+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Милләттең мәҙәниәтен уйынсыҡтар аша ла һеңдереп була

Интернет селтәрҙәренең яңылыҡтар таҫмаһында бер танышымдың фотоһүрәттәре иғтибарымды йәлеп итте. Унда башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар төшөрөлгәйне. Матурҙар үҙҙәре. Йәһәт кенә ҡурсаҡтарҙы үҙ ҡулдары менән эшләүсе оҫтабикәне лә табып алдым.

Ул Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе хозур тәбиғәтле Ишембай районының Кинйәбулат ауылында өсөнсө бала булып донъяға килгән Эльмира Дәүләтова булып сыҡты. Һорауҙарыма ихлас яуап биреп, үҙе тураһында түбәндәгеләрҙе бәйән итте. Уларҙың ғаиләһендә олоһо ла, кесеһе лә (барлығы дүрт бала) ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, һүрәт төшөрөргә яратҡан. Эльмира Ишембай ҡалаһының 2-се БРГИ-һын тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының (хәҙерге СДПУ) технология факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Мәскәү ҡалаһында юғары белем алып, костюмдар дизайны буйынса белгес һөнәренә эйә була. Графика буйынса программалар үҙләштергәс, алты йыл проект компанияһында һыҙмасы (чертежник) булып эшләй. Мәскәү ҡалаһында Эльмира үҙенең һөйгәнен осрата, йәштәр өйләнешеп, ғаилә ҡора. Яҙмыш бүләге булып бер-бер артлы ике улдары донъяға килә. Олоһона ни бары ике генә йәш, ә ул тәтелдәп хәбәрен дә һөйләй, төрлө тәтәйҙәре менән уйнарға ла әүәҫ була. Ә берҙән-бер көндө улы әсәһенән ҡурсаҡ һорай. Йәш әсә улына ҡурсаҡты үҙ ҡулдары менән тегеп бирергә ниәтләнә. Шулай итеп, тәүге ҡурсаҡ барлыҡҡа килә.
Ике бала менән ике тапҡыр декрет ялында ултырған йәш ҡатындың ҡул эштәре донъяһына сумыу мөмкинлеге була. Әсәһе лә, өләсәһе лә тегеүгә, бәйләүгә маһир булғандар. «Йорт-ҡура эштәренән һуң бәйләм бәләп, йәки тегеп ултырыу – уларса ял итеү була торғайны. Ҡышын кистәр шәл өмәләре менән үтә ине. Мин уларға ҡысҡырып гәзит-журналдарҙан хикәйәләр уҡыйым, улар иғтибар менән тыңлап, унда барған хәлдәргә үҙҙәренең фекерҙәрен дә биреп ултыра инеләр», – ти Эльмира, бала саҡ хәтирәләрен иҫкә алып.
Мәскәүҙә ҡыҙ Мәскәү башҡорттары йәмғиәте менән таныша, ундағы студенттар, аспиранттар менән аралаша, төрлө саралар, һабантуй, балалар өсөн иртәлектәр үткәреүҙә ҡатнаша. Тора-бара ул үҙ милләтенең мәҙәниәтенең, йолаларының ни тиклем дә күңеленә яҡын икәнлеген аңлай, йәнә лә, ундағы осрашыуҙар һағыныуын да баҫа бит.
Эльмира балаларға Яңы йыл байрамында ҡатнашыу өсөн костюмдар, бүләк өсөн ҡурсаҡтар тегә башлай. Эшләгәндә тәбиғи туҡымаларҙы ғына файҙалана, шунда ғына уйынсыҡтар хәүефһеҙ була, ҡулға йылылыҡ биреп тороу менән бер үк ваҡытта һәр бер әйберҙең үҙ тарихы, хатта үҙ «йәне» лә бар кеүек. Икенсенән, балала кесе йәштән зауыҡ тәрбиәләү зарур, милләттең мәҙәниәтен дә уйынсыҡтар аша һеңдерергә мөмкин. «Әсәйем бер осорҙа төрлө журналдарҙан ҡарап ырғаҡ менән балаҫтар, түргестәр бәйләне, минең башҡорт костюмдары менән мауығыуымды күреп, ул да ҡыҙыҡһына, милли мотивтарҙы файҙалана башланы. Күп тә үтмәй, өйөбөҙҙә балаҫ һуғыу станогы барлыҡҡа килде. Балаҫ һуғыу буйынса оҫта инәйебеҙгә барып өйрәндек, тәүге балаҫыбыҙ матур булманы, яйлап өйрәндек. Өй эсе йәмләнде. Ҡунаҡтар, күршеләр күреп беҙгә заказдар бирә башланы», – тип яҙа Эльмира сираттағы һорауыма яуабында.
Ҡурсаҡтарҙы ул башта бүләк өсөн генә әҙерләй. Тик заказдар артҡандан-арта барғас, һатыуға ла тегә башлай. Һәр береһен күңел һалып ижад итә ул. Ҡурсаҡтарҙың ниндәйҙер ылыҡтырғыс көсө булыуын баһалай белеүселәр балаларына йәки коллекция өсөн һатып ала. Ысынлап та, Эльмираның ҡурсаҡтары ҡарашты ғына ҡыуандырып ҡалмай, йәнде лә йылыта. Юҡҡа ғына түгел, диплом эшендә башҡорт халыҡ милли костюмдарына бағышлап, төрлө эскиздар, костюмдар әҙерләп күрһәткәс, Мәскәүҙең иҡтисад һәм сервис юғары мәктәбе уҡытыусылары, студенттары үҙҙәре өсөн яңы тема асылыуына шатлана. «Бына шунда мин үҙ тарихыңды белгәндә генә тамашасы күңелен яулай алырлыҡ ижад емештәрен етештерергә мөмкин булыуын аңланым», – ти Эльмира.
Сәриә Кучаева әҙерләне (Архивтан)
Читайте нас: