡталып, Тәғзимә Әхмәҙей ҡыҙы Хисмәтуллинаға кереп сыҡтыҡ. Ул да кино тѳшѳргән ваҡыттарҙы иҫкә алды: “Киноны бигерәк тә матур саҡта тѳшѳрҙѳләр. Кино тѳшѳрѳүселәр мохтажлыҡ кисермәне, ауыл халҡы ныҡ ярҙам итте. Артистарҙы күреү ҡыҙыҡ ине. Уларҙы ѳҫтәл әҙерләп, ауылда кѳтѳп алалар. Әле лә “Ай ҡыҙы”н телевизорҙан яратып ҡарайбыҙ. Ҡарағандан-ҡарағы килеп тора”. Әле генә булған кеүек тойолған ваҡиғалар - “Ай ҡыҙы” киноһын тѳшѳрѳүгә лә арыу уҡ ваҡыт үткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҡәләлә телгә алынған күп кенә кешеләр арабыҙҙа юҡ инде. Әммә улар ошо фильмды тѳшѳрѳүгә ҙур ярҙам күрһәтеп, башҡорт кино сәнғәтен үҫтереүгә үҙ ѳлѳшѳн индереп, яҡты хәтирәләр ҡалдырған. Беҙҙең мәҡәләбеҙ ҙә асыларҙы бынан 19 йыл элек булған ваҡиғаларға алып ҡайтҡандыр, тип ышанабыҙ.
Сығанаҡ: “Урал” гәзите, Рәмилә Мусина.
Читайте нас: