-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Илһам нурын ғаиләмдән туплайым

- Сер түгел, хәҙерге заманда илһам көтөп ултырырға ваҡыт юҡ. Спектаклдең дә эшләү планы, үҙ графигы, тәртибе бар. Һиңә бер нисә көн йәки аҙна бирелә, һин шул ваҡытҡа һыҙмаларыңды килтереп еткерергә тейешһең. Мин үҙемдә ҡыҙыҡ ҡына бер сифатты астым: ни тиклем әҙ ваҡыт бирелһә, кеше шул тиклем нығыраҡ тырышып эшләй икән. Миндә лә шул ваҡытта фантазия, илһам тулҡыны ҡапыл вулкан шикелле уяна. Ә илһам тигәнең һине уратҡан мөхитеңдән тупланып, күңелеңдә һаҡлана икән. Кәрәк ваҡытта ана шулай итеп уяна. Ә нимәнән туплана һуң ул, тигән һорауға былай тиер инем:

Ғәҙәттә, һәр бер спектаклдең үҙенә генә хас йырҙары бар. Улай ғына ла түгел, ниндәйҙер спектакль тураһында һүҙ алып барғанда, ҡолағыңда ҡапыл шул тамашала яңғыраған көй сыңлай. Афишала композиторҙың исем-шәрифе билдәләнһә лә, ябай тамашасы уға ҙур иғтибар бүлмәйҙер, сөнки уға бүтәне – йырҙың күңелгә, ҡолаҡҡа ятышлы булыуы, халыҡсанлығы, залда ултырғанында иһә, спектаклдең тулҡынында булыуы мөһимдер. Уныһы шулай, кемдер әйтмешләй, әгәр ҙә спектаклдә булған музыканы ишетмәһәң, тимәк композитор шул тиклем шәп көй яҙған, ул спектакль туҡымаһына үрелеп кенә бара икән. Танылған музыкант Илшат Яхин - республикабыҙҙың төрлө театрҙарында спектаклдәргә көйҙәр яҙған, бик күп байрамдар, концерттарҙы музыкаль яҡтан биҙәгән, йырҙар ижад иткән шәхес.
1973 йылда таланттарға бай Учалы яҡтарында тыуған музыкант баян класы буйынса Өфө сәнғәт институтын тамамлай, төрлө йылдарҙа Сибай, Өфө филармонияларында, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.
– Илшат Ғәббәс улы, ғәҙәттә ижади кешенең һәләте бәләкәй саҡтан уҡ асыла. Буласаҡ артист йә өс-дүрт йәшендә ултырғысҡа баҫып шиғыр һөйләй, кемеһелер таҡмаҡ әйтә, йыр һуҙа, бәғзеләре кәстрүлдәрҙе барабан итеп һуғып көй сығарып маташа... Һеҙҙең музыкаға булған һөйөүегеҙ ҡасан асылды икән?
– Йыр-моңға һөйөүем биләүҙән киләлер. Әсәйем мәктәптә музыка уҡытыусыһы булып эшләне, өләсәйем дә тальянкала өҙҙөрөп уйнай ине. Мин өсөнсө класта уҡығанымда әсәйем гармунда уйнарға өйрәтте, киләһе йылында инде өләсәйем күрше ауылға музыка мәктәбенә йөрөтөп уҡытты.
– Ижади династия икән, улай булғас. Сәхнәгә нисә йәшегеҙҙә тәүге тапҡыр сыҡтығыҙ, тип һорау урынһыҙ ҙа кеүек, һеҙ бит унда тыуғанһығыҙ...
– Ауыл клубы сәхнәһе, мәктәптәге сығыштарҙы һанаһаң, әлбиттә, дөрөҫ уйлайһың. Шулай ҙа оло сәхнәлә сығыш яһау, үҫмер малай өсөн тулҡынландырғыс ваҡиға. Иҫемдә, Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова Учалы районында иҫ китмәле күләмле фольклор байрамы ойошторҙо. Ана шунда мин тәү тапҡыр бер үҙем ҙур сәхнәлә сығыш яһаным. Әйткәндәй, тап шул сарала әлеге ваҡытта бергә эшләп йөрөгән коллегам Рәзифә (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәзифә Динмөхәмәтова) менән таныштым, ул унда бейегәйне.
– Сәхнәгә сыҡҡанда тулҡынландығыҙмы?
– Әлбиттә. Ғөмүмән, мин һәр бер сығышымда тулҡынланыу кисерәм. Әлеге ваҡытта күберәк яҙышыу, ижад итеү, аранжировкалар эшләү менән мәшғүл булып, сәхнәгә һирәгерәк сығам. Сығыштар араһында паузалар күбәйеп китһә, тулҡынланыу хисе бигерәк һиҙелә.
– Ә тәүге яҙған әҫәрегеҙ ниндәй ине?
– «Һипкелле ҡыҙ» тигән йыр ине ул. Һүҙҙәрен әсәйемдең бер туған апаһы – инәйем яҙҙы. Аҙаҡ был йырҙы уның ҡыҙы – һипкелле генә матур һеңлем йырланы. Мин бит һуң ғына яҙыша башланым. Күберәк әҙер йырҙарға аранжировкалар эшләнем.
– Нимәһе еңелерәк: әҙер көйҙө эшкәртеүме, әллә үҙеңдең йырыңды яҙыумы?
–Икеһе лә еңел эш түгел. Шулай ҙа, миңә ҡалһа, үҙеңдең ижад емешеңде яҙыу күңелгә яҡыныраҡ. Кеше ижад иткән әҫәр, ниндәй генә булмаһын, сит бала кеүегерәк. Ә йөрәктән сыҡҡан, күңелдән тыуған үҙеңдең әҫәрең һиңә бик-бик яҡын икән...
– Көй яҙырға өйрәнеп буламы ул? Композиторлыҡҡа уҡып буламы?
– Йырҙың йыртығы юҡ, тиһә лә халыҡ, бер-ике алан-йолан ғына ямап-һүтеп яҙылған йырҙарҙан һуң, үҙен композитор, автор тип маһайып йөрөгәндәрҙе һанамағанда, әлбиттә, була. Композиторлыҡҡа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыталар. Көй яҙыуҙың үҙ ҡанундары, тәртиптәре бар. Шуға ҡушып, әлбиттә, Аллаһы Тәғәләнән бирелгән һәләт тә, һиҙемләп-тойомлай белә торған хис-тойғолар булыуы шарт. Мин үҙем баян класын тамамланым, композитор тип яҙылған махсус дипломым юҡ. Утыҙға яҡын спектаклгә көйҙәр ижад итһәм дә, композитор тип әйтһәләр, уңайһыҙланып китәм.
– Ижад кешеһе өсөн бындай оялсанлыҡ бик ҡәҙерле сифат. Ә үҙегеҙ яҙған йырҙарҙы тыңларға яратаһығыҙмы?
– Йәшерәк саҡта, кеше һүҙе, тәнҡитселәр фекере, үҙеңдең эске цензорың тураһында уйламаған саҡта, яҙған йырыңды ишетеп, маһайып йөрөйһөң. Оҡшай торғайны. Хәҙер талапсаныраҡҡа әйләндемме, эшләгән һәр бер эшемдән тулыһынса ҡәнәғәт түгелмен. Тағы ла яҡшыраҡ, тағы ла матурыраҡ, моңлораҡ итеп яҙырға булыр ине, тип уйлайым.
– Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре... Илшат Ғәббәс улы, режиссерҙың һеҙ яҙған көй менән килешмәгән сағы булдымы? Ғөмүмән, нисек яҙыла ул спектаклгә көй, ижад оҫтаханаһының серҙәрен аҙыраҡ асығыҙсы...
– Сер түгел, был, ысынлап та ювелир оҫтаханаһына тиң эш. Тәүҙә режиссер менән һөйләшәбеҙ, ул миңә спектаклдең төп мәғәнәһен, идеяһын аңлатып бирә. Һәр бер сәхнәлә ниндәйерәк атмосфера, ниндәйерәк һулыш булырын һөйләй. Геройҙарҙың характерҙарын асып бирә. Унан һуң репетицияларҙа ултырам, буласаҡ спектаклде күҙаллайым. Һуңынан минең үҙемдең төп эш процессым башлана ла инде. Мин һәм музыка ҡоралы ғына. Көйҙәр яҙылғас, репетицияла артистар, режиссер, рәссам һәм башҡа ижади төркөм менән тыңлап, яраштырып ҡарайбыҙ. Теләктәрҙе иҫәптә тотоп, мин көйҙәрҙе камиллаштырам йә яңынан башҡа төрлөнө яҙам. Бәхәсләшеп киткән саҡтар ҙа була, ҡайһы ваҡыт һис бер һүҙһеҙ ризалашабыҙ, бергә ижад иткәндә генә тамашасы күңеленә ятышлы, актерҙар уйыны, сценография, музыкаль биҙәлеш айырылмаҫ бөтөн бер ансамбль улдырырға мөмкин – шуныһы ҡиммәтле.
– Һеҙ өс тиҫтәгә яҡын спектаклде музыкаль яҡтан биҙәгәнһегеҙ, ҡайһыһы күңелгә иң яҡыны?
– Уларҙың бөтәһе лә үҙ баламдай ҡәҙерле. Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә, ауырта, тиҙәр бит әле. Минең дә тап шулай...
– Быйылғы ижад миҙгелендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылған Мөҙәрис Багаевтың «Ике төш» драмаһын (режиссеры Олег Ханов), Олжас Жанайдаровтың «Һуңғы йәйләү» («Джут») спектаклен (режиссеры Айрат Абушахманов) әйтмәй булмаҫтыр ул...
– Эйе, тағы ла иҫкә төшкәндәрҙән академия театрындағы Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы, Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» спектакле, Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы, Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектакле... Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек», Салауат башҡорт драма театрында ҡуйылған «Эх, Өфө ҡыҙҙары» спектаклдәре күңелдә матур хәтирәләр булып һаҡлана.
– Һәр ижад кешеһенең илһам алған, һоҡланған шәхестәре була. Һеҙҙең дә ижади остаздарығыҙ бармы?
– Мин бер кешене генә үҙ итеп, уға табынам тип әйтмәҫ инем. Һәр бер ижади шәхестең – оломо ул, кесеме – яҡшы яҡтарын күреп, үҙемә фәһем алырға тырышам. Республикабыҙҙың танылған композиторы Салауат Низаметдиновтың ижадына ғашиҡмын. Ул минең туранан-тура уҡытыусым булмаһа ла, уның ижадында үҫкән кешемен. Әлбиттә, Нур Дауытовтың ижадын ихтирам итәм. Юлай Үҙәнбаевтың халыҡсанлығы оҡшай, Урал Иҙелбаевтың патетикаһын үҙ итәм... Ғөмүмән, һәр композиторҙың ижадында илһамландырғыс миҙгелдәрҙе табып була.
– Илһам тигәндәй, һеҙ уны нимәләрҙән туплайһығыҙ?
– Дөрөҫ әйтәһең, туплайым. Сер түгел, хәҙерге заманда илһам көтөп ултырырға ваҡыт юҡ. Спектаклдең дә эшләү планы, үҙ графигы, тәртибе бар. Һиңә бер нисә көн йәки аҙна бирелә, һин шул ваҡытҡа һыҙмаларыңды килтереп еткерергә тейешһең. Мин үҙемдә ҡыҙыҡ ҡына бер сифатты астым: ни тиклем әҙ ваҡыт бирелһә, кеше шул тиклем нығыраҡ тырышып эшләй икән. Миндә лә шул ваҡытта фантазия, илһам тулҡыны ҡапыл вулкан шикелле уяна. Ә илһам тигәнең һине уратҡан мөхитеңдән тупланып, күңелеңдә һаҡлана икән. Кәрәк ваҡытта ана шулай итеп уяна. Ә нимәнән туплана һуң ул, тигән һорауға былай тиер инем: иң тәү сиратта ғаиләнән, өйҙән. Әгәр ҙә һине донъяның ваҡ мәшәҡәттәре уратып алһа, һин бер нисек тә ижад менән шөғөлләнә алмайһың. Бала ауырый, аҡса етмәй, машина боҙолдо кеүек борсоулы уйҙарға батып йөрөһәң, илаһи моң тыуҙырып булмауы көн кеүек асыҡ. Минең өсөн минең ғаиләм – терәгем. Ҡатыным – Сулпан Асҡарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, бейеүсе, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында балетмейстер булып эшләй. Оло ҡыҙыбыҙ Азалия Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатында 11 класта уҡый, кесебеҙ Нәргизә балалар баҡсаһына йөрөй. Минең ғаиләм, туғандарым, яҡындарым иҫән-һау, шат-көләс булһа, илһам үҙенән-үҙе килә. Бәхет тә.
– Тимәк, бәхетле булыуҙың сере шунда?
– Ул сер түгел бит инде. Элек-электән ас-яланғас булһа ла, һуғыш заманы булһа ла кешеләр ижад менән шөғөлләнгән, йырҙар яҙылған, спектаклдәр ҡуйылған. Хатта ул йылдарҙы «бәхетле бала-сағым» тип иҫкә алалар олатай-өләсәйҙәр. Минеңсә, барыһы ла ғаилә усағының дөрләп яныуындалыр. Бәхет данда ла, малда ла түгел, яҡындарыңдың терәге, мөхәббәте, ихтирамында.
– Артистарҙың «мин Гамлетты уйнарға хыялланам», йә «Джульеттаны уйнаһам, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине», тигәндәрен ишеткәнем булды. Һеҙҙең дә ниндәйҙер режиссер менән бергә эшләргә, йә ниндәйҙер спектаклде музыкаль яҡтан биҙәргә ине, тигән хыялығыҙ бармы?
– Мин һәр бер тәҡдимгә асыҡ кеше. Әлбиттә, төрлө режиссерҙар менән эшләге килә. Әлегәсә мин Олег Ханов кеүек тәжрибәле кеше менән, Айрат Абушахманов, Азат Йыһаншин, Илсур Ҡаҙаҡбаев кеүек йәштәр менән дә эшләйем. Үҫешеү өсөн төрлө тәжрибә кәрәк.
– Илшат Ғәббәс улы, һеҙҙе хәҙер баянһыҙ, музыкаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Әгәр ҙә ошо юлдан китмәһәгеҙ, нимәне һайлар инегеҙ?
– Юлды һайлар инем. Ысын. Машинист булырға хыяллана торғайным. Юлда йөрөргә ныҡ яратам. Ҡышҡы каникулдарҙа ла Себер тарафтарына ғаилә менән ҡунаҡҡа барып ҡайттыҡ.
– Артист кешенең, ғөмүмән, ижад кешеһенең, ғүмере юлда үтә лә инде. Ижад юлығыҙ оҙон булһын, илһам шишмәләрегеҙ урғылып торһон! Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Эльвира Исҡужина әңгәмәләште
(Архивтан)
Читайте нас: