+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Алһыу БӘХТИЕВАның бала саҡ хәтирәләре

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева бала сағында "яман шуҡ" бер ҡыҙыҡай булған тиҙәр. Ысынмы икән шул?Тамашасы һөйөүен яулаған, күҙҙәренән моңо, баҫылҡылығы, иплелеге ташып торған йырсының үҙенән һорайыҡ әле.

- Бөтәбеҙ ҙә һағынған, юҡһынған, бер минутҡа булһа ла кире әйләнеп ҡайтҡы килгән вайымһыҙ БАЛА САҠ иленең хәтирәләре менән уртаҡлаш әле.
Алһыу Бәхтиева:
- Шуҡлыҡ тигән нәмә ташып торғандыр инде ул, картуф, сөгөлдөр, бесән эшләп ҡайтып килгән саҡтарҙа стогомет башында һикерә торған инек.
Барыһынан да шәберәк йөҙөр өсөн, бәләкәй йылғыр селбәрәләрҙе тотоп йота инек.
Өләсәйем әбейҙәрҙе сәйгә саҡырырға ҡушһа, ҡустымды эйәртеп сығып китә инем. Сөнки һәр әбейҙең дә кәнфите бар, кәнфит һалынған келәте бар икәнен, келәттәрҙең йоҙаҡ асҡысы ҡайҙа ятҡанын да белә инем. Ҡустыма кәнфит һорап алырға батырлығым етә ине.
Бала саҡтың бер матур хәтирәһе - беҙҙең ауылға Африканан, Мали тигән илдән негр студент Кулибали Александр килде. Ауылдашыбыҙ Әбделбарый Әхмәтшин ағай Мәскәүҙә уның менән бергә уҡыған, һәм, ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан ине. Ҡунаҡсыл халҡыбыҙ уны бөтә ауыл менән ҡунаҡ итер өсөн таңғы етенән ҡапҡа төбөндә көтөп тороп, сират алып ҡуялар ине. Ауыл клубында мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы өсөн осрашыу эшләнеләр. Мөләйем йылмайып, ап-аҡ услы ҡулын болғап сәләмләп торған негр егет бала саҡтың бер матур иҫтәлеге булып хәтерҙә һаҡлана.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: