– Заһир, һинең Мәсетле районында тыуып үҫеүеңде беләбеҙ. Данлыҡлы Зәйнетдиновтар нәҫеленең дауамыһың...
– Эйе, атайым Зөфәр Миңләхмәт улы ҙур, татыу ғаиләнең унынсы балаһы. Балалар, килен-кейәүҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр менән һанағанда, ике туғандар ғына 74 кешебеҙ. Арабыҙҙа уҡытыусылар ҙа, спортсылар ҙа, башҡа һөнәр эйәләре лә бар. Әммә бөтәбеҙ ҙә сәнғәткә, йыр-бейеүгә ғашиҡ, халыҡ ижадын, ҡурай-ҡумыҙ моңдарын яратабыҙ. Райондың барлыҡ сараһында ғаилә ансамбле менән сығыш яһайбыҙ, йыш ҡына республика байрамдарында ла ҡатнаштыҡ.
Ә әсәйем яҡлап мин - Ейәнсура егетемен. Ул Үтәғол ауылында тыуып үҫкән. Өләсәйем дә сәнғәткә битараф түгел, оҙаҡ йылдар “Йәмһибә” фольклор ансаблен етәкләне. Атай-әсәйемдәр Күмертау педагогия училищеһында уҡығанда танышып, ғаилә ҡорған.
– Сәхнә тураһында ҡасан хыяллана башланың?
– Мин хыялланманым, ә шунда үҫтем. Ә бына атайымдың артист булырға теләге көслө булған. Йәш сағында бейеү менән сит илдәрҙә лә сығыш яһаған. Әммә төрлө сәбәп менән хыялын тормошҡа ашыра алмағас, мин тыуыу менән ул үҙенә, улымды артист итәм, тигән маҡсат ҡуйған. Сәңгелдәктән ошо йүнәлештә тәрбиәләндем. Атайым ҡурай уйнап йоҡлатыр булған. Һөйләшә белмәгәндә лә йырлап өйрәнгәнмен, хатта “Уйыл”, ”Томан” кеүек оҙон көйҙәрҙе көйләп маташа инем. Тәпәй баҫыу менән атайым гармун уйнап бейетә башланы. Талапсан булды. “Нығраҡ баҫ! Күҙҙәрең янып торһон! Арҡаңды тура тот!”– тип һәр ваҡыт шелтәләрен әйтә ине. Үксәм ауыртҡас, аяғыма ойоҡбаш кейеп шөғөлләндем. Дүрт йәшем тулғас, ҡурай, ҡумыҙ уйнарға, тип атайымды аптыратҡаным иҫемдә. 1988 йылда, “Ғаилә мозаикаһы” республика конкурсында 1-се урын яуланыҡ. Ҙур сәхнәләге тәүге сығышым булды ул. Мин дә музыканы ныҡ яраттым, көн һайын иртәнсәк уҡыуға тиклем бер сәғәт ваҡытымды яңы көй өйрәнеүгә бүлә инем. Тәнәфес ваҡытында ла музыка дәресе кабинетында булдым. Фанаттарса яратыу булған ул. 4-се класты тамамлағас, Өфөгә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының тромбон класына уҡырға килдем. Ҡурай түңәрәгенә, вокал дәрестәренә, Рәшиҙә Туйсина етәкселегендәге бейеү ансамбленә йөрөнөм, спорт менән ныҡлап шөғөлләндем. Ун йәштәр тирәһе булғандыр,“Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында репетициялар бара, беҙҙең бейеү ансамбле, үҙ сиратын көтөп, залда ултыра. Шул саҡ ниңәлер сәхнәгә ҡарап күңелдә: “Ҙурайғас, бына ошо сәхнәлә концертым буласаҡ!”– тигән хыял барлыҡҡа килде. Ул йылдар үтеү менән маҡсатҡа әйләнде һәм, Аллаға шөкөр, уны тормошҡа ашырҙым.
– Ә ҡулыңдан килмәгән берәй эш бармы?
Дауамын журналыбыҙҙың июнь һанында уҡырһығыҙ