+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

48-се Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында Өфө вузы һынатманы

Музыкаль вуздарҙы тамамлаусыларҙың 48-се Бөтә Рәсәй смотр-конкурсы Санкт-Петербург консерваторияһында апрель айында ойошторолорға тейеш ине. Быйыл конкурстың еңеүселәре видеояҙмалар ярҙамында билдәләнде. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты һынатманы – институттың сығарылыш курс студенты Наҙгөл ИБРАҺИМОВА лауреат исеменә лайыҡ булды.

Смотр-конкурста еңеүселәр көҙ көнө гала-концертта ҡатнашасаҡ. Ул Санкт-Петербург консерваторияһының опера-симфоник оркестры оҙатыуында уҙасаҡ. Наҙгөлгә уңыштар теләп ҡалайыҡ!
Өс өлөштән торған видеояҙмаларҙы YouTube каналында ҡарарға була.
https://youtu.be/9cD21l_QrlU
https://youtu.be/DQfkDeUiJow
https://youtu.be/yRpj4Azk1eE
Читайте нас: