-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

“Нур”ҙың нурлы ҡыҙы

Ул редакция бүлмәһенә балҡып килеп инде. Ихлас йылмайған йөҙөнән, күҙҙәренән ағылған нурҙан күңел яҡтырып китте хатта. Башымда шундуҡ бер уй тыуҙы: “Нур”ҙың нурлы ҡыҙы. Әһә, беҙҙең әңгәмәнең исеме лә шулай буласаҡ.

Әле мин Асҡын районының Билгеш ауылында тыуып үҫкән, “Нур” татар дәүләт драма театры артисы Рида ФӘХРИСЛАМОВА менән һөйләшеп ултырам.
– Рида, осрашҡан саҡта, ғәҙәттә, хәл-әхүәл, ғаилә хәлдәре тураһында һорашалар. Беҙ ҙә ошо йоланы боҙ­майыҡ, йәғни уҡыусыны үҙең менән таныштырайыҡ әле.
– Ғаиләлә биш бала үҫтек, мин – өсөн­сөһө. Атай-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен, барыбыҙ ҙа юғары белем алдыҡ. Атайым әйтә торғайны: “Битеңдә соҡорҙар бар. Ундай кеше бәхетле була”. Ул үҙе лә йыр-моңға ғашиҡ кеше ине.
Үҙем өс йәшемдә:
Әйт әле, күбәләк,
Һөйләшәйек бергәләп, –
тип йырлағанымды хәтерләйем. Өйҙәге­ләргә концерт ҡуя торғайным.
Билгеш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡы­ғанда төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаш­тым, бейенем. Тәүге хыялым да бейеүсе булыу ине. Спорт яраттым. Саңғы ярыш­тарында беренсе урын минеке булды.
Күрше Ҡашҡа ауылында мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағар­тыу техникумының бейеүселәр төркөмөнә уҡырға киттем. Бер йыл уҡығандан һуң, Стәрлетамаҡ театры өсөн махсус төркөм йыйыуҙарын белеп ҡалдым. Илшат ағай Йомағолов: “Бына бит, ҡойоп ҡуйған артист!” – тип миңә ҡанат үҫтереп ебәрҙе. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетына уҡырға индем.
– Театр серҙәрен кемдәр төшөн­дөрҙө?
– У-у-у!.. Ҙур шәхестәр белем бирҙе. Мин Гөлли Мөбәрәкова курсында уҡы­ным. Рәфил Нәбиуллин, Илшат Йома­ғолов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Хөрмәт Үтәшев кеүек сәхнә “аҫаба”лары белем бирҙе.
– Сәнғәт академияһын тамамлағас, Стәрлегә йүнәлдегеҙме?
– Яҙмышым башҡа юлдан алып китте: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә саҡырҙылар. Тәүге ролем Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” коме­дия­һында Камила образы булды. Төрлө әкиәттәрҙә ҡатнаштым. Унда бер йыл эш­ләгәс, Мәжит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия театрына барҙым. Алдылар. Бында Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса ҡу­йылған спектаклдә Ниса ролен баш­ҡар­ҙым. Ошо уҡ образды Баймаҡ районының Байыш ауылында төшөрөлгән фильмда ла уйнарға насип булды. Шулай уҡ “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”ҙәге – Галчиха, “Аҫылйәр”ҙәге Мәфрүрә образдары күңел түремдә һаҡлана.
– “Нур”ға нисек барып сыҡтығыҙ?
– Донъя булғас, төрлөһө була ти­гән­дәй, ябайлығым арҡаһында күп тапҡыр ауыҙым беште... Академтеатрҙан китергә тура килде. Әлбиттә, яҙмышымдың “Нур” татар дәүләт театры менән бәйләнеүенә шатмын. Бында мин үҙемде астым, тип әйтә алам. Башҡарған ролдәремдең һәр береһе ҡәҙерле. “Аҡлы-ҡаралы мәрәкә” спектаклендә күп балалы әсә образын тыуҙырырға тура килде. “Гөлъямал”да – Миләүшә, “Еҙнәкәй”ҙә – Нәфисә, “Игеҙәк­тәр”ҙә – Рушания, “Һағыштарҙы баҫмай һыуҙар ҙа”ла – Александра, “Яңғыҙаҡ”та – Әниә, “Ғашиҡтар көнө”ндә – Нурия, “Ҡо­йоп ҡуйған фәрештә”лә – Лилиә, “Ҡатын түгел, аждаһа”ла Әзифә образдарында йәшәнем. Уларҙың һәр береһе йөрәгемә яҡын. Яңы сыҡҡан спектаклдәрҙә, атап әйткәндә, “Гөргөри кейәүҙәре”ндә – Гөр­пинә, “Һинд ҡыҙы”нда – Мәмдүдә, “Ҡыҙ урлау”ҙа Туҡтабикә образдарында йөҙөп ижад итәм.
Театрыбыҙҙың директоры Урал Рәх­мәтулла улы Ғирфатуллинға, уның урын­баҫары Динә Ғата ҡыҙы Дәүләт­ши­наға, труппа етәксеһе Альмира Миҙхәт ҡыҙы Шәрәфетдиноваға, баш режиссе­ры­быҙ Әбелхәйер Ҡасим улы Сафиуллинға, режиссерҙар Илдар Иршат улы Вәлиевкә, Зиннур Фәрит улы Сөләймәновҡа миңә өмөт бағлағандары өсөн ҙур рәхмәт­лемен!
– Һеҙ йылмайғас, атайығыҙ әйткән һүҙҙәр иҫкә төштө: “Бите соҡорло кеше бәхетле була”. Һеҙ бәхетлеме?
– Үҙемде бик бәхетле тип һанайым, сөнки яратҡан эшем, һөйөклө әсәйем, йөрәк нурым – ҡыҙым Камилам бар. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – балала. Таң һайын Хоҙай Тәғәләнән ҡыҙымдың тәү­фиҡлы, иманлы булыуын һорайым. Уға әле һигеҙ йәш, 42-се лицейҙа уҡый.
Әсәйем ауылда яңғыҙы ғына булһа ла, донъяһы ирле ҡатындарҙыҡынан кәм түгел. Уға иртән дә, төш тә, кис тә шылтыратам. Тауышын ғына ишетһәм дә, күңелемә йылы бөркөлә.
– Ҡатын-ҡыҙға актриса булыуы еңел түгелдер. Юлда йыш йөрөргә тура килә...
– Аллаға шөкөр, сәхнәм, тамашасым бар. Шуға шатмын! Әлбиттә, беҙҙе халыҡ икенсе төрлө, башҡа күҙлек аша ҡабул итә. Һине күрер өсөн киләләр, нисәмә күҙ күҙәтә, һинең менән бергә ғазапланалар, шатланалар, уйланалар... Шул мәлдә күңелдә рәхәтлек кисерәм. Ҡайһы саҡта бар донъяға ҡысҡырғым килә: “Мин һеҙҙе бик яратам, кешеләр!”
С. НӘЗИРОВ әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас в