+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тиле йәшлеккә бер сәйәхәт

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев: - Йәш саҡтарҙа концерт менән гастролдәрҙә йөрөгән саҡтарҙы һағынам. Йәшлек дәрте, алабарманлыҡ, йыр-моңға һыуһаған ауыл халҡына хеҙмәт итергә ташып торған теләк - һәм беҙ, сәнғәт институты студенттары райондар буйлап гастролгә сығып та китәбеҙ. Дауамы - сайтта

- Йәш саҡтарҙа концерт менән гастролдәрҙә йөрөгән саҡтарҙы һағынам. Йәшлек дәрте, алабарманлыҡ, йыр-моңға һыуһаған ауыл халҡына хеҙмәт итергә ташып торған теләк - һәм беҙ, сәнғәт институты студенттары, райондар буйлап гастролгә сығып та китәбеҙ. Ҡыш ат санаһы, йәй шунда берәй "Запорожец" табыла ине беҙҙе йөрөтөргә. Афиша яҙып өлгөрмәгөн саҡтарҙа машинаның башына "Гармония" колонкаһын һалып алабыҙ, динамик ҡуйып, ауылга ингәс ҡысҡыртып халыкты йыя инек. Йыр-моңға һыуһаған халыҡ "һә" тигәнсә йыйылыр ине. Күп ваҡыт бергә уҡыған талантлы йәш дуҫтар - Харис Шәрипов, Венер Камалов, Йәмил Әбделмәнов, Хима Йәнбирҙина, Резеда Әминева бергәләп концерт ойоштора инек. Улар йырлай, бейей, мин баянда, ҡурайҙа уйнайым. Харис оҫта итеп концертты алып бара, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп халыҡты көлдөрә. Рәсул Ҡарабулатов та беҙҙең менән сығыр ине, ҡурайҙа уйнаны. Хима матур йырлауҙан тыш, оҫта бейей торғайны. Резеда оҫта итеп тегә белә ине, арзан ғына материал алып, беҙгә сәхнә кейеме тегеп бирә торғайны. Фонограмма тигән нәмәне бөтөнләй белмәйбеҙ. Ихлас концертты халыҡ та алҡышлап, рәхәтләнеп ҡарай ине. Шул эшләгән аҡсаға кейенә торғайныҡ - Мәскәүҙән барып джинс салбар, костюмдар алып ҡайта инек. Был дәртле, талантлы романтиктар хәҙер барыһы ла атҡаҙанған артистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре булып киттеләр. Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тиеп, ат санаһына тейәлеп, гармун тартып, ҡурай уйнап, ябай ауыл халҡын хайран итеп, йөрөп ҡайтҡы килә. Тиле йәшлеккә сәйәхәт яһап... Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: