Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” балалар телеканалын ҡарарға яратыусылар ун-ун биш йылдар элек бер-береһенә оҡшап торған ике бәләкәс кенә һөйкөмлө ҡыҙҙың бергәләп дәртле һәм йөкмәткеле йырҙар менән сығыш яһауын яҡшы хәтерләй. Гөлгөнә Баһауетдинова менән уның бер туған апаһы Гөлйемеш Ҡылысова башлыса аталары улар өсөн махсус яҙған йырҙарҙы башҡарып үҫә. Әммә ҡыҙҙар тәү ҡарашҡа ғына шулай оҡшаш тойола, уларҙың холоҡ-фиғелдәре, ынтылыштары төрлө. Тыныс, ипле, һәр нәмәне төптән уйлап хәл итергә яратҡан Гөлйемеш, ысынлап та, һөнәр һайлағанда йыр сәнғәтенә өҫтөнлөк бирә, бөгөн ул - башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙо. Ә инде орсоҡтай тиктормаҫ, тилбер һәм ҡыҙыҡһыныусан Гөлгөнәне иһә баштан нығыраҡ нәфис һүҙ һәм журналистика өлкәһе ҡыҙыҡһындыра. Инде ете йыллап “Тау-тау хәбәр” тапшырыуын тура эфирҙа алып барыусы талымһыҙ ҡыҙыҡай шулай уҡ “Тамыр” каналы төшөргән, үҫмерҙәр генә түгел, һәммәһе лә оҡшатып ҡараған “Бирешмә!” сериалының төп дүрт геройының береһен башҡарыусы һәләтле актриса булараҡ та танылып өлгөрҙө.