Ҡырҡ беренсе көндә һуң булмаҫмы?
Тыумаҡ барҙа, үлмәк бар. Атай кеше үлем түшәгенә ятҡан. Янында улы өтәләнгән. Ул һуңғы көсөн йыйып улына бәхилләшеү һүҙҙәрен әйткән:
–Донъялыҡ менән хушлашырға ла ваҡыт етте, улым. Мин һиңә ризалығымды бирәм. Бәләкәй сағыңдан алып илгәҙәк, ярҙамсыл булдың. Йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнең. Һәр йәһәттән дә мине һынатманың, тормошомда, бигерәк тә ҡартайған көнөмдә ышаныслы терәк-таянысым булдың, тыныс йән менән китәм донъялыҡтан. Һинең өсөн тип бағышлаған доғаларым Хоҙай Тәғәлә тарафынан ҡабул булып, тормошоңда бәрәкәт-муллыҡтар алып килһен. Иншаллаһ!
Тик бер бер генә үкенесем ҡала донъялыҡта, улым: ул да булһа – һине намаҙлыҡҡа баҫтыра, дин юлына күндерә алманым. Ваҡытым да, һаулығым да етмәне. Бының өсөн мин һинән ғәфү үтенәм. Үҙ бурысымды үтәй алманым. Васыят итеп әйтәм: минең йыназаны үткәргәс, иң тәүҙә тәһәрәтләнеп, ҡырҡ көн буйына мәсеткә барып, намаҙ ваҡытында мулла ыңғайына ойоп, уның доғаларын ҡабатлап, мине иҫеңә төшөрөп ултыр. Доғалар баҡыйлыҡта ишетелә тиҙәр, тауышыңдан танып, ҡәберемдә ҡыуанып ятырмын. Бәхил бул!
–Бәхил бул, атай. Мин дә һиңә ризамын. Борсолма, васыятыңды үтәрмен...
Атай кеше йән биргән. Атаһын тәрбиәләп йыйыштырғас, улы уның васыятына тоғро ҡалып, тәһәрәтләнеп, шундуҡ мәсеткә килгән. Мулла ыңғайына ойоп, сәждәгә китеп, дин әһеленең ауыҙынан сыҡҡан доғаларҙы ҡабатлап ҡырҡ көн буйы мәсеттә ултырған ул. Бер көндә лә намаҙға һуңламаған. Ҡырҡ көн үткәс, ҡырҡ беренсе көндә атаның улы, хәҙер инде үҙ теләге менән мәсеткә йөрөй башлаған. Килеп кенә ҡалмаған, доғаны ла үҙаллы уҡып, намаҙға баҫҡан. Дингә лә килгән. Собханаллаһ!
Бер ауылда йәшәүсе үҫмер донъяла аҡыл алмағасы барлығы хаҡында ишеткән. Имеш, шул алмағастың бер генә алмаһын ауыҙ итһәң, ер йөҙөндә иң аҡыллы, иң зирәк кешегә әүереләүең икән. Үҫмер шул ағасты табыу маҡсатын ҡуйып, ауылдағы өлкәндәрҙән, күршеләренән, юлында осраған бөтә кешеләрҙән дә шул алмағастың ҡайҙа үҫкәнлеген һораша башлаған. Мәсет янында ултырған Басир атлы аҡһаҡалдан да һорашҡан үҫмер.
–Әгәр ҙә бер йыл буйына ошонда минең янда ултырһаң, миндә уллыҡта йөрөп, ҡушҡан йомоштарымды үтәһәң, ул ағастың ҡайҙа үҫкәнлеген әйтермен. Емешенән дә ауыҙ итерһең. Әгәр ҙә минең әйткәнде тыңламаһаң, һиңә донъя буйлап гиҙеп, аҡыл алмағасын эҙләп йөрөргә, күп кенә ваҡытыңды юғалтырға, бушты бушҡа ауҙарырға тура киләсәк, – тигән уға аҡһаҡал.
Үҫмергә оҡшамаған уның яуабы. Шул ваҡыт ул күрше ауылда ла бөтә нәмәне белгән аҡһаҡал барлығын ишеткән. Барған янына, әммә ул да үтенесен ҡәнәғәтләндерә алмаған, яурындарын ғына йыйырған. Артабан тағы ла алыҫыраҡтағы бер ауылға юлланған, уныһынанда ла йомошон хәл итә алмаған. Өсөнсө, дүртенсе, бишенсе ауылға киткән. Бөтә урында ла үтенесе үтәлмәгән. Әммә үҫмер бик ҡаратырыш булған, шул алмағасты тапмайынса туҡтамаясағы хаҡында әйтеп итеп әйткән.
Был маҡсаты уны оҙон-оҙаҡ юлдарға сығарған, сәфәрҙәргә әйҙәгән. Шулай итеп, үҫмер бик күп ауыл, ҡалалар, бик күп ерҙәр үткән, бик күп йылғалар кискән, илдәр гиҙгән, әммә аҡыл алмағасын таба алмаған. Бер йыл үтеүгә юл буйындағы ҙур ағас янындағы күләгәлә ял итеп ултырыусы ҡартты күреп ҡалған ул. Асыҡҡан, талсыҡҡан егет уның янына хәл йыйырға ултырған.
– Сәләм, олатай, иҫәнлектәме-һаулыҡтамы? – тип сәләмләгән уны егет ике ҡулын һуҙып күрешеп.
– Вәғәләйкүмәссәләм, улым, ҡайһы тарафҡа юл тоттоң? Төҫөңә ҡарағанда бик алыҫтан килгәнгә оҡшағанһың, – ҡарт уға ла ике ҡулын биреп күрешкән.
– Аҡыл алмағасын эҙләп йөрөйөм, олатай, бик күп ауыл-ҡалалар үттем, һыуҙар кистем, илдәр үттем, тик ул алмағасты бер ерҙә лә таба алманым, – тигән егет.
–Мин һине бер нисек тә аңлай алмайым, улым, һуң һин әйткән аҡыл алмағасы тап һинең тыуып үҫкән ауылың янында мәсет янында үҫеп ултыра бит. Уның янында Басир мулланың йорто булыр, – тигән аҡһаҡал.
– Рәхмәт, олатай, беләм мин Басир олатайҙы. Мин бит сәфәремде тап уның янынан башлағайным...
Ҡарт егеткә әүҡәтләнеп, һис юғы һыу эсеп китергә тәҡдим итһә лә, уның әйткән һүҙҙәренән һуң асығыуын да онотҡан егет. Тыуған ауылына йән-фарман йүгереп ҡайтып еткән ул. Кеше аптыратып, ауылы урамына ла йүгереп килеп ингән. Ата-әсәһе йәшәгән тыуған йортона ла инеп тормайынса, туп-тура мәсет янына барған. Ҡараһа, ул ауылынан сығып киткәндәге Басир ҡарт һаман да шул уҡ алмағас янында кеткелдәп көлөп ултыра икән. Егеткә уның был ҡылығы үҙенән көлөү һымаҡ булып тойолған. Шуға күрә лә ул ҡартҡа шундуҡ ябырылып:
– Олатай, ниңә һин миңә бер йыл элек ауылдан сығып киткән көндә үк аҡыл ағасының беҙҙең ауылда үҫеүе хаҡында әйтмәнең. Мин бит ул ағасты эҙләп күпме ауыл-ҡалалар үттем, илдәр гиҙҙем, һыуҙар кистем, күпме ваҡытымды әрәмгә үткәрҙем, – тигән егет.
– Әгәр ҙә мин һиңә был хаҡта бер йыл элек әйткән булһам, һүҙҙәремә ышанмаҫ инең, улым. Аҡыл алмағасы бар кешегә лә үҙенең серҙәрен асып бармай. Ул да, башҡа алмағастар һымаҡ, йылына бер тапҡыр ғына емеш бирә. Уның емештәрен ауыҙ итеүсе кешегә башҡа ябай алмағастарҙың алмаларынан айырыр өсөн сабырлыҡ талап ителә. Бер йыл элек мин дә ошо алмағас янында ултырғанда минең янда бер йыл бул, тип әйттем бит һиңә. Ә һин мине тыңлашмайынса, ауылдан сығып киттең. Аҡыл алмағасын ситтә эҙләһәң, күп кенә ваҡытыңды бушҡа үткәрәсәгең хаҡында ла әйттем. Шулаймы? Һине миңә төбәп ебәргәне өсөн теге аҡһаҡалға рәхмәт әйт! – тигән уға ауылдашы. Бер аҙҙан өҫтәп тә ҡуйған Басир аҡһаҡал, – Һәр кемдең аҡыл алмағасы үҙенең тыуған ерендә генә үҫә...
Егет кеше уның һүҙҙәренә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмаған. Барыһы ла олатаһы әйткәнсә булған шул. Ярар әле, ул был хәҡиҡәтте бер йыл үткәс кенә аңлаған.
Был ике риүәйәтте йола хаҡында тип нарыҡлағанһың, ә уларҙа һүҙ бөтөнләй башҡа төшөнсәләр хаҡында бара, ҡайҙа уларҙың йолаларға бәйле фәтеүәһе, тип һорау бирәсәк мәҡәлә менән танышҡан уҡыусы. Тәүге ҡарамаҡҡа ул хаҡлы ла буласаҡ. Әлбиттә, был риүәйәттәрҙән башҡа төрлө фәтеүәләр ҙә сығарып, башҡаса һығымталар ҙа яһарға мөмкиндер. Әммә уларҙың ҡиммәте вә әһәмиәте тағы ла шундалыр: уларҙан һәр кем үҙенсә йомғаҡлауҙар яһап, үҙе өсөн файҙалы яғын ҡабул итһә, баһалары шунсама юғарылыр. Кеше риүәйәттең генә түгел, хатта әкиәттең дә әкәмәттәрен үҙе аңлаған кимәлдә ҡабул итә, һығымталар яһай, дөйөмләштерә. Мин үҙем иһә уларҙың йолаға бәйле һығымталарын түбәндәгесә яһаным:
Аҙағын журналдың июнь һанында уҡырһығыҙ